Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Октябрь 2019, 13:06

Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу

Иҫәнғол 1-се һанлы мәктәбе башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Шәһит ҡыҙы Хунафинаның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу

Оҫта мөғәллимә, уңған әсәй һәм ҡатын

Бер урында оҙаҡ һәм емешле эшләгән хеҙмәткәрҙәр хөрмәт менән файҙалана. Өлкән быуындарҙың был данлы традицияһын хәҙер йәштәр дауам итә.

Иҫәнғол 1-се һанлы мәктәбе башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Шәһит ҡыҙы Хунафинаның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу – 1996 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан алып бөгөнгәсә ошо белем усағында эшләй. Уның тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте 2017 йылда БР Мәғариф министрлығы Почет Грамотаһы, төрлө йылдарҙа район мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Рәсимә Шәһит ҡыҙы үҙенең һәләтен “Йыл уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы класс етәксеһе” район бәйгеләрендә һынап, номинацияларҙа Дипломдар алған. “Был һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенгәнем булманы, мин ғәҙеллек яратам, шуға ла балаларҙың береһен дә айырмай тигеҙ ҡарайым, коллектив беҙҙең бик һәйбәт, эшләү өсөн шарттар бар. Биш көнлөк уҡыуға күсеүҙең дә ыңғай яҡтары күберәк тип уйлайым”, – тип фекерҙәре менән бүлеште ул. “Алтын балыҡ” тотһағыҙ, ниндәй теләк теләр инегеҙ?” – тигән ғәҙәти булмаған һорауыма ул һис икеләнмәй: “Мәктәптәге бөтә балаларҙың ла тиң ашатылыуын һорар инем, күп балалы, әҙ тәьмин ителгән һәм башҡа категорияларға бүлмәй, барыһын юғары кимәлдә туҡланыу ойошторһон ине хөкүмәтебеҙ”, – тине юғары категориялы уҡытыусы.

Яҡшы уҡытыусы ғына түгел Рәсимә Шәһит ҡыҙы һәйбәт әсә, уңған ҡатын да: ғаиләһен тәмле аш-һыу менән һыйларға бөтә ихласлығын һала, сәскәләр үҫтерергә ярата, көткән донъяларының йәмле, ҡотло булыуына уның тынғы белмәҫ егәрле ҡулдары әҙ өлөш индермәгән. Гел эш менән генә булмай, күңел ялы, рухи аҙыҡ та кәрәк. Был йәһәттән уҡытыусының яратҡан шөғөлдәренең береһе – китап уҡыу.

Мәктәптә уңышлы һәм оҙайлы йылдар эшләп йөрөү бер, әммә Һәр ҡатын-ҡыҙға хас булғанса, күңел төбөндә йөрөткән уйҙары ла бар: ваҡыт еткереп, заманса модалы итеп бәйләм менән булышыу, әлеге эшен ташламай, өҫтәмә эш булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар кейеме кибете асыу. Әлегә, был эш төрө хыялда ғына ҡала, кем белә, берәй ваҡыт тормошҡа ашыу юлдары ла килеп сығырға мөмкин. Тормошта барыһы ла еңел бирелмәй, ниәттәреңде үҙ көсөң менән бойомға ашырыу – киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн ғорурлыҡ.

Кеше яҙмышының сығанағы – бала саҡта. Яңы Себенле ауыл биләмәһе Ишемғол мәктәбендә уҡыған һөйкөмлө ҡыҙ Рәсимә мәктәп йылдарында үҙен активистка, тәбиғәте менән лидер итеп таныта, пионерҙар дружинаһы рәйесе, һуңғараҡ комсорг була. Ата -әсәһе Шәһит Мәзит улы (“Инәк” совхозында бригадир, хеҙмәткәр) һәм Йомабикә Сәфәр ҡыҙы (икмәк бешереүсе) ғаиләһендә үҫкән ике ҡыҙҙың өлкәне була Рәсимә. Атай-әсәй күбеһенсә эштә, шунлыҡтан Рәсимә үҙҙәре менән бергә йәшәгән өләсәһенең төрлө кәңәштәрен, тормош тәжрибәһен ишетеп-күреп, иплелек, инсафлылыҡ, эшһөйәрлек кеүек сифаттарҙы үҙләштереп үҫә, ҡәрсәһенән дә матур тәрбиә ала.

Хәләле Илшат Хунафин (янғын часында бүлек начальнигы, шулай уҡ кенәгәһендә бер генә яҙыу) менән күркәм ғаилә ҡорған Рәсимә Шәһит ҡыҙы, 20 йылға яҡын тормоштоң бөтә һынауҙарын бергә еңеп йәшәйҙәр, 4 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Гөлшат Ырымбур медицина университетын тамамлаған, Илнур Өфө авиация университетының – 1-се курс студенты, Тимур Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә 9-сы класта уҡый, Зарема “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Ҡыҙҙары Гөлшат Рәфис Исмәғилев менән үҙ ояһын ҡорған һәм ата-әсәләренә Ләйлә исемле ейәнсәр бүләк итеп шатландырғандар, кескәй ҡыҙ өләсәй-ҡартайҙарының наҙына ҡойоноп үҫә.

Был ғүмер бер генә бирелә, кешеләр төҫлө ҡәләмдәр кеүек үҙ яҙмышын үҙе һыҙа. Әле яңы ҡырҡ йәштәрҙе үткәндә артҡа боролоп, ғүмер юлына күҙ ташлағанда үҙ йортоң, татыу һәм ҙур ғаиләң, үҙ иткән эшең, яратҡан уҡыусыларың, кешеләр алдында яҡты йөҙөң булыуы – үҙе бәхет.

Әнисә Бикташева.
Читайте нас: