Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
18 Сентябрь 2019, 18:26

Ирме-ҡатынмы

Сәйер уҡытыусылар ниндәй тәрбиә бирә ала?

Интернет яҫмағын яңы хәбәр биләп алды. Мәктәптәрҙең береһендә ата-әсәләр уҡытыусыны эштән ҡыуыуҙы талап итә.


Ир педагогтың ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына оҡшатып тырнаҡ үҫтерә һәм уны буята икән. Йөҙ-ҡиәфәте лә бигерәк мөләйемлеге менән хәүефләндерә, ир-ат сырайына оҡшамаған. Ҡайһы берәүҙәр уның керпеген буяуы һәм тональ крем һөртөүе тураһында ла хәбәр итә. Ата-әсәләрҙә ирҙең енси ориентацияһында шик тыуған.


Был ир бишенсе класс уҡыусыларын рус теленән һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, педагог булараҡ, унан барыһы ла ҡәнәғәт, балалар ҙа ағаларын бик ярата.


Был Дондағы Ростов ҡалаһындағы осраҡ буйынса тикшереү булған, уҡытыусы менән һөйләшкәндәр һәм тырнағындағы буяуҙы юйырға ҡушҡандар. Ул эштән ҡыуылмаған.


Һеҙ нисек уйлайһығыҙ - был дөрөҫ аҙыммы? Әллә ҡатын-ҡыҙ һымаҡ ҡыланыусы ир педагогты эштән бушатыр кәрәк булғанмы?
Читайте нас: