Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
18 Сентябрь 2019, 11:06

2020 йылда Өфөлә Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла

2020 йылда Өфөлә уҡыусылар һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Был хаҡта мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин «PROFфест» һөнәрҙәр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында һөйләне. 17-18 сентябрҙә Өфөлә Йәштәр өсөн һөнәри йүнәлеш фестивале уҙғарыла.

2020 йылда Өфөлә уҡыусылар һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Был хаҡта мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин «PROFфест» һөнәрҙәр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында һөйләне. 17-18 сентябрҙә Өфөлә Йәштәр өсөн һөнәри йүнәлеш фестивале уҙғарыла.
«Һөнәри әҙерлек үҙәген 2020 йылда асыу күҙаллана. Беҙ «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 50 миллион һумлыҡ грант оттоҡ. Майҙансыҡты Тыныслыҡ урамы, 14-се йортта урынлашҡан бизнес үҙәгендә булдырыу ҡарала», — тине Айбулат Хажин.
Мәғариф министры һәм хеҙмәт, ғаилә, халыҡты социаль яҡлау министры Юрий Мельников һүҙҙәренсә, һөнәри әҙерлек үҙәге алтынсы-ун беренсе класс уҡыусылары өсөн көндәлек эш форматында эшләргә, балалар унда ҡыҙыҡлы уйын формаһында ниндәй һәләттәрен үҫтерергә кәрәклеген, ниндәй һөнәри мөхиткә ҡарағанын билдәләй алырға, эш биреүсе менән аралашырға өйрәнергә тейеш.
Айбулат Хажин хәҙер инвесторҙар төбәктең кадрҙар потенциалына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүен, республика биләмәһендә инвестициялар урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән саҡта улар тәү сиратта шуның менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
Мәктәптәрҙә лә һөнәри йүнәлеш биреү эше алып барыла. Иртә һөнәри йүнәлеш биреү проекты сиктәрендә быйыл Өфө районының Миловка ауылында аграр университет һәм урта махсус уҡыу йорттары менән берлектә агрокласс асылды. Уҡыусылар бишенсе кластан алып һөнәр серҙәренә төшөнөргә тейеш.
«Яңы һөнәрҙәр атласы» проектының да һөнәри йүнәлеш биреүҙә ярҙамы ҙур. Уның ярҙамында уҡыусыларҙың хәҙерге һөнәрҙәрҙән тыш, киләсәк һөнәрҙәре менән танышыу мөмкинлеге бар. 2019 йылдың аҙағына проект әҙер булырға тейеш. Унда 22 тармаҡ буйынса яңы һөнәрҙәр күрһәтелә, айырым блок эшҡыуарлыҡҡа арнала.
#национальныепроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: