Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
3 Октябрь 2019, 14:16

Йолаға ингән осрашыу

Байрам һағыныслы иҫтәлектәргә һәм йыр-моңға бай булды.

Халыҡ-ара Ололар һәм Уҡытыусылар көндәре уңайынан район мәғариф бүлеге педагогик хеҙмәт ветерандарының традицион осрашыуын үткәрҙе.

Абруйлы педагогтар Сергей Чекмарев һәм "Дуҫлыҡ" ял парктары менән яҡындан танышты.

Иҫәнғолдоң 2-се һәм 3-се мәктәптәренә һәм Таҙлар балалар баҡсаһына экскусиялар ҙа бөтәһенә лә бик оҡшаны.

Һыу сыҡҡан шишмәһендә булғандан һуң саралар Муйнаҡ урта мәктәбендә дауам итте. Унда үткән байрам табыны һағыныслы иҫтәлектәр һәм йыр-моң менән аралашып барҙы.
Читайте нас: