Бөтә яңылыҡтар

Хыялдар алға әйҙәй

Күҙ йәштәре аша йылмайып киләсәккә баҡҡан ун берҙәрҙе танырлыҡ түгел: сығарылыш балына улар ентекле әҙерләнгән – һомғол буйҙарына килешле костюм кейгән егеттәр ыҫпайланып, көйәҙләнеп киткән; ә ҡыҙҙар һуң! Киске бал күлдәктәрендә улар тағы ла һылыуыраҡ, иҫ китмәле һоҡланғыс! 21 июндә һәр урта мәктәптә үткән сығарылыш балынан һуң ун берҙәр ғүмерҙәрендәге иң мөғжизәле таңды ҡаршыларға тәбиғәт ҡосағына сыҡты. Әле бергәләр, аҙаҡ төрлөһө төрлө яҡҡа, хыялдарына табан юл алыр...

Быйыл район мәктәптәрен тамамлаусы ун берҙәр араһында алтын миҙалға лайыҡ булыусылар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – Байыш мәктәбенән Наҙгөл Марҡабаева. Мәктәп намыҫын һаҡлап, төрлө фәндәр буйынса район олимпиадаларынан ҡайтып килмәһә лә, ул БДИ-ла һынатманы: профиль математиканан – 88, рус теленән – 85, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 89 балл йыйыуға өлгәште. Афарин, Наҙгөл! Ә бит ул ишле мал аҫырап, донъя көткән ата-әсәһе Фәхерниса менән Рәүзәт Марҡабаевтарҙың йорт эштәрендә төп ярҙамсыһы ла.

– Нисек ундай һөҙөмтәгә өлгәшә алдың? Берәй сере бармы? Киләһе йыл ун бергә барасаҡ уҡыусыларға ла сис әле, – тип һорайым Наҙгөлдән.

– Бер ниндәй ҙә сере юҡ. Йыбанмаһындар, әҙерләнһендәр. Интернет мөмкинлектәрен файҙаланһындар. Мәҫәлән, «Бәйләнештә» селтәрендә «Решу ЕГЭ» төркөмө, ютубта видеодәрестәр бар, – тип яуапланы ул. Барыһы ла кешенең үҙенән тороуын йәтеш кенә аңлатты маҡсатлы ҡыҙ.

Уҡырға ҡайҙа барырға йыйыныуы тураһында һорашҡас, ағайҙары Дәүләт менән Данияр кеүек, нефть университетын һайлаясағын белдерҙе. Хыялдарың тормошҡа ашһын, Наҙгөл!

Ф. Әхмәтова.

Районда 21 уҡыусы мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, иң күбе Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә – 6

Читайте нас: