Был донъяға һәр кем үҙурыны, үҙтәғәйенләнешеменәнтыуа. Кемдер – кешеләрҙеңтәнен, бәғзеләрйәнендауалай. Берәүҙәртыумыштануҡсауҙагәрбула, икенселәргә иһә АллаһыТәғәләкүңелтулымоңбиргән. Шулайҙадонъялаиңизге, барлыҡпрофессияларҙың да башындаторғанберһөнәр бар – Уҡытыусы.
Яңыбай ауылында тыуып үҫкән Гөлшат Урал ҡыҙы Мәүлетовабала саҡтан сәнғәтте үҙ итә, йырларға ярата. Шуға ла ул 9-сы класты тамамлағас, музыка уҡытыусыһы булыу ниәте менәнӨфөләге 2-се педагогия училищеһына юллана. Диплом алғас, йәш белгес тыуған мәктәбенә ҡайтып, эш башлай. Юғары белем алыу теләге Гөлшат Урал ҡыҙын, Башҡорт дәүләт универститетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
– Училищела тарихтан директоробыҙ уҡытты. Үҙ фәненә шул тиклем ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Шуға ла юғары уҡыу йортона барырға ниәтләгәс, ниндәй йүнәлеш һайларға, тигән һорау тыуманы, – ти Гөлшат Урал ҡыҙы.
Ситтән тороп уҡырға инеү менән уға Яңыбай мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен бирәләр. Һәм ул бөгөн дә, 26 йыл хеҙмәт стажының 25 йылында балаларҙа тарихҡа һөйөү уята. Шулай тип әйтеү һис артыҡ булмаҫ. Сөнки Гөлшат Урал ҡыҙының уҡыусылары йыл да олимпиадаларҙа урындар ала, Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәҫәлән, Динә Дәминева, Инсаф Хужәхмәтов төрлө йылдарҙареспублика кимәлендә район данын яҡлаған. Тағы ла Илнар Хужахмәтов, Динә һәм Вадим Дәминевтар, Диана Шаһивәлиева юғары уҡыу йортона тарих, йәмғиәт белеменән БДИ һөҙөмтәләре буйынса уҡырға ингән.
– Тарих та, музыка кеүек, ижади фән бит ул. Уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн төрлө өҫтәлмә материалдар ҡулланам. Уларҙа маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләү өсөн тарихи шәхестәрҙе миҫал итеп килтерәм, – ти талапсан, шул уҡ ваҡытта уҡыусылар менән бер тулҡында “йөҙгән”уҡытыусы. Ул йылдан-йыл талаптар, дәреслектәр ауырлашыуын, әммә мөмкинлектәрҙең дә арта барыуын билдәләй. – Уҡыусыларҙың белемде арттырыуға булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланмауы, тарихи әҫәрҙәргә, ғөмүмән, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙары кәмеүе борсой.
– Гөлшат Урал ҡыҙы тәжрибәле, яуаплы, үҙ һөнәренә мөкиббән уҡытыусы ғына түгел, – ти уның хаҡында Яңыбай мәктәбе директоры Фәймә Ишмөхәмәтова. Етәксе уҡытыусының сараларҙа әүҙемлеген, ата-әсәләр менән килешеп, берҙәм эшләүен, тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының район береләшмәһе етәксеһе булыуын билдәләй. Гөлшат Урал ҡыҙы үткән уҡыу йылындағы “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһе призеры ла.
Уҡтыусы, РМО етәксеһе булараҡ, хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн күп эҙләнә, фәнде уҡытыу буйынса яңы методикаларҙы башта өйрәнеп, үҙе һынап ҡарай.Әлбиттә, был күп ваҡыт талап итә. Шулай ҙа һәр ҡатын-ҡыҙ, ниндәй уңышлы белгес булыуға ҡарамаҫтан, тәү сиратта ҡатын һәм әсә. Гөлшат Урал ҡыҙы төп ваҡытын һәм иғтибарын ғаиләһенә бүлә. Тап улар – тормош иптәше Айбулат Миниәхмәт улы менән Ынйы һәм Миләүшә исемле ҡыҙҙары эшкә дәрт һәм илһам, яңы үрҙәргә артылырға көс биреүсе лә инде.