Һәләтлеләрҙе ваҡытында үҫтереү зарур
Һәләтле һәм талантлы балаларҙы асыу, уҡытыу, тәрбиәләү – мәғариф системаһының төп проблемаларының береһе. Быны хәҙерге йәмғиәткә белемле, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмайынса һөҙөмтәле ҡарар ҡабул итә алырҙай шәхестәрҙең кәрәклелеге менән аңлатырға булыр ине.
Тәбиғәт кешегә сикһеҙ мөмкинлектәр биргән. Шуға ла һәр бер бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Тик был һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү зарур.
Ошондай һәләтле балаларҙың береһе – Ирек Мәсәлимов. Ул Иҫәнғолдағы Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 9 класын тамамлаған. Бар яҡлап та һәләтле егет – данлыҡлы табиптар Әхмәт һәм Әнисә Хәмитовтар нәҫеленән. Ирек кесе йәштән белем алыуға ынтыла, фәндәргә һөйөү, ихтирам мөхитендә тәрбиә ала. Быйыл ул сәнғәт мәктәбенең фортепьяно класын тамамлаған. Химия фәне менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынып, 7-се класта программала химия фәне булмаһа ла, уҡытыусы Гөлнара Шашкина менән шөғөлләнгән. 7-се класс аҙағында ул үҙ аллы ҡатмарлы тәжрибәләр яһап ҡына ҡалмай, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабының 10-сы класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән эксперименталь өлөшөнә ингән титрҙар буйынса иҫәпләүҙәрҙе башҡара. Был эҙләнеүҙәре, ҡыҙыҡһыныуҙары бушҡа булмай: химия буйынса төбәк этабында призер булған егет, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты уҙғарған уҡыусыларҙың химия буйынса “Ломоносов” асыҡ олимпиадаһында еңеү килтерә, ә Бөтә Себер асыҡ олимпиадаһында призер була. Ул шулай уҡ Мәскәү физика-техник институтында булған химиянан асыҡ олимпиадала еңеүсе була. Үрҙә атап үтелгән олимпиада һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыу турында ҡатнаша һәм быйыл икенсе тапҡыр (вторично) 30 июлдән 22 авгусҡа тиклем булған Сочиҙа “Сириус” белем биреү үҙәгенә химия предметы буйынса белем биреү программаһына саҡырыла. Бөтә был еңеүҙәре өсөн Ирек үҙенең уҡытыусыһы Гөлнара Рәшит ҡыҙына рәхмәтле. Эйе, балаларҙың һәләтен асыуҙа һәләтле уҡытыусының булыуы – ҙур табыш. Уҡытыусыһы ла талантлы егетте тик яҡшы яҡтан телгә алды: “Балалағы һәләтте ваҡытында асыу бурыс. Был үтә лә яуаплы эш ата-әсәнең һәм уҡытыусыларҙың ҡулында. Ғаилә менән мәктәп ҡулға-ҡул тотоноп эшләгәндә генә, балаларҙа булған талантты тулыһынса аса аласаҡбыҙ. Ә Ирек үҙе талантлы, тырыш, һәр яңылыҡты йотоп ҡына тора. Ундай уҡыусы менән эшләүе лә күңелле”.
Талантлы бала һәр ваҡыт үҙенең йәмғиәткә кәрәклеген тойоп, алға табан ҙур эштәр башҡара алыуына ышанып йәшәргә тейеш.
Беҙҙең республикала ла “Мәғариф” милли проектына ярашлы, Сочиҙағы “Сириус” моделе буйынса үҙәк булдырыласаҡ. Үҙәк һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе туплап, уларға үҫеш йәһәтенән ярҙам күрһәтеү маҡсатынан төҙөлә. Билдәле булыуынса, ул бизнес-үҙәк базаһында һәм Республика инженер лицей-интернатында (“Фән” йүнәлеше буйынса), Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты һәм Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты (“Сәнғәт” йүнәлеше буйынса), шулай уҡ 5-се спорт профилле республика мәктәп-интернатында (“Спорт” йүнәлеше буйынса) асыласаҡ. Үҙәк сәнәғәт предприятиелары, белем биреү һәм ғилми учреждениелары, мәҙәниәт һәм спорт ойошмалары, төбәктең йәмәғәт берекмәләре менән бергәләп белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, һәләтле балалар һәм йәштәрҙе артабан үҫтереүгә, улар өсөн стажировкалар, практикалар ойоштороу өсөн тығыҙ бәйләнешлек итәсәк.
2018 йылдың октябрендә республика “Һәр баланың уңышы” федераль проект сиктәрендә бындай үҙәктәр булдырыу буйынса конкурс һайлап алыуында ҡатнашып еңеп сыҡты һәм федераль бюджеттан 211,4 млн һумлыҡ субсидияға эйә булды. Республика ҡаҙнаһынан был проектҡа 4,3 млн һумлыҡ аҡса бүленәсәк, тағы 64 млн һум – бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.
Үҙәк төбәктәге һәләтле йәштәрҙең һәм балаларҙың интеллектуаль эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк һәм Башҡортостан Республикаһының визит карточкаһы булыр тип күҙаллана.
һәләтле балаларҙы асыу, уларҙы үҫтереү эше системалы эш алып барғанда ғына үҙенең емештәрен бирәсәк. Шуның өсөн был эштә бөтә көстәрҙе берләштерһәк, йәғни, ғаилә, мәктәп, юғары уҡыу йорттары, ғилми коллективтар ойошоп эшләгәндә яҡшы һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ.