Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
12 Апрель 2019, 10:50

Республикала имтихандар үткәреүҙе видеокүҙәтеүгә 46 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана

Башҡортостанда быйыл 19 меңдән ашыу кеше берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /Розалиә Вәлиева/.
Башҡортостанда йомғаҡлау имтихандарын үткәреүҙе видеояҙҙырыуға һәм видеокүҙәтеүгә 46 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Подрядсыны һайлау аукционы 29 апрелгә билдәләнгән. Заказсыһы — Мәғариф министрлығы.
Башҡортостандағы 97 мәктәпкә 1394 берәмек ҡорамал ҡуйыла.
2019 йылда берҙәм дәүләт имтиханы эс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алдағы (20 марттан 10 апрелгә тиклем), төп (27 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-20 сентябрҙә). Берҙәм дәүләт имтиханының ваҡытынан алдағы һәм төп осорҙары география һәм әҙәбиәт буйынса имтихандарҙан башлана.
Резерв көндәрҙә рус теленән һәм математиканан йәки ҡабаттан ошо фәндәрҙең береһенән насар билдә алған сығарылыш уҡыусылары база кимәлендәге рус теле һәм математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын өҫтәмә (сентябрь) осорҙа бирергә тейеш.
Туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы ла өс этапта үткәрелә: ваҡытынан алдағы (22 апрелдән 14 майға тиклем), төп (24 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-21 сентябрь).
Башҡортостанда быйыл 19 меңдән ашыу кеше берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Читайте нас: