Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Сентябрь 2019, 11:00

Балаларҙы сикһеҙ яратыуығыҙ өсөн рәхмәт!

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү системаһы педагогтары, хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө


Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү системаһы педагогтары, хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Кескәйҙәрҙең бәхетле бала сағы һәм артабанғы яҙмышы һеҙҙең аҡылығыҙға, түҙемлеккә һәм баланың эске донъяһына иғтибарығыҙға бәйле. Һеҙҙең көндәлек мәшәҡәтле хеҙмәтегеҙ районыбыҙҙың иң кесе йәштәге кешеләренә тормошта тәүге аҙымын яһарға ярҙам итә, уларҙың йөрктәрендә изгелек, намыҫлылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ кеүек күркәм сифаттарға нигеҙ һала. Һеҙҙең ярҙам менән мәктәпкәсә йәштәгеләр тирә-яҡ мөхит серҙәрен аса, Тыуған илде яратырға һәм ҡәҙерләргә өйрәнә.
Шуның өсөн был өлкә муниципаль район хакимиәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Йыл һайын балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән солғауҙы арттырыу саралары күрелә, учреждениеларҙың матди-техник базаһы нығытыла, яңы балалар баҡсалары төҙөлә.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә мөғжизәле бала саҡ илен бар итеүсе һәр кемгә балаларҙы сикһеҙ яратыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: