“Мин уңышлы кеше булырға ынтылам. Был минең маҡсатым”, – тип яҙа үҙенең анкетаһында Иҫәнғол 2-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Булат Ҡәҙербәҡов.
Булаттың портфолиоһын ҡулға алғас, уның эсе тулы маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, еңеүҙәре тураһында таныҡлыҡтарҙы күрҙем. Башланғыс кластан бирле йыйылған бер нисә тиҫтәгә яҡын был ҡағыҙҙар артында уның ғына түгел, атай-әсәйенең, уға һәр саҡ бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы яҡындарының да оло хеҙмәте ята.
Булаттың бала саҡтан уҡ төрлө шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмауын, ә башлаған эшен еренә еткереп үтәүен, һөҙөмтәһен килтереп сығарырға тырышыуы тураһында һөйләне әсәһе Розалия Рифҡәт ҡыҙы. Атаһы Мараттың да (ауыр тупрағы еңел булһын) мәктәптә һәйбәт уҡығанын, математика һәм башҡа фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнашып урындар алыуын, улы Булат менән бәләкәй саҡта төрлө механизмдар йыйыуҙарын, машиналарҙы бергә төҙәтеүҙәрен иҫкә алып ултырҙыҡ. Ҡәрсәһе Асия Хәйретдин ҡыҙы ҡыҙы ла ейәненең һәр аҙымын белеп тороуын, уның һәр уңышына ҡыуанып ҡына ҡалмай, ярҙам итеп тороуын өҫтәп ҡуйҙы.
– Ул авиамодель түңәрәгенә йөрөнө. Шунан уға бисер менән үреү ҡыҙыҡ булды. Унда йөрөгәнендә, беҙгә төрлө матур сәс ҡыҫтырғыстар, беләҙектәр үреп бүләк итте. Хатта конкурста ҡатнашып, урын алды. Яндырып таҡтала рәсемдәр яһау түңәрәгенә йөрөнө – унда ла булдырҙы. Гитарала уйнарға өйрәнеп, мәктәп сәхнәһенән сығыш яһай торғайны, – ти ул.
Булаттың һирәк кенә балалар мауыға торған мирмекология тигән ҡырмыҫҡалар тормошона ҡағылышлы мирмикипер шөғөлө мине бигерәк тә ҡыҙыҡһындырҙы. Ул хатта уларҙы үрсетеп, уларҙан биш ғаилә төркөмө яһап, һәр береһен айырым аҫырап, ашатып, бәләкәй ҡырмыҫҡалар сыҡҡансы күҙәтеп, шунан ғына иреккә сығарып ебәрә.
Ә умартасылыҡ эшен фәнни дәрәжәлә бирелеп, уны төптән белеп, еренә еткереп эшләүсе ҡартаһы Ғәбделхаҡтың ул бәләкәйҙән ярҙамсыһы, уң ҡулы булып үҫә. Булат умартасылыҡ эшен, ҡорттарҙың тормошон ентекләп өйрәнә, умартасылыҡ эшенә өйрәнеп үҫә. Һәм был республика кимәлендә үткәрелгән “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төйәге” исемле йәш умартасылар ярышында 2017 йылда беренсе урынды алып, “Башҡортостандың иң оҫта йәш умартасыһы” титулын яуларға ярҙам итә.
Үҫә килә, Булаттын башҡа фәндәр буйынса ла тырышып уҡыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирә, уның бигерәк тә физика, экономика, астрономия фәндәренә ҡыҙыҡһыныуы көсәйә. Был фәндәрҙе төплө белеүе уға район, республика күләмендәге ярыш-олимпиадаларҙа еңеүҙәр алып килә: Башҡортостандың физика буйынса кубогында районда – 1-се (2018), Өфө нефть университеты үткәргән физика буйынса олимпиадала – 2-се (2018), мәктәптә физика, экономика, астрономия буйынса – 1-се урын (2017).
Булаттың ҡыҙыҡһыныу даирәһе киң: ул үҙен сәйәсәт доняһында депутат ролендә лә һынап ҡарай. “Депутат булғым килә” (2017) район конкурсында буйынса ул еңеп сыға.
“Беҙҙең райондың экологияһына – беҙҙең өлөш” район конкурсында “Мин ошонда үҫтем һәм был төйәк миңә ҡәҙерле” исемле эше менән еңеп сығыуында фәнни эшенең етәксеһе – ҡартаһы Ғәбделхаҡ Ҡәҙербаковтың да өлөшө бар – ул үҙ кәңәштәре менән ярҙам итә.
Булаттың бихисап грамоталарына ҡарап, был баланың уҡыуҙан башҡа нәмәгә ваҡыты ҡаламы икән тип уйланым. Баланың бит әле уйнарға ла, дуҫтары менән дә осрашырға, яҡындары менән дә аралашырға, физик яҡтан да сәләмәт булып үҫергә кәрәк. Булат үҙе белем алған мәктәптең баскетбол командаһында уйнауын, был төр спортты ныҡ яратҡанын, команда менән район, республика ярыштарында ҡатнашҡанын һөйләне. Даян ҡустыһы ла ағайы менән теннис уйнауҙары, шахматта көс һынашыуҙары, велосипедта сабыуҙары, ҡышҡыһын саңғыла шыуырға яратыуҙары тураһында әйтте.
Иҫәнғол 2-се урта мәктәбенең директоры Е. Алопина менән телефон аша һөйләштек. Булат тураһында уның фекерен беләһем килде.
– Булат – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ышанысыбыҙ. Ул мәктәптең данын район күләмендә генә түгел, республика кимәлендә лә күтәрҙе. Ике йыл рәттән “Йыл уҡыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Белемле, тырыш, тәртипле уҡыусы. Быйыл мәктәпте бөтөрөп китә. Беҙ уға бөтөн коллектив исеменән рәхмәтлебеҙ, уға уңыштар ғына теләйбеҙ. Алдағы тормошонда ла барыһы ла һәйбәт булһын,– тине Елена Николаевна.
Район хакимиәте бинаһы ҡаршында райондың данын күтәргән, уның исемен танытҡан кешеләр араһында йәштәрҙең дә, мәктәп уҡыусыларының да фоторәсемдәрен ҡарап, хөрмәт менән баш эйеп баҫып торҙом.Улар ҙа үҙ заманының, үҙ еренең батырҙары. Шулар араһында Ҡәҙербаков Булат Марат улының да лайыҡлы урыны бар. Был, әлбиттә, ҙур хеҙмәт юлының башы ғына. Үҙ тыуған ерендә уға күрһәтелгән хөрмәт, уға артабан да иленә, тыуған еренә тоғро булырға, уның лайыҡлы улы булып йәшәргә этәргес булһын.