Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
5 Октябрь 2019, 20:09

Уҡытыусым!

Фатима апай ярҙамында беҙ яҙырға, уҡырға, һанарға өйрәндек...

Уҡытыусы...Ниндәй матур, яғымлы һүҙ ул!Ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма түҙемле,мөләйем йөҙлө,балалар менән ихлас күңелдән аралаша белгән уҡытыусым Фатима Яҡуп ҡыҙы килеп баҫа.
Ул беҙҙе башланғыс кластарҙа уҡытҡанда яманылыҡ ҡылмаҫҡа, тик яҡшы кеше булып үҫергә өйрәтте. Кластағы 15 уҡыусыны тигеҙ күрҙе. Фатима апай ярҙамында беҙ яҙырға, уҡырға, һанарға өйрәндек. Бер ниндәй ауырлыҡ килеп тыуһа, ул беҙгә ярҙам итеп ебәрҙе, кәңәштәр бирҙе. Ул мине төрлө конкурстарға йөрөттө һәм беҙ һәр саҡ призлы урындар яуланыҡ. Фатима апайҙың кәңәштәрен, өйрәткәнен онотмаясаҡмын һәм ҙур кластарҙа ла яҡшы уҡыусы булырға тырышасаҡмын.
Беҙ, уҡыусылар,яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙы етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ. Биргән белемдәре, беҙгә ҡарата түҙемле һәм аңлай белеүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт еткерәбеҙ.
Рәмилә Ҡыуандыҡова,5-се класс.
Иҙәш мәктәбе.
Читайте нас: