Бөтә яңылыҡтар

ТӘРБИӘСЕ – ҺӨНӘР ГЕНӘ ТҮГЕЛ...

Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары араһында һәләтлеләрҙе асыҡлауҙы, тәрбиәсе һөнәренең абруйын күтәреүҙе һәм инновацион алымдарҙы, алдынғы тәжрибәне уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Йыл тәрбиәсеһе –2018” һөнәри бәйгеһе Иҫәнғол ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында үтте.

Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары араһында һәләтлеләрҙе асыҡлауҙы, тәрбиәсе һөнәренең абруйын күтәреүҙе һәм инновацион алымдарҙы, алдынғы тәжрибәне уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Йыл тәрбиәсеһе –2018” һөнәри бәйгеһе Иҫәнғол ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында үтте. Унда райондың һигеҙ тәрбиәсеһе көс һынашты.

Мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының оҫталығын баһалауҙа уларҙың һөнәри, эшлекле һәм коммуникатив сифаттарына иғтибар ителде. Бәйгенең тәүге – ситтән тороп үткән турында тәрбиәселәрҙең интернеттағы сайттары ҡаралды. Икенсе турҙа иһә бәйгеселәр кескәйҙәр менән сара, оҫталыҡ дәресе үткәрергә тейеш булды.

Был бәйгелә беҙҙең “Ләйсән” балалар баҡсаһынан ике йәш тәрбиәсе – Гөлфиә Вәли ҡыҙы Мырҙабаева (“Сулпылар” башҡорт әҙерлек төркөмө) һәм Алина Марат ҡыҙы Хәсәева (“Ҡыңғырауҙар” рус әҙерлек төркөмө) ҡатнашты. Улар ҡатнашып, хеҙмәттәштәренең дәрестәрен күреп, тәжрибә туплағандыр.

Эйе, был бәйге ҡатнашыусыларға һөнәри оҫталыҡтарын, һәләттәрен, шулай уҡ тәрбиәсе хеҙмәтен икенсе яҡтан асырға мөмкинлек бирҙе. Әҙерлек осоро көсөргәнешле булды, көн дә бер этапҡа әҙерлек алып барылды. Бәйге һынауҙары ҡатнашыусыларҙы берләштерҙе. Улар һәр ҡайһыһы конкурент булыуға ҡарамаҫтан, сара дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте. Бәйгеселәр бер-береһен аңлап, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Тәүге этапты баһалап, жюри ағзалары бәйгеселәрҙең дөйөм һәм педагогик мәҙәниәте кимәле юғарылығын, уларҙың заманса технологиялар менән эш итә белеүен баһаланы.

Конкурстың икенсе өлөшөндә иһә Гөлфиә Вәли ҡыҙы әҙерлек төркөмөндә – тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү дәресен, ә Алина Марат ҡыҙы “Математика утрауы буйлап сәйәхәт” тигән сара үткәрҙе. Баһалаусылар сараларҙың тейешенсә, федераль стандарттарға ярашлы булыуын билдәләне. Күргәҙмәлектәр ҡулланыу, музыкаль оҙатыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һайланған темалар төрлө һәм барыһы ла көнүҙәк булды. Бәйгеселәр менән аралашыу яҡшы тәьҫораттар ҡалдырһа, сара үҙе мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе заман менән бер ҡатарҙан барыуына һәм тәрбиәсе – һөнәр генә түгел, ул йәшәү рәүеше икәнлегенә ышаныс тыуҙырҙы.

Һөҙөмтәлә, “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алина Хәсәева еңеү яуланы һәм алдағы көндәрҙә ул район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Афарин, Алина Марат ҡыҙы!

Шулай уҡ был бәйгене ойоштороусыларға, бер-береһенә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Хеҙмәттәштәремә шундай теләк: бындай бәйгеләр ҙур көс һәм ныҡлы әҙерлек талап итеүенә ҡарамаҫтан, ҡатнашығыҙ!
Читайте нас: