Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
5 Октябрь 2019, 10:30

Дүрт тарафҡа яҡты юлды балҡытыусы

Дүрт тарафҡа яҡты юлды балҡытыусы Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай. 2-се һанлы Иҫәнғол урта мәктәбенең 5 г класы уҡыусылары - Илзидә Әбделғужина, Алмаз Хәмзин, Зәлифә Тусалина, Динияр Сәйфуллин Азалия Дауытова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Марат ҡыҙы Хәмитова етәкселеге аҫтында, үҙҙәренең тәүге уҡытыусылары – Фәниә Хисам ҡыҙы Әбсәләмова тураһында хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөргәндәр.

Дүрт тарафҡа яҡты юлды балҡытыусы
Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай. 2-се һанлы Иҫәнғол урта мәктәбенең 5 г класы уҡыусылары ла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Марат ҡыҙы Хәмитова етәкселеге аҫтында, үҙҙәренең тәүге уҡытыусылары – Фәниә Хисам ҡыҙы Әбсәләмова тураһында хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөргәндәр.
Алға әйҙәүсе маяҡ кеүек
Тәүге уҡытыусы... Ошо тәү ҡарашҡа ике ябай ғына һүҙгә күпме мәғәнә, күпме көс һалынған. Сөнки уҡытыусының эше уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә киләсәктә баланың ниндәй шәхес булып үҫеүендә мөһим роль уйнай. Тик уҡытыусы ғына һәр баланың йөрәгенә үҙ асҡысын таба, уларҙың һәр уй-кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. Белем тауҙарына үрләгәндә лә уҡытыусы тәүге ярҙамсы, алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.
Ошондай үҙ эшен оҫта башҡарған, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы ғына түгел, ә кәңәшсеһе лә, иң яҡын кешеләренең береһе лә ул беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ Фәниә Хисам ҡыҙы. Мәктәпкә ингән тәү аҙымдан башлап, башланғыс синыфтарҙы тамамлағансы, ул беҙгә иң ҙур терәк һәм ярҙамсы булып торҙо. Уның үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡарыуы һәр нәмәнән күренеп тора. Фәниә Хисам ҡыҙы балаларҙың йөрәген тәү күреүҙән яулай. Уның тырышлығы бушҡа үтмәй. Балалар яҡшы уҡырға ғына түгел, ә мәктәптә үткәрелгән һәр сарала, төрлө түңәрәктәрҙә уңышлы шөғөлләнергә әүәҫләнеп китә. Уҡытыусыбыҙ һалған ныҡлы белем нигеҙе киләсәктә лә беҙгә яңынан-яңы үрҙәр яуларға, тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхес булып үҫергә ярҙам итеренә һис шикһеҙ ышанабыҙ. Шуға ла беҙ тәүге уҡытыусыбыҙ Фәниә Хисам ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Илзидә Әбделғужина.


Икенсе әсәйебеҙ булды
Беренсе уҡытыусым менән тәүге тапҡыр осрашҡан көн мәңге хәтеремдә һаҡлана. Мин әсәйемде етәкләп мәктәпкә килгәндә беҙҙе шат йылмайып асыҡ йөҙлө мөләйем генә уҡытыусыбыҙ ҡаршы алды. Шул ваҡытта күңелемдә булған «Миңә мәктәп оҡшармы?», «Мине үҙ итерҙәрме?», «Дуҫтар табырмынмы?» тигән борсолоулы уйҙар юҡҡа сыҡты. Фәниә Хисам ҡыҙы беҙҙе беренсе көндән үк уҡыу-яҙыуға ғына түгел, дуҫ һәм татыу булырға ла өйрәтте. Уның дәрестәрендә беҙ тыуған илебеҙҙе яратырға, тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға өйрәндек. Фәниә Хисам ҡыҙы беҙгә икенсе әсәйебеҙ кеүек бик яҡын. Беҙ әле лә аралашыуыбыҙҙы өҙмәйбеҙ.
Алмаз Хәмзин.


Киләсәккә юл асыусы
Беҙҙең тормош юлыбыҙҙа иң әһәмиәтле Кеше – беренсе уҡытыусы. Тик ул ғына беҙҙе балалар баҡсаһынан килгәс оло тормош юлына етәкләй. Мәктәп ҡағиҙәләре менән таныштыра, яңы тормошҡа күнегергә ярҙам итә. Әгәр ҙә ул балаларҙа белемгә һөйөү уятһа, шул саҡта ул киләсәккә юл асасаҡ. Минең беренсе уҡытыусым Фәниә Хисам ҡыҙы беҙҙе балалары һымаҡ ҡабул итте. Ул беҙгә түҙемле генә һәр бер дәресте ентекләп аңлатты. Беренсе уҡытыусыма мин бик рәхмәтлемен.
Зәлифә Тусалина.


Әрләһә лә ярата
Минең беренсе уҡытыусым – Фәниә Хисам ҡыҙы. Ул беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте, музейға, мультфильм ҡарарға йөрөттө. Фәниә Хисам ҡыҙы беҙҙең һәр беребеҙҙең тыуған көндәрен матур итеп үткәрә торғайны. Беҙ тыңламаған, шаярған саҡтарҙа әрләп тә алды. Шулай булһа ла ул беҙҙе ярата. Беҙ ҙә уны шул тиклем яратабыҙ һәм һағынабыҙ.
Динияр Сәйфуллин.


Бар нимәгә өйрәтте
Фәниә Хисам ҡыҙы бик матур, эшһөйәр, яҡшы уҡытыусы. Ул беҙҙе уҡырға, яҙырға, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтте. Беҙ беренсе класҡа бер нимә лә белмәйенсә, ҡурҡып барған инек. Мәктәпкә барып күп дуҫтар таптыҡ. Мин тәүге уҡытыусыма ҙур рәхмәт әйтәм! Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем!
Азалия Дауытова.
Читайте нас: