Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Октябрь 2019, 16:08

Киләсәгебеҙ сәләмәт булһын

Яңы етәкселәр – Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров менән район хакимиәте башлығы Д. Юлановтың сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса башланғысын хуплап, Арсен мәктәбе уҡытыусылары ла ошо йәһәттән эшкә ҡушылды.

Яңы етәкселәр – Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров менән район хакимиәте башлығы Д. Юлановтың сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса башланғысын хуплап, Арсен мәктәбе уҡытыусылары ла ошо йәһәттән эшкә ҡушылды.
16 сентябрҙә 5-6 кластарҙа үткән класс сәғәттәрендә тарих һәм ОБЖ уҡытыусыһы Р. Байбулатов “Опасное погружение” тигән йәнһүрәт күрһәтте. Унда төп геройҙар Платон Капитонович, Ваня һәм Маша “Полярус” микрокораблендә осраҡлы рәүештә алкоголь ҡулланған кешенең организмына эләгә... Йәнһүрәтте ҡараған 25 минут эсендә балалар алкоголдең кеше организмы өсөн ҡурҡыныс ағыу булыуын аңланы. Мәҫәлән, был ағыу ҡанға эләкһә, уның күҙәнәктәрен емерә. Емерелгән күҙәнәктәр бер-береһе менән йәбешеп, капиллярҙарға тығыла. Кислород һәм башҡа файҙалы матдәләрҙең инеүенә кәртә булған тромбтар ана шулай барлыҡҡа килә.Шуға ла эскән кешенең инсульт йә инфаркттан үлеү мөмкинлеге арта.
Артабан Рәсүл Рафиҡ улы дәрестең маҡсатына ирешеү, өйрәнгәнде нығытыу өсөн һорауҙар бирҙе, алкоголдең ағыу булыуын дәлилләп, статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе.Мәҫәлән, был ағыуҙан 2016 йылдың ғинуарында беҙҙең илдә 18000 кешенең ғүмере өҙөлгән. Сағыштырыу өсөн: Афған һуғышында беҙҙең илдән (ул ваҡытта Советтар Союзы) 15000 кеше үлгән.
Был интерактив дәрестә Рәсүл Рафиҡ улы “Общее дело” һәм “Айыҡ Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаларының интернеттағы әҙер методик программаларын ҡулланды.
Беҙ башҡа мәктәптәрҙең уҡытыусылары ла ошо башланғысты – сәләмәт һәм рухлы йәш быуын тәрбиәләү буйынса берҙәм эште күтәреп алыр тип ышанабыҙ.
М. Вартанян, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: