Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Сентябрь 2018, 18:34

 ИЗГЕЛЕК ОРЛОҠТАРЫН СӘСЕҮСЕ

“Бала күңеленә телгә һөйөүҙе сабый саҡтан һалыу мөһимлеген яҡшы аңларға тейешбеҙ”, – ти Фәнүзә Фәтих ҡыҙы.

Бала тыуғандан алып уның янында әсәһе, атаһы була. Үҫеп нығынғас, балалар баҡсаһында иһә, уларҙы тәрбиәсе апайҙар, ярҙамсылары алмаштыра. Һәр ата-әсә, сабыйын бында етәкләп алып килгәндә, балаһының эргәһендә бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, сабыр, йомарт күңелле тәрбиәсене күрергә теләй. Тәрбиәсе – ул эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы һәр яҡлап үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше. Ул – изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе лә. Тик сәскән орлоҡтарҙан нимә үҫеп сығыр һуң? Был һорауға бер кем дә яуап бирә алмаҫ. Бары тик тәрбиәсе генә балаларҙың киләсәге өсөн үҙ өҫтөнә ошо яуаплылыҡты ала. Белем, тәжрибә, балаларға һөйөү, уларға ышаныу – илһамлы сәсеүсе орлоҡтары. Хатта сәсеүсе лә түгел, ә баҡсасы, сөнки һәр үҫентеһен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына ышана ул. Шундай Изгелек орлоҡтарын сәсеүселәрҙең береһе ул әлеге ваҡытта “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының кескәйҙәр башҡорт төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләгән Фәнузә Фәтих ҡыҙы Ҡыуандыҡова. Әлбиттә, ул тәүҙә үҙен тәрбиәсе булырмын тип күҙ алдына ла килтермәй. Муйнаҡ урта мәктәбен тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ уҡытыусы булыу теләге менән яна. Ошо теләген тормошҡа ашырып, ул ваҡыттағы мәғариф бүлеге мөдире Рауил Ғибәт улы Ҡунаҡбаевтың тәҡдиме менән Биштирәк мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эш башлай. Балалар менән эшләү уға бик оҡшай, педагог булыу теләге унда тағы ла нығыраҡ дөрләй. Артабан Иҙәш мәктәбенә күсерелә һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Шула арала Иҙәш егете Булат Юныс улы менән ғаилә ҡороп ебәрә. Йәш ғаилә район үҙәгенә күсә, Фәнүзә “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башлай. 2005 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын ҡулына алғас та, уны мәктәпкә эшкә саҡыралар, тик мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләү уның күңеленә яҡыныраҡ була, был эшен яратып өлгөрә. Үҙенең төркөмөнә йөрөгән балаларҙы милли рухта, башҡорт халҡы традициялары нигеҙендә тәрбиәләүҙе, иркен итеп туған башҡорт телендә аралашырға өйрәтеүҙе маҡсат итеп алып, уларҙың шәхси мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, һәр береһенең йөрәгенә асҡыс таба белә ул. “Бала күңеленә телгә һөйөүҙе сабый саҡтан һалыу мөһимлеген яҡшы аңларға тейешбеҙ”, – ти Фәнүзә Фәтих ҡыҙы. Үҙҙәренең балалары Алһыу, Эльза һәм Арыҫланды ла туған телгә, илебеҙгә ҡарата һөйөү, патриотизм рухында тәрбиәләргә тырыша ул. Уның һөҙөмтәле эшләүе етәкселәр тарафынан да баһаланып, 2017 йылда район хакимиәтенең мәғариф бүлегенең грамотаһы менән дә бүләкләнгән.

Тәрбиәсе – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Ике төркөм сығарылыусылары булған Фәнүзә Фәтих ҡыҙын үҙ эшенең оҫтаһы тип кенә түгел, ә балалар йөрәгенең белгесе лә тип әйтергә була. Сөнки иртәнсәк уның кескәйҙәр төркөмөнә һәр бала ҡыуанып, шатланып килә, уларҙы унда ихлас йылмайып икенсе әсәләре – тәрбиәселәре көтә.
Читайте нас: