019 йылдың 1 сентябренән Өфөнөң 44-се һәм 162-се мәктәптәрендә (Сағыу биҫтәһе, Дим) полилингваль проектты ғәмәлгә ашырыу башлана. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте.
«Был мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыла, — тине министр вазифаһын башҡарыусы. — Балалар бер сменала уҡый, ә көндөң икенсе яртыһында улар өсөн тел клубтары, спорт һәм бейеү секциялары, художестволы һәм фәнни түңәрәктәр эшләй. Ата-әсәләргә уҡыусылар өсөн төрлө өҫтәмә белем биреү учреждениеларын эҙләргә кәрәкмәй».
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала 30 июлдә полилингваль селтәрҙәр булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Бөтәһе ошондай 14 урта белем биреү учреждениеһы була.
«Улар матур биналар ғына түгел. Беҙгә мәғарифты даими үҫтерергә кәрәк. Ошо 14 гимназия, кадрҙарҙан, методикаларҙан, йөкмәткеле эштән башлап, мәғарифтың локомотивы булырға тейеш, — тине Радий Хәбиров. — 1 сентябрҙән был мәктәптәр үҙҙәрен 21-се мәғарифы итеп күрһәтергә бурыслы».
Республика етәксеһе телдәргә юҡҡа ғына баҫым яһалмауын аңлатты. Хәҙерге донъяла балалар сәйәхәт итергә, сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында белем алырға тырыша.
Полилингваль мәктәптәрҙә уҡытыусыларға матди дәртләндереү саралары ҡаралған, сөнки унда иң яҡшы кадрҙарҙы йәлеп итергә тырышалар.