Эй, мәктәбем, белем усағы!
Муйнаҡ урта мәктәбенә – 100 йыл
Һин ғүмерҙең иң гүзәл сағы
Рәхмәттәрем – сикһеҙ дала.
Бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр уҡыусы булғанбыҙ. Һәр беребеҙҙең мәктәп йылдары үҙе бер әҫәр яҙырлыҡ ваҡиғаларға бай. Мәктәп – ул үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Ә һәр дәүләттең үҙ ҡанундары, йолалары, тарихы бар.
Минең туған мәктәбемә 100 йыл тула. Был бик оло ваҡиға. Күпме кеше ғүмере, юлы, яҙмышы, йәшәйеше бәйле был мәктәпкә. Мин был мәктәптең тупһаһына беренсе тапҡыр 1973 йылда аяҡ баҫтым. Беренсе уҡытыусым – ап-аҡ күңелемә изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтары сәсеүсе, төплө башланғыс белем биреүсе, мин быны инде үҙем тәжрибәле уҡытыусы булараҡ оло яуаплылыҡ менән әйтәм – минең ҡәҙерле әнейем Мөлөкөва Мәҙкүрә Хәйрулла ҡыҙы булды.
Өсөнсө класты бөткәс, уртансы – дүртенсе класҡа күстем. Башланғыстан уртансы звеноға күсеү – үҙе бер ваҡиға ине. Яңы уҡытыусылар, яңы мөхит. Үҙеңде ҙур итеп тойған булып, ниндәйҙер бер кинәнес тойоп йәшәй башлайһың. Бөтә нәмә лә яңы, ҡыҙыҡ.
Тәүге класс етәксем – тарих уҡытыусыһы Толомбаев Зәйнулла ағай булды. Беҙ, ауыл балалары, хөрмәт менән уҡытыусыларыбыҙға ағай, апай тип өндәшә инек. Класс етәксем һәр саҡ асыҡ йөҙлө, талапсан, ғәҙел булды. Тарих дәресендә уны мауығып тыңлай инем, дәрес үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә бара, бөтәһе лә аңлашыла, уҡытыусым ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Бөхтә итеп кейенә ине, уның үҙенә килешеп торған күн курткаһы һәм ялтырап торған итегенә ҡарап, уҡытыусымды летчикка оҡшата торғайным.
Иҫемдә, ҡышҡы каникулға сығыр алдынан класс етәксебеҙ беҙҙе йыйып алды ла, был сиректе йомғаҡлау класс сәғәте ата-әсәләр менән бергә була, бөтәгеҙ ҙә ата-әсәләрегеҙҙе етәкләп мәктәпкә киләһегеҙ, тине. Миңә класс етәксемдең һүҙе – закон. Өйгә ҡайттым. Әйткәндәй, әнейем интернатта ятып уҡыған апайҙарымдың йыйылышына киткән ине. Әтейемә һүҙмә-һүҙ класс етәксемдең талабын әйттем – “етәкләп алып килергә”. Әтейем эй аптырай:
“Нисек инде, мине етәкләпме?”– тип ҡабат-ҡабат һорай. Мин ныҡ торам. Ҡаршы тора алманы. Уны етәкләп йыйылышҡа алып барҙым. Ә класта күптәрҙең ата-әсәһе килмәгән ине. Әллә кем булып ултырам инде үҙем. Бына бит ул – класс етәксеһең мәсьәләне ныҡлы, төплө ҡуйыуы һәм баланың уның талабына яуаплылығы – мәктәпкә атайҙарҙы ла алып килә.
Класс етәксем тураһында тағы ла бер хәтирә – беҙ бала саҡта көҙ айҙары оҙон, ҡараңғы, ямғырлы була торғайны. Мал-тыуар көтөүҙән ҡайтмай аптырата . Беҙҙе шулай бер йәлдәт һыйырыбыҙ ҡайтмай ҡаңғыртты. Ике апайымдан ҡала, ул ваҡытта өйҙә мин иң өлкәне булғас, әнейем класс етәксемдән дәрестән рөхсәт һорап, һыйырҙы эҙләргә ҡушты. Дәрескә звонок шылтыраны. Мин һәм тағы бер класташым коридорҙа уҡытыусыбыҙҙан рөхсәт алырға тип, көтөп торабыҙ. Зәйнулла ағайға мин беренсе булып һүҙ башланым:
– Ағай, миңә дәәрестән китергә рөхсәт итмәҫһегеҙме икән, сөнки һыйырыбыҙ ҡайтмай аптырата, ҡараңғы төшмәҫ элек уны эҙләп алып ҡайтырға кәрәк, – тинем.
Ағайыбыҙ мине тыңлап торҙо ла, һиндә ни йомош тип, класташыма төбәлде. Ул бер нимә лә аңлатмай:
– Ағай! Мин ҡайтам! – тине.
Класс етәксем беҙгә ҡарап торҙо ла:
– Зилә, һин ҡайт, рөхсәт, – тине, – ә һин – дәрескә, – тип класташымды класҡа ымланы.
Ошо бәләкәй генә ваҡиға миңә тормошта ҙур фәһем булды – теләгеңде нигеҙле, аңлайышлы итеп әйтә белеү кәрәк икән шул.
Унан һуң беҙҙең класс етәксеһе – Бикбау ауылынан Үрге Муйнаҡҡа килен булып төшкән Ғәйнизарова Сәлихә апай булды. Уҡытыусымдың шул тиклем мәғлүмәтле, күпте белеүе, тәмле, үтемле итеп һөйләүе хайран ҡалдыра ине. Көләс йөҙө, ихлас көлөүе беҙҙе арбаны, унда уҡыусыларының кисерешен аңлау һәләте көслө булды.
Баланың үҫмер сағы – ата-әсә өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә иң ҡатмарлы осор. Күпме сабырлыҡ, түҙемлек, һаҡсыллыҡ, иғтибарлылыҡ талап итә ул беҙҙән – ололарҙан. Ошондай шуҡ осоробоҙға класс етәксебеҙ Байсурина Миңзирә Хәйерзаман ҡыҙы эләкте. Күп тапҡырҙар мин иҫемә төшөрҙөм класс етәксемдең хәлен. Рәхмәт апайыбыҙға, беҙҙе әсәйҙәрсә сабырлыҡ менән аңлағаны өсөн.
Ихлас күңелем менән яратып, һағынып көтөп алған минең уҡытыусым – Әбделғужин Ишмулла ағай ине. Ул беҙҙе рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Уның һәр миҙгелгә ярашлы ыҫпай, зауыҡ менән кейенеүе, үҙенә генә килешеп торған портфеле, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы алып барыуы, кеткелдәп кенә көлөүе – бөтәһе лә иҫемдә. Рус теле һәм әҙәбиәтен беҙ яратып, сәмләнеп, ярышып уҡыныҡ. Рус әҙәбиәтенән шағир йә яҙыусының тормошо һәм ижадын өйрәнгәндә, уға бәйле ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы һөйләп, ҡыҙыҡһындыра ине. Бер кемдә лә булмаған төрлө-төрлө, ят матур ручкалары менән журнал тултырыуын, билдәләр ҡуйыуын ҡарап, һоҡланып ултыра торғайным.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре үҙе бер донъя ине. Уҡытыусым Ғафарова Миңлегөл Хәсән ҡыҙы аҡҡош кеүек йөҙөп кенә килеп инер ине, муйынында күпереп, ялтырап торған косынкаһы, үҙенә килешеп кенә торған ҡара йәшел төҫтәге юбка-костюмы, килешле прическаһын һыйпап алып, һаҡ ҡына күҙлеген һөртөп алыр ҙа, күҙҙәренә кейеп, беҙҙе байҡап алыр ине. Йылмая биреп, яғымлы ғына тауышы менән дәресте башлар ине. Әҫәрҙәрҙе онотолоп китеп, хисләнеп уҡыр ине. Бала саҡ бит инде, шуҡлыҡтар ҙа булды... Ныҡлы ғына итеп шелтәләп тә ала ине. Бер ваҡыт миңә лә эләкте әле уҡытыусымдан. Ләкин, был осраҡта, минең ғәйебем юҡ ине. Кем башлаған, ғәҙәттә, уға эләкмәй шул. Ғәйеплене әйтмәнем. Сабырлы ғына бөтәһен дә тыңлап торҙом инде. Был дәрес шуға ла ныҡ хәтеремдә ҡалды. Ул дәрестә Мостай Кәримдең “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын үтә инек. Уҡытыусым беҙгә Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында был шиғырға яҙылған йырҙы тыңлатты.
Математика фәнен Роза Камил ҡыҙы башлап, Кәлимов Әлим Сабыр улы дауам итте. Рәхмәтлемен уҡытыусыларыма. Мин гуманитар дәрестәрҙе ярата инем, ә аныҡ фәндәр миңә ауырыраҡ бирелә ине. Улар шуны аңлап, мине бер генә лә кәмһетмәнеләр, мөмкинлегемә ҡарап дәртләндерә инеләр, баһамды ла төшөрмәнеләр.
Биология дәресе тиһәк, тиҙ генә кабинетты тәртипкә килтереп, үҙебеҙҙе әҙерләп, шып-шым булып уҡытыусыбыҙҙы көтөп, аяғүрә баҫып торабыҙ. Уҡытыусыбыҙ менән беҙҙе уратып алған ҡыҙыҡлы донъяға тиҙерәк инеп киткебеҙ килә. Шәмсетдинова Рәшиҙә Йәләл ҡыҙы талаптарҙы ҡәтғи ҡуя ине. Тормошҡа бәйләп ҡыҙыҡлы һөйләүе беҙҙе мауыҡтырҙы.
Физика, астрономия фәне менән күберәк егеттәр ҡыҙыҡһына ине. Уҡытыусыбыҙ Хәмиҙуллин Хәлим ағайҙың ысын күңелдән яурындарын һелкетеп-һелкетеп көлөүе, уның ҡалын ялбыр ҡаштары, күҙлеге өҫтөнән беҙгә һөҙөп ҡарап алыуы күҙ алдымда тора.
Немец теле уҡытыусыһы Ҡусҡарбаева Тәлиғә апайҙы беҙ шул тиклем яраттыҡ. Уның рәхәтләнеп немец телендә һөйләшеүе, муйылдай ҡара, янып торған күҙҙәре уға ниндәйҙер серлелек бирә ине, үҙе бер сит илдән килгән актриса һымаҡ тойола ине апайыбыҙ. Немец телендә йырҙар йырлай инек. Күңеле йошмаҡ, беҙҙе иркәләп кенә һөйләшә ине.
Беҙ уҡыған осорҙа мәҡтәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәресе булды. Хәрби етәксебеҙ – Толомбаев Ғәйнетдин ағай. Әле лә күҙ алдымда – һәр саҡ хәрби кейемдә, бөхтә кейенгән ағайыбыҙ беҙҙе – ҡыҙҙарҙы ла, хәрби дәрескә ҡыҙыҡһындыра ала белде. Хәтеремдә, 9а һәм 9 б кластары бергә уҡый инек, дәрес барышында райондың хәрби комиссары килеп инде. Ағайыбыҙ беҙгә смирно тип, приказ бирҙе лә хәрбиҙәрсә комиссарға честь биреп, дәрестең темаһын, бурысын тиҙ генә әйтеп бирҙе.
Ниндәй үтә ине беҙҙең “зарница”лар! Түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек бит. Төрлө-төрлө мауыҡтырғыс уйындар, ярыштар. Погондар тегеп, мөмкин тиклем хәрбиҙәрсә кейенеп, сәмләнеп ярыша инек. Һәр класс үҙе бер отряд, уның командиры һайлана. Уҡытыусым мине командир итеп тә ҡуйҙы әле ул. Тимәк, миңә ышанған. Рәхмәт, ағайыбыҙға, беҙҙе күп нимәгә өйрәттегеҙ.
Беҙҙең мәктәптә балаларға өлгө булырлыҡ матур парлы уҡытыусылар ғаиләһе күп эшләне. Шуларҙың араһында мәктәпкә директор итеп Мәсәғүтов Ирек Сәмиғулла улы һәм уның тормош иптәше Людмила Нәҡип ҡыҙының килеүе беҙҙең өсөн оло ваҡиға булды. Икеһе лә йәш, матурҙар. Уларҙы күҙәтәбеҙ, ҡыҙыҡһынабыҙ. Людмила апай мәктәптә гимнастика түңәрәге асып ебәрҙе. Ҡыҙҙар менән ҡыуанышып йөрөйбөҙ, апайыбыҙ кеүек һомғол, зифа буйлы булғыбыҙ килә, уның һәр хәрәкәтенә һоҡланабыҙ, спортҡа һөйөү уятты уҡытыусыбыҙ. Ирек Сәмиғулла улының кемгәлер тауыш күтәргәнен, асыулы йөҙөн күргәнем булманы. Һаҡ ҡына баҫып килеп инер ҙә, йомшаҡ ҡына тауышы менән линейкала сығыш яһап, унан ныҡлы ғына итеп талаптарын ҡуйыр ине, хәстәрлекле етәксе булды. Улар беҙгә матур, өлгөлө ғаилә эталоны булып ҡалдылар.
Мәктәптә уҡыу-тәрбиә барышын тикшереп,күҙәтеп, унан һуң баһа ҡуйыуҙың көслө ысулдарының береһе – ул кластарҙың аҙна буйы ентекле дежурствоһы һәм линейкала ныҡлы анализ биреүе ине. “Һәнәк” газетаһы сығарып, “5” билдәһенә уҡыған кластар –ракетала, “4” билдәләре – самолетта оса; “3” билдәләре – машинала елә, “2”ләре күптәр ташбаҡала китеп бара тип, сағыу һүрәттәр менән төшөрөлөп элеп ҡуйыла ине.
Шул тиклем дә хәтерҙә сағыу, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған мәл –ул Яңы йыл байрамы. Мин башҡа бер ҡайҙа ла ундай матур үткән маскарадты күргәнем юҡ. Нисек әҙерләнә инек беҙ был байрамға! Ҡыш, шыршы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу тураһында йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлай, йырлап репетициялар үткәрә, ниндәй генә костюмдар текмәй инек, кластарға төрлө төҫтәге ҡағыҙҙарҙан сынйырҙар эшләп тә ярыштыҡ. Әтейем Мөлөкөв Урал Малик улы уйнаған дәртле йырҙар-көйҙәр, Яңы йыл кисәһендә генә парлашып бейегән күңелле польканы – бер ҡайҙа ла ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ. Ә балалар өсөн ниндәй матур ҡиммәтле бүләктәр бирә торған инеләр. Тапҡандар бит юлын, аҡса юҡ тигәнде беҙ ишетмәнек. Беҙҙең бала саҡ – мөғжизәле әкиәт донъяһы булған ул.
Балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн смотрҙар нисек шәп үтә ине! Иҫемдә, мин 4-се класта уҡығанда башҡа номерҙар рәтендә беҙ әнейем өйрәткән “Ҡымыҙ” бейеүен бейеп, Абзанда зона конкурсында ҡатнашып, унда мәктәбебеҙ 1-се урын, Иҫәнғолда район араһында тағы ла 1-се урын яулап, бер машина тейәлеп, ҡыуанышып еңеү менән ҡайтҡан инек.
Күңелле, оҙон йәйге каникулдарҙы нисек һағынып көтөп ала инек. Йәмле Эңгерсе буйындағы хеҙмәт лагеры тормошо үҙе бер хәтирә. Бер йәй беҙҙең класс ҡыҙҙары һауынсыларҙы ялға ебәреп, уларҙың урынына һыйыр һауып ярҙам да иттек әле. 1 сентябрь көнө колхоз рәйесе беҙгә термостар бүләк итте. Бына ҡайҙа ул хеҙмәт тәрбиәһенең өлгөһө!
Мин тағы ла үҙемдең күңелем түрендәге изге һүҙҙәремде бер матур, оло йөрәкле кеше тураһында әйтәһем килә. Ул апай беҙгә аҡ фәрештәләй күренә ине, шундай йомшаҡ күңелле, асыҡ йөҙлө, ҡулдары шифалы, беҙҙең һаулығыбыҙ өсөн ҡалҡандай һаҡта торған ауыл фельдшеры – Әбделғужина Маһиҙә апайыбыҙ. Ул эшләгән амбулатория ялтлап тора, ап-аҡ, тап-таҙа, ниндәйҙер тәмле генә еҫ, сафлыҡ-паклыҡ бөркөп торған илаһи бер урын ине. Ауырып барып инәһең дә, апайыбыҙҙың ипле генә өндәшеүе, зәңгәр күҙҙәре менән яратып ҡарауынан еңеллек тойоп, үҙебеҙҙе шәбәйеп киткәндәй тоя инек. Беҙҙең береһенән-береһе бәләкәй ишле ғаиләбеҙгә лә көн-төн, ал-ял тимәй кәрәк саҡта йүгереп килә, тиҙ генә ярҙам ҡулын һуҙа ине. Ысынлап та, Хоҙайым тарафынан бирелгән һәләт булған беҙҙең яратҡан апайыбыҙҙа. Беҙ Һеҙгә рәхмәтлебеҙ, Маһиҙә апай!
Туған мәктәбем үҙенең күркәм традицияларына тоғро йәшәп килә. Мине уҡытҡан барлыҡ уҡытыусыларыма рәхмәтлемен – уҡытыусы тигән ҙур исемде күтәреп, тормошта, хеҙмәтемдә уңышлыҡтарға эйә булыуымда Һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур.
Мөбәрәк булһын беҙҙең мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ юбилейлы тыуған көнө!