Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
11 Апрель 2019, 11:12

Беҙҙән кемдәр ҡатнаша?

Өфөлә – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I бөтә Рәсәй съезы бара Ейәнсура районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эштә лә, тормошта ла гөрләп, янып йәшәй. Район уҡытыусылары йыл да «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында лайыҡлы сығыш яһайҙар.

Өфөлә – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I бөтә Рәсәй съезы бара

Ейәнсура районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эштә лә, тормошта ла гөрләп, янып йәшәй. Район уҡытыусылары йыл да «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында лайыҡлы сығыш яһайҙар.

Төбәк-ара бәйге тарихындағы өс еңеүсенең беҙҙең райондан булыуы, ә ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың йыл да төрлө номинацияларҙа еңеү яулауҙары ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ә һуңғы йылдарға күҙ һалһаҡ, 2013-14 уҡыу йылында Ейәнсура башҡорт гимназия уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһендә еңеүсе булды.

Абзан мәктәбенән Гөлназ Йылҡыбаева, Ибрайҙан Гөлдәр һәм Зимфера Аҡбутиналар, Үргендән Аҡсәсәк Бралина һәм Таңһылыу Янбаева, Байыштан Гөлнара Ҡолмөхәмәтова, Иҫәнғолдоң 1-се урта мәктәбенән Лилиә Исхаҡова, Яңыбайҙан Лилиә Ҡотошова, Муйнаҡтан Гөлсинә Ҡотошова – төрлө йылдарҙа «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурс номинанттары. 2005 йылда «Йыл уҡытыусыһы» еңеүсеһе булған Яңыбай урта мәктәбенән Ғайса Ишмөхәмәтов «Уҡытыусы-тикшеренеүсе» исеме алып ҡыуандырҙы. Зимфера Аҡбутина – БР һәм РФ Журналистар, БР һәм РФ Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Ижади эшләгән уҡытыусыбыҙ Наил Юлдашбаев менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ул дәреслектәр төҙөүҙә лә ҡатнашҡан, ғилми һәм тәрбиәүи мәҡәләләре менән республика матбуғаты аша йәмәғәтселеккә танылған педагог.

Өлкән тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ – Илзирә Дүшәнбаева, Бибиһан Сәйетҡолова, Ғәзимә Йәркәева, Альбина Фәйезова, Сәлимә Толомбаева, Гөлфиә Мансурова, Фәрзәнә Яҡшыбаева, Миңлебай Йәркәев, Фирҙәүес Исмәғилева, Клара Дәүләтбаева, Зилә Хәйруллина мәктәптә генә түгел, телде һаҡлау, йолаларҙы ҡайтарыу һ.б. буйынса тотош ауыл менән дә эшләйҙәр. Оло быуынға алмашҡа дәртле, рухлы, ижади эшләүсе йәштәр килә. Улар иҫәбенә Гөлназ Төрөпҡолова, Гөлгөнә Мәсәғүтова, Зилә Һөйөндөкова, Әлиә Сәғитова, Гөлкәй Ҡарабулатова. Ғәлиә Йәйҡолова, Динара Хәлитова, Айгөл Ҡыуатованы индерергә була. Улар уҡыусылары менән бихисап бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар ала, үҙҙәре саралар үткәрә, асыҡ дәрестәр күрһәтә.

Район телселәре белемдәрен камиллаштырыу хаҡында ла онотмай. Бына өсөнсө йыл БДПУ янындағы эксперименталь майҙансыҡ эшендә ҡатнашалар. Яҙыусылар, шағирҙар менән дә осрашып торабыҙ. Яҡташ яҙыусыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева – беҙгә терәк тә, таяныс та, беҙҙең менән ул гел бергә. Шулай уҡ яҡташ яҙыусыбыҙ Гөлсирә Ғиззәтуллина, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев та беҙҙә осрашыуҙа булды.

Ейәнсура телселәре Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I бөтә Рәсәй съезына ла лайыҡлы делегаттар һайланы. Кисә-бөгөн Өфө ҡалаһында барған был съезға Наил Юлдашбаев, Гөлбаныу Исмәғилева, Илзирә Дүшәнбаева, Луиза Аҡманова барҙы. Мәктәп директорҙары араһынан делегат итеп һайланған Фәймә Ишмөхәмәтова ла беҙҙең коллегабыҙ. Абруйлы йыйында тағы Ейәнсура башҡорт гимназияһы директоры Гәүһәр Назарова, Башҡорт Үргене ауылынан Асия Түләбаева, мәғариф бүлеге методисы Илфат Бирҙеғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Иҙелбаева ҡатнашты.
Читайте нас: