Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
13 Апрель 2018, 13:56

ТӘҮГЕ УНАУ АРАҺЫНДА!

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсында еңеү яулаған Яңыбай мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Ҡотошова республика күләмендәге бәйгелә лә уңышлы сығыш яһаны.

Район уҡытыусылары йыл да “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында лайыҡлы сығыш яһай. Быйыл район бәйгеһендә Яңыбай мәктәбе уҡытыусыһы Л. Ҡотошова еңеүсе булды. Төбәк-ара конкурстың 1-се турында Лилиә Илдус ҡыҙы Өфө ҡалаһының 20-се мәктәбендә асыҡ дәрес бирҙе. Утыҙға яҡын уҡыусы булған 5-се класта башҡорт теленән дәрес күрһәтеп, ул уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра алды. Пликерс технологияһы буйынса белемде тикшереү алымын бишенселәр бигерәк тә яратты. Һөҙөмтәлә, 45 ҡатнашыусының 3-һө генә, шул иҫәптән Лилиә Илдус ҡыҙы, иң юғары – 47 балл йыйҙы.
Артабанғы “Мин – Уҡытыусы!” темаһына эссе яҙыу үтте. Икенсе турҙа бәйгеселәр оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Коллегабыҙ Мостай Кәрим ижадын һәм тормошон өйрәнеү темаһына оҫталыҡ дәресендә эффектлы алымдарҙы ҡулланып, конкурстың өсөнсө этабына лайыҡлы үтте һәм иң яҡшы 20 ҡатнашыусы иҫәбенә инде. Өсөнсө турҙа ҡатнашыусылар мәғариф проекты эшендә ҡатнашты. Спорт буйынса БИРО вәкиле булып сығыш яһаған Лилиә Илдус ҡыҙы бәйгенең артабанғы этабына үтте. Дүртенсе турҙа иң көслө унау араһында яҡташыбыҙҙың булыуы беҙҙе ҡыуандырҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ярыш көсөргәнешле булды. Һәр кем “Киске Өфө” гәзитенең 42-се һанында сыҡҡан “Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкме, йәки кем ул ысын башҡорт?” мәҡәләһе буйынса үҙ фекерен әйтеп, сығыш яһарға тейеш ине.
Беҙҙең коллегабыҙ финалға сығыусы бишәү араһында булмаһа ла, төбәктә лайыҡлы 6-сы урында булды һәм “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа инновацион технологиялар ҡулланыу” номинацияһы еңеүсеһе булды, уға бүләккә Башҡортостан Фәндәр Академияһының 10 томлыҡ һүҙлеге бирелде. Лилиә Илдус ҡыҙы үҙе был конкурс хаҡында былай ти:
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018» XXIII төбәк-ара конкурсы номинанты булдым! Ниһайәт, конкурстың бар этаптары артта ҡалды. Борсолоуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, тулҡынланыуҙар юҡҡа сыҡты ла күңелде оло ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек тойғоһо биләп алды... Конкурста ҡатнашҡанда яныңда ныҡлы терәк булыуы кәрәк. Минең тәжрибәле көслө командам булды. Бик күп коллегалар шылтыраттылар, тәҡдимдәр индерҙеләр, теләктәшлек белдерҙеләр. Тормош иптәшем, уландарым, әсәйем, туғандарым- ныҡлы терәктәрем, көс-дәрт, рух өрөүселәрем булды. Мәктәбем коллективына, район мәғариф бүлегенә рәхмәтлемен! Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Иҫәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем!
Беҙ ҙә, райондаштары, Лилиә Илдус ҡыҙын ошо еңеүе менән ихлас ҡотлап, уға һаулыҡ, яуаплы эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: