Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
25 Ғинуар 2019, 13:08

УҒА ТЫНҒЫҺЫҘЛЫҠ ХАС

Студент йылдары – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультетының 5-се курс студенты Таңһылыу Ҡолмөхәмәтова тап шундайҙарҙан.

Студент йылдары – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультетының 5-се курс студенты Таңһылыу Ҡолмөхәмәтова тап шундайҙарҙан.
Таңһылыу сығышы менән райондың ғына түгел, республика күләмендә матур ауыл булып танылған, хозур тәбиғәтле Ибрай ауылынан. Уңған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ мәктәп йылдарынан уҡ тик яҡшы өлгәшеүенә өҫтәп, төрлө кимәлдә уҙғарылған конкурс-олимпиадаларҙан, ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Уның район гәзите биттәрендә баҫылған йөкмәткеле мәҡәләләре, әсә теленә, ижадҡа һөйөүө уның журналист, һис булмаһа әсәһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Аҡбутина юлын дауам итеп, тел уҡытыусыһы һөнәрен һайлауына шик ҡалдырмай ине. Әммә Таңһылыу көтөлмәгән ҡыйыу аҙым эшләй – физик культура һәм ОБЖ уҡытыусыһы һөнәренә өҫтөнлөк бирә.
– Өлкән кластарҙа уҡығанда спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Төрлө спорт бәйгеләрендә ҡатнашырға тура килде. Уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа етерлек булды. Әммә, ярышта ҡайһы бер судьяларҙың күрәләтә ғәҙелһеҙ ҡыланыуҙарын бала ғына күңелем ауыр кисерә ине: "Их, ошо судья урынында мин булһам..." Физкультура уҡытыусыһы булып, ярыштар үткәрһәм, ярыштарҙы ғәҙел баһалар инем, тип уйлай торғайным. Ана шундай уйҙар этәргес булған күрәһең – бер икеләнеүһеҙ ошо факультетты һайланым, – ти Таңһылыу үткәндәргә күҙ ташлап.
Минең: "Ә ижад?" тигән һораулы ҡарашымды тойоп, күрәһең, өҫтәп ҡуйҙы:
– Ә ижадмы? Мин уны бер ваҡытта ла ташламаясаҡмын! Ҡайһы берҙә илһам килгән саҡта хатта әллә ниндәй романдар яҙырҙай булып китәм, – тип йылмая.
Бөгөн Таңһылыу диплом эше яҙыу менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта ул Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында контролер булып эшләргә лә ваҡыт таба. Ғөмүмән, Таңһылыуға тынғыһыҙлыҡ хас. “Мин үҙемде төрлө яҡлап һынап ҡарағым килә”, – ти ул. Яҡшы уҡыуынан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуына өҫтәп, БДПУ-ның ирекмәндәр үҙәгендә лә шөғөлләнә. Ошоларҙан һуң да буш ваҡыты ҡалһа, Таңһылыу уны ла файҙа менән үткәреп,үҙенә ниндәй ҙә булһа яңы һөнәр үҙләштереүҙе хуп күрә. Уның һабын ҡайнатыу, хәҙерге заманда һорау менән ҡулланған ҡаш буяу оҫталыҡтары – матди яҡтан да ярҙам.
Әле Таңһылыу ҙур һайлау алдында: диплом алғас тыуған яҡҡа ҡайтырғамы, әллә йәш ваҡытта башҡа яҡтарҙы күрергәме? Нисек кенә булмаһын, Таңһылыуҙың киләсәге – яҡты, ә уның кеүек өлгөлө йәштәребеҙ булғанда Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге өмөтлө булыуына ышанам. Уңыштар һиңә, Таңһылыу!
Читайте нас: