"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Сентябрь 2019, 12:09

“Балаларҙы яратам, уй-кисерештәрен аңлайым”

Бөгөн тәрбиәселәр көнө Һөнәри байрамығыҙ ҡотло булһын! Ләйсән Хөсәйенова "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында 2007 йылдан алып эшләй, шуның һуңғы һигеҙ йылында – психолог.

Бөгөн тәрбиәселәр көнө

Һөнәри байрамығыҙ ҡотло булһын!


Ләйсән Хөсәйенова "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында 2007 йылдан алып эшләй, шуның һуңғы һигеҙ йылында – психолог.

– Ни өсөн мин психолог һөнәрҽн һайланым? Сөнки кескәй саҡтан балалар менән эшләргә тигән хыялым булды һәм тормошҡа ашты ла инде, уҡытыусыға уҡып сыҡтым. Унан юғары белем алырға тигән һорау килеп тыуғас, педагог-психолог һөнәренә туҡталдым. Һөнәр һайлауҙа яңылышмауымды балалар баҡсаһында педагог- психолог булып эшләй башлағас та аңланым. Балаларҙы яратыуым, уларҙың уй-кисерештәрен аңлауым, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба алыуым һөнәремде дөрөҫ һайлауыма шик ҡалдырмай, – ти Ләйсән Сәфәрғәли ҡыҙы.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә район етәксеһе ҡулынан алған Рәхмәт ҡағыҙы яңынан-яңы уңыштарға, ижади эштәргә рухландырып торһон, Ләйсән!
Читайте нас: