Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
25 Ғинуар 2019, 16:24

ЕГЕТ КЕШЕГӘ ЕТМЕШ ТӨРЛӨ ҺӨНӘР ҘӘ АҘ, ТИ АЙБУЛАТ

Башҡалар кеүек үк Айбулат та төрлө уҡыу йорттарына документын тапшыра, саҡырыуҙар ала, тик күңеле аграр университетының энергетика факультетын һайлай.Үҙенең әйтеүенсә, быға һис тә үкенмәй. Үткән уҡыу йылы буйынса факультеттың «Иң яҡшы студент»ы исеменә һәм алтын миҙалға лайыҡ булһа, быйыл - Рәсәй Хөкүмәтенең стипендианты.

Беҙҙең райондың егет һәм ҡыҙҙары һәр эштә лә һынатмай, улар тураһында ишетеп ғорурланып та, ҡыуанып та торабыҙ.Һүҙем шундай егеттәрҙең береһе- Айбулат Әсхәт улы Ҡотошов тураһында.Ул Яңыбай ауылынан, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультетының 2-се курсында уҡый. Яңыбай мәктәбендә уҡығанда уҡ алдынғы уҡыусы, спорт менән дуҫ була, һәр сарала әүҙем ҡатнаша.Был турала бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һөйләй. Ошо еңеүҙәре өсөн Өфөлә президент шыршы байрамында ҡатнаша. Айбулат 9-сы кластан һуң ҡыҙыл аттестат алһа,11-сене алтын миҙалға тамамлай.Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән республика олимпиадаһында яҡшы уңыштарға өлгәшһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән призер булып, Туапсе ҡалаһындағы «Орленок» лагерына путевкаға лайыҡ була.Мәктәп йылдары артта ҡала, алда һөнәр һайлау тора. Башҡалар кеүек үк Айбулат та төрлө уҡыу йорттарына документын тапшыра, саҡырыуҙар ала, тик күңеле аграр университетының энергетика факультетын һайлай.Үҙенең әйтеүенсә, быға һис тә үкенмәй. Үткән уҡыу йылы буйынса факультеттың «Иң яҡшы студент»ы исеменә һәм алтын миҙалға лайыҡ булһа, быйыл - Рәсәй Хөкүмәтенең стипендианты.Тырыш егет һәр ергә лә өлгөрә: профкомда социаль мәсьәләләр бүлегендә эшләй, «Рус лапта»һы буйынса йыйылма командала төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша, урындар яулай, Ейәнсура районы йәштәре ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла.
Насар ғәҙәттәргә
негатив ҡарашлы
Айбулат үҙенең маҡсат-хыялдарына
ирешеп, тағы ла ҙур
уңыштарға өлгәшер тигән өмөттәбеҙ. “
Халыҡ мәҡәлендәгесә,
етмеш төрлө һөнәргә эйә булып, әүҙем
тормош менән йәшәргә, өлгөр булырға кәрәк,”- ти ул. Киләсәктә лә ата-әсәйеңде,
ағайыңды, туғандарыңды ҡыуандырып йәшә! Афарин, Айбулат!
Читайте нас: