Бер быуатлыҡ белем усағын юбилейы менән ҡотлап, элекке уҡыусылары, һөнәри ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, лайыҡлы ялға сыҡҡан ветеран педагогтар йыйылды.
Иртән Үтәғол урта мәктәбе ихатаһында бығаса булмаған күләмдә халыҡ йыйылып, байрам уҙасаҡ майҙан төрлө йәштәге кешеләр менән шығырым тулы ине. Байрамды ойоштороусылар килеүселәрҙе ҡапҡа тышында уҡ ҡаршылап торҙо. Нисәмә йылдар дауамында күрешмәгән һабаҡташтар табышып, күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары менән осрашты. Мәктәптең эсендә лә, тышында ла уның тарихы, ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәттәр яҙылған стендтар ҡуйылып, улар менән танышыу мөмкинлеге булды. Белем усағы байрамға ентекле әҙерләнгән, тейешле кимәлдә ремонт яһалған.
Артабан донъялыҡтың етмеш ҡат серенә төшөндөрөргә һәләтле, кешене шәхес, шәхесте бөйөк иткән белем йортон һағынып ҡайтҡан уҡыусылары өсөн еҙ ҡыңғырау сыңы яңғыраны. Баласаҡтың бәхетле миҙгелдәрен ҡабат хәтерҙә яңғыратты ул. Уны биреү бәхете 1999 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Ринат Юнысов һәм быйыл беренсе класҡа аяҡ баҫасаҡ Юнай ҡыҙы Диана Дәүләтшинаға тейҙе.
100 йыл дауамында белем усағы үҙенең ишектәрен ҡунаҡсыллыҡ менән асып яба. 100 йыл – ул олпат йәш, осоштар һәм төрлө эштәр башҡарыу өсөн ныҡлы нигеҙ, ошо ваҡыт арауығында башланғыстан 10 йыллыҡ мәктәп статусына еткән, унда кемдәр генә белем бирмәгән дә кемдәр генә белем эстәмәгән. Мәктәп хужаһы Рифҡәт Марат улы Ишемйәров үҙ сығышында тарихҡа байҡау яһаны, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында ентекләп һөйләп үтте. Уның сығышын ҡеүәтләп, 1973 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Розалия Дәүләтбәкова йыр аша мәктәбенә, уҡытыусыларына, һабаҡташтарына сәләм юлланы.
– 100 йыл – тарих өсөн бик күп тә түгел, ләкин бай традициялы Үтәғол мәктәбенән оло тормошҡа йүнәлтмә алған 1000-дән ашыу сығарылыш уҡыусыларының оло тормош юлына баҫып, хәҙерге ваҡытта илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә үҙ урындарын табып, уңышлы эшләп йөрөүҙәрен иҫәпкә алһаҡ, был ваҡиға ысын-ысындан мәктәбебеҙ, районыбыҙ, республикабыҙ өсөн оло юбилей булып тора. Ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, һис тә үҙгәрешһеҙ булып педагогик коллективтың фиҙаҡәрлеге һәм һөнәри оҫталығы, ата-әсәләр менән аңлашып, берлектә уҡыу һәм тәрбиә процесында маҡсатлы эше ҡала. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, район хакимиәте тарафынан районыбыҙҙағы булған бюджет учреждениеларын һаҡлап ҡалыу, уларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса аныҡ саралар күрелә. Үтәғол мәктәбенә һәм балалар баҡсаһына килгәндә – район хакимиәте тарафынан 1,5 млн һум күләмендә аҡса йүнәлтелде. Артабан мәктәптең ҡыйығын, йылылыҡ системаһын, электр селтәрҙәрен, кабинеттарҙы капиталь ремонтлау мәсьәләһен хәл итеү тора.
Үтәғол мәктәбен тамамлап, ошонда эш башлаған уҡытыусы булараҡ, минең өсөн дә был юбилей тулҡынландырғыс ваҡиға булып тора. Күңелле мәктәп йылдарына 45 йыл ваҡыт үтеп тә киткән… 1-се класта әлифбанан хәреф танырға өйрәткән Ямал апай Камалетдинова (ул Бүздәк районынан ине), артабан Мәсәғүт Бирҙеғолов дәрестәре әле лә иҫтә. 5-10-сы кластарҙа етәксебеҙ Нәйлә Ныяҙғолованың беҙҙе әҙәплеллеккә, ихтирамлылыҡҡа өйрәтеүе һәр беребеҙгә ыңғай йоғонто яһаны, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итте, уның ошо байрамда ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы, – тине ул сығышында һәм мәктәпкә район хакимиәте исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы, юбилей сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүгә тос өлөш индергәндәрҙе, Үтәғол ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин иткәндәрҙе билдәләне, БР мәғариф министрлығының “БР мәғариф алдынғыһы” билдәләре, маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаты, район хакимиәтенең маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Шулай уҡ синыфташтары исеменән Розалия Дәүләтбәкова менән бергә уҡытыусыһы Нәйлә Ныяҙғолованы ла бүләкләп үтте.
Район мәғариф бүлеге исеменән методкабинет етәксеһе, шулай уҡ ошо мәктәптә белем алған Илфат Фәнил улы Бирҙеғолов сығыш яһаны. Ул байрамда ҡатнашыусыларҙы 100 йыллыҡ юбилей менән тәбрикләп үтте, байтаҡ йылдар үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙе мәғариф бүлегенең һәм район профсоюздар ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләне. Үтәғол ауыл хакимәте башлығы Сабит Мәғәз улы Фазлыев та ҡотлауҙарға ҡушылды, уға бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Сығыш яһаусылар араһында бөтә ғүмерен Үтәғол мәктәбе менән бәйләгән, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Фәтих Бикмырҙа улы Саматов та булды. Ул 1964 йылда ошо мәктәптә ябай уҡытыусы булып эш башлай, директор дәрәжәһенә тиклем күтәрелеп 2005 йылғаса эшләй, тағы ике йыл уҡытыусы һөнәрендә мәктәпкә хеҙмәт итә. Фәтих Бикмырҙа улы ла иҫтәлектәре менән бүлеште. Уның сығышынан һуң, ҡасандыр ошо белем усағында уҡытҡан, үҙенең көсөн биргән, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта иҫән булмаған уҡытыусылар исемлеген уҡығандан һуң, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды йыйылыусылар.
100 йыллыҡ тарихы булған Үтәғол мәктәбе үҙендә белем алған данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары менән ғорурлана ала, мәктәп тамамлаусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалерҙары, профессорҙар, халыҡ йырсыһы, ауыл хужалығы докторҙары, кандидаттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һ.б. Был исемлеккә хаҡлы рәүештә Рәсәйҙең юғары белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, физика һәм математика институты директоры Роберт Әсҡәт улы Яҡшыбаевты ла индерергә була. “Минең белеүемсә, беҙҙең районда дүрт мәктәптең 100 йыллыҡ тарихы бар. Абзан, Байыш, Үрген һәм бына бөгөн Үтәғол. Уҡыусылар, һеҙ белегеҙ, беҙҙең мәктәп ул – “во”. Әлбиттә, ул мәктәптең тарихын һаҡлау, уның бәҫен, данын күтәреү бөгөнгө уҡыусылар өҫтөндә. Әле 9-ны тамамлаған уҡыусылар 10-сы класта ҡалһа, 11-ҙән һуң уларҙың юғары уҡыу йортона инеүҙәрен гарантиялайым.
Минең күҙ алдымда ғына был өсөнсө бина, беҙ ағас мәктәптә уҡый башланыҡ, шунан таш йортта дауам иттек. Беҙ уҡығанда урта мәктәп түгел ине, кем велосипедта йөрөй белә, Байышҡа китте, ә беҙгә, насар йөрөгәндәргә күрше Сабатарҙа уҡыу бәхете тейҙе. Мин, Фәтих ағайҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, шуны әйткем килә, мәктәптең киләсәге унда уҡып киткән уҡыусыларҙан тора, – тине, ҡасандыр мәктәпкә компьютер бүләк итеүен иҫкә төшөрҙө һәм – Хәҙерге балаларҙы унан айырып булмай, шуға күрә лә мин бөгөн балалар спорт менән шөғөлләнһен, тип спорт ҡорамалдары бүләк итәм. Форсаттан файґаланып, ветеран педагогтарѓа, хєґерге уљытыусылар коллективына рєхмєт белдерєм, байрам менєн, љотло булћын юбилей!”. Роберт Әсҡәт улының һүҙҙәрен уның тормош иптәше Зәкиә Ғөбәй ҡыҙы дауам итте: “18 йәштә ошонда эш башлап, ике йыл эшләп китмәһәм, мин, моғайын, үҙемде уҡытыусылыҡҡа арнамаған булыр инем. Шул тиклем хөрмәтле уҡытыусылар менән эшләнем, һәр береһенең дәресенә инеү мөмкинлеге булды. Бөтә уҡытыусыларға ла рәхмәт әйткем килә”.
Анапа ҡалаһында йәшәүсе 2-се ранг капитаны Марс Мөхтәбәр Ғәббәсов исеменән Ирәндек Бирҙеғолов сығыш яһаны һәм уның бүләген тапшырҙы. Әйткәндәй, Ирәндек Заһит улы ҡатыны Әлфиә Әмир ҡыҙы менән, Айҙар Сәйфетдинов, Марс Ғәббәсов ошо байрамды уҙғарыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Үтәғол мәктәбен тамамлап, әлеге ваҡытта районыбыҙҙың төрлө ойошмаларын етәкләгән уҡыусылар исеменән – оҙаҡ йылдар Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарған, бәлиғ булмағандар эше буйынса яуаплы сәркәтип булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы Нәғим Дәүләтбәков, Ҡыуандыҡ башҡорттары ойошмаһы исеменән – Юнай егете Камил Дәүләтбәков, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар исеменән Флүрә Хәйбуллина, хеҙмәт юлының күпмелер өлөшө Үтәғолда үткән уҡытыусылар исеменән Аҙнабай Бәҙәмшин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Юнай ҡыҙы Нәфисә Тулыбаева, мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалдарға тамамлаусылар исеменән Регина Иҙелбәкова сығыш яһаны, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ мәктәптең төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары байрам уңайынан мәктәпкә бүләктәр тапшырҙы, йылы һүҙҙәрен әйтте.
Тантаналы байрам йырҙар-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Моңло йырҙарын туған мәктәбенә Наил һәм Нәжип Дәүләтбәковтар, Радмир Дәүләтбәков бүләк итһә, Вафа Мәүлетов үҙен уҡытҡан, ҡасандыр ошонда белем алған уҡытыусыларын байрам уңайынан ҡотларға килгән, ә ошонда уҡып, хәҙер республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгәндәрҙең балаларының һәм мәктәп уҡыусыларының сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде.
Был олпат юбилей – эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйыу өсөн уңайлы һәйбәт сара. Әлеге ваҡытта урта мәктәп статусын һаҡлап ҡалыу бурысы, мәктәп уҡытыусыларының ғына түгел, унда белем алып киткән уҡыусыларҙың да мөҡәддәс бурысы.
Алып барыусылар һәр килгән кешегә рәхмәт белдереп, байрамдың тантаналы өлөшөн япҡандан һуң, йыйылғандар һис айырылышҡыһы килмәй, йәмле Ҡаҫмарт буйын иңләп ултырҙы, осрашыу шатлығы менән бүлеште.