"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
5 Октябрь 2019, 17:58

Яҡшылыҡҡа ғына өйрәтә

Шәмсиһан Мөхәммәт ҡыҙы беҙҙе үҙ балаһындай күреп, һәр беребеҙгә күңел йылыһын өләште.

...Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға.
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән –
Ул һин икәнһең дә асылда!
Әлфидә Ҡансурина.
Беҙҙең мәктәптә һәр бала өсөн янып- көйөп торған уҡытыусылар күп,улар белемгә өндәйҙәр, яҡшы кеше булырға өйрәтәләр.Бөтә уҡытыусылар ҙа һәр кешегә өлгө булырлыҡтар, береһен дә айырып әйтерлек түгел. Ә шулай ҙа минең өсөн иң яҡын ике уҡытыусы бар.
Беҙҙе беренсенән алып 4-се класҡа тиклем Байгилдина Шәмсиһан Мөхәммәт ҡыҙы уҡытты. Ул беҙҙе үҙ балаһындай күреп, һәр беребеҙгә күңел йылыһын өләште. Бәләкәй генә балаларға сабыр ғына ручка тоторға, хәрефтәр яҙырға, уҡырға өйрәтте. Хаталанһаҡ, йылы һүҙҙәр табып йыуата ла белде. Уҡыу менән генә булманыҡ беҙ, күңелле, дәртле йырҙар ҙа өйрәндек, төрлө концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Шәмсиһан апай уҡытҡан дүрт йыл мөғжизә кеүек үтеп тә китте.
Өлкән класта беҙҙең класс етәксебеҙ – Ҡыуандыҡова Гөлназ Миңлебай ҡыҙы. Ул башҡорт теленә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятҡан уҡытыусым. Яңлышҡан ерҙәрҙә төҙәтә, ауыр һәм ҡыйын булғанда ярҙам ҡулы һуҙа, кәңәштәр бирә. Тәртипкә әрләп түгел, ә тормоштағы ысынбарлыҡтарҙы миҫалға килтереп өйрәтә уҡытыусым.
Гөлназ апай менән дә төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ: иншалар, шиғырҙар яҙыу, яттан һөйләү конкурстарында ла, эҙләнеү эштәрендә лә. Ул бер ҡасан да беҙҙең өсөн ваҡытын йәлләмәй. Матур итеп ялды ла ойоштора белә апайыбыҙ.
Имтихандарҙың башынан алып, аҙағына тиклем беҙҙең менән бергә янды, көйҙө, төшөнкөлөккә бирелгән ваҡыттарҙа, кәрәкле һүҙҙәр табып дәртләндереп ебәрҙе.
Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Балаларға белем – нур таратыуҙы, үҙ теләге менән тормош девизы итеп алған кеше. Ул аҡыллы, мәрхәмәтле, талапсан һәм бала күңелен аңлай белә торған кеше. Бала өсөн ул дуҫ та, кәңәшсе лә, белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә булып ҡала.
Руфина Ураҡаева, 10-сы класс.
Иҙәш мәктәбе.

Читайте нас: