"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
5 Октябрь 2019, 10:00

Белем донъяһына юл асыусылар

Һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда үҙенең Уҡытыусыһы – аҡылы, күңел йомартлығыменән тормошҡа юл асҡан, үҙ көсөңә ышанырғаөйрәткән кешеһе бар...

Хөрмәтле педагогтар, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым!
Йыл һайын октябрь башында иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булған уҡытыусы һөнәрен үҙенең булмышы итеп һайлағандарҙы тәбрикләү яҡшы йолаға әүерелде. Һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда үҙенең Уҡытыусыһы – аҡылы, күңел йомартлығыменән тормошҡа юл асҡан, үҙ көсөңә ышанырға өйрәткән кешеһе бар. Һәм был йәһәттән районыбыҙға ғорурлана ала: беҙ педагогтар династияларына, тәжрибәле уҡытыусыларға бай, уларҙың традициялары ҡәҙерләп һаҡлана. Беҙҙең педагогтар яңы белем биреү технологияларын уңышлы үҙләштерә, белем биреү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй һәм ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уларҙың һәр төрлө һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеүҙәре, уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа уңышҡа өлгәшеүе ошо хаҡта һөйләй.
Йәш уҡытыусылар өсөн үрнәк, үҙ булмышыңа бирелгәнлек өлгөһө булған педагогик хеҙмәт ветерандары айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Баһалап бөткөһөҙ ҙур фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, юғары идеалдарға, илебеҙ педагогикаһының иң яҡшы традицияларына тоғролоҡ һаҡлай белеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусылар.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендә уңыштар һәм һөнәри оҫталыҡтың яңы үрҙәрен яулауығыҙҙы теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: