Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
25 Февраль 2019, 13:12

Спорт ҡорамалдары алып ҡыуандыҡ

Муйнаҡ урта мәктәбендә спорттың күп кенә төрҙәре үҫешкән. Мәктәп уҡыусылары элек-электән район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Мәктәптә бигерәк тә көрәш, саңғы, шахмат, волейбол менән күпләп шөғөлләнәләр.

Спорт ҡорамалдары алып ҡыуандыҡ

Муйнаҡ урта мәктәбендә спорттың күп кенә төрҙәре үҫешкән. Мәктәп уҡыусылары элек-электән район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Мәктәптә бигерәк тә көрәш, саңғы, шахмат, волейбол менән күпләп шөғөлләнәләр. Һуңғы йылдарҙа мәктәптең спорт базаһы иҫкереү һөҙөмтәһендә спорт ҡорамалдары етешмәй башланы һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны кәмей төштө. Уҡыусыларға тейешле кимәлдә дәрестәр үткәреү өсөн саңғылар, волейбол, футбол туптары етешмәне.

Декабрь айында район хакимиәте башлығы Д.М. Юланов менән осрашыуҙа беҙ мәк­тәп проблемалары менән бер рәттән, спорт кәрәк-яраҡ­тарының етешмәүен дә әйттек. Дәмин Марат улы йәш быуынды тәрбиәләүҙә спорт­тың әһәмиәте ҙур булыуын аңлап, тиҙ арала спорт ҡорамалдары алыуҙа ярҙам итәсәген белдерҙе. Быйыл ғинуарҙа 100 мең һумға спорт ҡорамалдары: саңғылар йыйылмаһы, волейбол, футбол туптары, шахмат, скакалка, обручтар һ.б. алып ҡыуандыҡ.

Ауылда уҡыусыларҙан тыш йәштәр – волейбол, оло йәштәгеләр саңғы, йәйәү йөрөү, фитнес менән шөғөлләнә. Спорт базаһының тулыланыуы тағы ла күберәк кешеләрҙе спортҡа, сәләмәт йәшәүгә этәргес булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Спорт­ты үҫтереүгә, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙа ярҙам иткәне өсөн район хакимиәте баш­лығы Д. Юлановҡа рәхмәт.

Э. Йәғәфәрова, И. Әбделғужин, физкультура уҡытыусылары.
Фото мәктәп архивынан.

Читайте нас: