Найлә Сәйфетдин ҡыҙы Нияҙғолова-Яйыҡбаева – Үтәғол мәктәбендә аҫыл ғүмеренең иң сағыу осорон үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған совет дәүере уҡытыусыларының бер вәкиле. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, уға мәктәпкә ике йыл һуңлап барырға тура килә.
Н. Нияҙғолова 1932 йылдың 1 декабрендә Абзан ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1940 йылда ул тәү тапҡыр Абзан урта мәктәбенең тупһаһын атлап үтә һәм 1951 йылда өлгөргәнлек аттестаты алған йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Мөхәмәтйән ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡытыуҙан башлай. Әммә һуғыштан һуңғы йылдарҙа илдең сәнәғәтен, оборона һәләләтен үҫтереүгә, ауыл хужалығын күтәреүгә һәләтле үҫеп килеүсе йәш белгестәрҙе тәрбиәләү өсөн СССР иленә юғары белемле уҡытыусылар талап ителә. “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә!”, “Американы ҡыуып етербеҙ һәм уҙып китербеҙ!” тигән лозунгтарҙың популярлығы нәҡ ошо йылдарҙа яңы совет гражданын формалаштырыуҙа төп әйҙәүсе көскә әйләнә.
Мөхәмәтйән ете йыллыҡ мәктәбендә өс йыл эшләү осоронда уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенең айышына төшөнгән ҡыҙ 1954 йылда Өфө педагогия институтына уҡырға юллана. Тиҙҙән был уҡыу йортон университетҡа үҙгәртеп ҡоралар. 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Үтәғол ете йыллыҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр.
– Мин эшләгән дәүерҙә Үтәғол мәктәбе дүрт тапҡыр үҙенең статусын үҙгәртте: тәүҙә ул ете йыллыҡ булһа, унан һигеҙ йыллыҡҡа, ун йыллыҡҡа, һуңынан ун бер йыллыҡҡа үҙгәртеп ҡоролдо.
Бик тырышып эшләне беҙҙең быуын уҡытыусыһы. Мәктәптә, ауылда йәмәғәтселек эштәренең уртаһында ҡайнаныҡ, тип әйтһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ, – тип хәтер ептәрен һүтте ветеран уҡытыусы.
Ысынлап та, Найлә Сәйфетдин ҡыҙына уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенән тыш ауылда агит-масса эшенә, мәктәптең партия ойшомаһына етәкселек итеү булһынмы, йәки ата-әсәләр алдында тәрбиәүи темаларға әңгәмәләр үткәреү, халыҡ алдында концерттар, спектаклдәр ҡуйыу булһынмы – ул һәр ваҡыт был эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Ауылдаштары ихтирамлы уҡытыусыны ике тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлап, уға ышаныс белдерә, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын да оҙаҡ йылдар Найлә Сәйфетдин ҡыҙы етәкләй, һайлау кампаниялары барышында Үтәғол ауыл Советы территорияһы ауылдарында партияның, совет власының сәйәсәтен ябай халыҡҡа еткереүсе лә ул була.
Тырыш, намыҫсан, ысын халыҡ уҡытыусыһының хеҙмәте үҙ ваҡытында район етәкселеге, район халыҡ мағарифы бүлеге, Башҡорт АССР-ы мағариф министрлыҡтары тарафынан ғәҙел баһалана. Уның ғаилә архивында ВЛКСМ-дың, КПСС-тың, мәғариф өлкәһе профсоюздар ойошмаһының район комитеттары тарафынан күрһәткән уңыштары дәлилләнгән Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. 1981 йылда уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә өлгәшелгән уңыштары өсөн Үтәғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Найлә Сәйфетдин ҡыҙы Нияҙғолова “Халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә, ә инде 1984 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы указына ярашлы ул “Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
ветеран Үтәғол ауылында тыныс ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Ул мәктәптең 100 йыллыҡ
юбилейы көндәрен ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки уны унда үҙенең элекке уҡыусылары
менән шатлыҡлы осрашыуҙар көтә.