Был тормошта йәнеңә тиң парҙы табып, үҙ-ара аңлашып, хөрмәттә, мөхәббәттә йәшәү кешегә ғүмерлек бәхет бүләк итә. Районыбыҙ ауылдарында бындай даланлы ғаиләләр күп һәм улар баштан уҡ үҙ тырышлыҡтары һәм маҡсатлы булыуҙары менән ныҡлы нигеҙ ҡора алған. Афарин, тип беҙ уларға артабан да изге теләктәрҙә ҡалабыҙ. Үҫеп килеүсе йәш быуынға ундайҙар үҙ өлгөһөндә яҡшы һабаҡ бирә.
Әлиә Садыҡова (ҡыҙ фамилияһы Абдуллина) Башҡорт Үргене ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуған, ике ағаһы бар. Атаһы лесник, әсәһе тегеүсе булып эшләгән. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була, ҡыҙға 9 йәш булғанда ата-әсәһе вафат була. Әлиәне Күгәрсен ауылында йәшәүсе апаһы Гөлкәй Әхмәт ҡыҙы Хоҙабәндина (ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, мәғариф отличнигы), хәләл ефете Факил менән ҡарарға алғандар, әңгәмәсем уларға сикһеҙ рәхмәтле.
- Бәләкәй ваҡытта йырларға яраттым һәм мине уҡытыусым Миңзәлә Мөхәмәтдин ҡыҙы Түләбаева йырларға, сәхнәлә нисек үҙенде тоторға өйрәтте, төрлө конкурстарға йөрөттө. 8-11-се кластарҙы Сибай гимназияһында уҡыным. Уҡығанда «Ирәндек моңдары» республика йыр-моң бәйгеһендә ҡатнаштым, – тип һөйләне әңгәмәсем. Әлиәнең тормош иптәше Артур Садыҡов Күгәрсен ауылында ғаиләлә алтынсы бала булып тәрбиәләнгән. Ике апаһы, өс ағаһы бар. Бәләкәйҙән тик тормаҫ малай булған. Килгән ҡунаҡтарға гармунда уйнаған, йырлаған. Мәктәптә уҡығанда йүгереү һәм саңғы буйынса гел беренсе, икенсе урындар алып йөрөгән. Уның менән Әлиә параллель класта укыған, ләкин ул ваҡытта йәштәр бер-береһен яҡшылап белмәгән. Сибайҙа институтта дүртенсе курста уҡып, йәйге ялға ҡайтканда уйламаҫтан ғына осрашалар. Оҙаҡ та йөрөмәй, өйләнешәләр.
– Аллаға шөкөр, законлы никахта йәшәүебеҙгә быйыл 12 йыл булды. Бер беребеҙгә ҡарата мөхәббәтебеҙ, ихтирамыбыҙ йылдан-йыл артып тора, – ти Әлиә бәхетле йылмайып.
Садыҡовтар ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Ҙур ҡыҙҙары Азалия 2006 йылда тыуған. Атаһына оҡшап, бәләкәйҙән тик ултыра белмәгән. Беренсе кластан хәҙергәсә гел «бишле»гә генә уҡый. Өсөнсө класта уҡып йөрөгәнендә саңғы алып биргәндәр, уны беренсе кейеү менән оҡшатҡан. Ҡышҡыһын бер көн ҡалдырмай ошо йүнәлештә спорт менән шөғөлләнә. Хатта, нишләп беренсе класта уҡ алып бирмәнегеҙ, миҙалдарым тағы ла күберәк булыр ине, тип, ата-әсәһен шелтәләп ала. Дүртенсе кластан ярыштарға йөрөй башлаған. Былтыр беренсе тапҡыр өсөнсө урын алыуына оҙаҡ ҡыуанып йөрөгән. Белоретта зона ярышында бәләкәй төркөмдәр араһында беренсе урын алғас, Кумертауға республика саңғы ярышына барып ҡайтҡандар. Район саңғы фестивалендә Азалия беренселекте яулаған. Хәҙерге ваҡытта өс (ике алтын, бер баҡыр) миҙалы, алты Почет грамотаһы бар.
Бәләкәй һылыуы Юлиә менән бейергә яраталар. Интернеттан тиҙ генә өйрәнәләр ҙә, сәхнәләргә сығып бейейҙәр. Юлиә лә гел «биш»ле билдәләренә генә уҡый. Ҡустылары Альбертҡа ике генә йәш.
Әлиә Садыҡова мәктәптә уҡытыусы, ә иптәше Себер яҡтарында эшләй. Татыу ғаилә эштән буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә тырыша, төрлө күркәм урындарҙа ял итә.