"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
20 Сентябрь 2019, 11:57

Эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа булмаҫтар

Бөгөн – Ашнаҡсылар көнө

Әлеге ваҡытта иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе ул – ашнаҡсы. Башта – 116-сы һөнәрселек лицейы, унан Ейәнсура агросәнәғәт колледжында 20 йылдан ашыу уҡытыу дәүерендәРимма Ишмөхәмәтова бихисап ашнаҡсы сығарған.
– Элек бер йыл ғына уҡыта инек, хәҙер ашнаҡсы-кондитер һөнәренә, уҡытыуға талаптар үҙгәрҙе, – ти Римма Әлтәф ҡыҙы эше менән яҡындан таныштырып.
Бөгөн ашнаҡсылар яңы стандарттар буйынса, 9-сы класттан һуң – 3 йыл да 10 ай, 11-се кластан һуң 1 йыл да 10 ай уҡый. Сығарылыш имтиханы ла, ФГОС-ҡа ярашлы, етдиләштерелгән – тулыһынса эксперт һәм видео күҙәтеүе аҫтында үтә.Ҡуйыласаҡ билдәгә студенттыңтышҡыҡиәфәтенәналып, әҙерләгәнаш-һыуҙыңбиҙәлешенәтиклем –барыһы ла йоғонто яһай. Әммә был буласаҡ ашнаҡсыларҙы ҡурҡытмай, сөнки улар дәрестәрҙәлә, йыл да үткәрелгән“WORLD SkillsRussia” төбәк чемпионатында ла ҡатнашып, ныҡлы әҙерлек үтә.
– Беҙҙең сығарылыусыларҙыңкүпселеге һөнәре буйынса эшләй. Әлбиттә, ситкә китеүселәр күп. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең районда мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында эшләүселәр ҙә бихисап, – ти Римма Әлтәф ҡыҙы. – Һәр төркөмдә 2-3 егет белем ала. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң уларҙың күпселегехәрби хеҙмәтте лә һөнәре буйынса үтә.
Аҡсаһы ла ярайһы, эш урыны табыу яғынан да ҡыйынлыҡтар юҡ. Етмәһә, был
шәп һөнәргә үҙебеҙҙең район үҙәгендә уҡыталар! Тимәк, уҡыусыларға һәм
ата-әсәләргә һөнәр һайлау йәһәтенән уйланырға урын бар.
Читайте нас: