Бөтә яңылыҡтар

Миҙгелдең сағыу бер мәле

Имтихан һәм зачеттарымды уңышлы тапшырып, туған мәктәбем – Иҫәнғол ауылының Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбенә , «Йәш патриот» исемле көндөҙгө сәләмәтлек лагерына тәрбиәсе булараҡ практика үтергә ҡайттым.

Быйылғы июнь айы минең өсөн бай, иҫтәлекле ваҡиғалар менән иҫемдә ҡалды.
Имтихан һәм зачеттарымды уңышлы тапшырып, туған мәктәбем – Иҫәнғол ауылының Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбенә , «Йәш патриот» исемле көндөҙгө сәләмәтлек лагерына тәрбиәсе булараҡ практика үтергә ҡайттым.
Уҡытыусыларым менән бергә эшләү минең өсөн оло һынау ҙа, яуаплылыҡ та ине. Улар, тәрбиәсе булараҡ, миңә сараларҙы ойоштороуҙа, ҡыҙыҡлы, логик фекерләүҙе үҫтереүсе уйындары, үҙҙәренең балалар менән эшләү үҙенсәлектәре менән ихлас бүлеште, һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер торҙо. Мин уларҙан бик күп фәһем һәм тәжрибә алдым. Ысын күңелдән рәхмәтемде еткерәм. Лагерҙың етәксеһе Гөлмизан Әхмәтсафа ҡыҙы Мырҙабаева булды. Ул миңә үҙенең ойоштороу һәләте, балалар менән ихлас мөнәсәбәттә булыуы менән оҡшаны.
Лагерҙың эш планы тәрбиәүи яҡтың бөтә йүнәлештәрен күҙ уңында тотоп төҙөлгән һәм үтәлде. Һәр көн файҙалы, мауыҡтырғыс, бай мәғлүмәтле үтте. Бөтәһе 130 баланан торған 6 отряд булды: “Тиктормаҫтар”, “100%” , “Сәләмәт балалар”, “Алтмышынсы меридиан”, “Йәшен”, “Разведчиктар”. Тәрбиәселәр һәм 8-се класс уҡыусылары араһынан һайланған әйҙәүсе егеттәр-ҡыҙҙар менән бергә эшләнем. Был алым бик отошло булды. Әйҙәүселәр Азалия Мырҙабаева, Елизавета Иванова, Аделина Фәхретдинова, Илнур Ҡанафин, Элиза Усманова, Илназ Мозафаров, Даян Фәйзуллин, Эльвина Йәғәфәрова, Анастасия Зыкова, Айгиз Фәтҡуллин, Азат Абдуллин, Ләйсән Мырҙабаева беҙҙең уң ҡулыбыҙ булды.
Һәр көн дәртле музыка аҫтында физкультура уҡытыусыһы Зәйнулла Ғәлиулла Ғизәтуллин етәкселегендә иртәнге зарядка башланып китте. Унан иртәнге аштан һуң, лагерь тормошо ҡайнай башлай.
Балалар китапханаһы, музейҙа булыу, бергәләп кинозалда кино ҡарау – балаларҙың танып-белеү, үҙ еренең тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты.Полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүсе ағайҙарҙың еңел булмаған көндәлек эше менән танышыу – уларҙың эшенә хөрмәт уятты, юл һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белергә кәрәклеген иҫкәртте.
Ашханала эшләгән егәрле ашнаҡсы апайҙарға рәхмәтлебеҙ.Өҫтәлдә һәр ваҡыт тәмле аш-бутҡалар, йәшелсәнән салаттар, һуттар, емеш-еләктәр менән тулыланып торҙо.
Лагерҙың һуңғы көнө күңелле һабантуй менән тамамланды. Балаларға ла, миңә лә быйылғы ял лагеры бик тә оҡшаны һәм күңелле ҡабатланмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Үҙемә һәр яҡтан тәжрибә алдым. Мәктәп етәкселегенә миңә ышаныс менән практика үтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Читайте нас: