Кеше һәм эше
“Балаларҙа күңел таҙалығын һаҡлап ҡалырға”
“Һеҙ баланы уның менән һөйләшкәндә йә иһә өйрәткәндә генә тәрбиәләйбеҙ икән тип уйламағыҙ. Һеҙ уны тормошоғоҙҙоң һәр мәлендә, хатта һеҙ инде булмаһағыҙ ҙа, тәрбиәләйһегеҙ”. Антон Макаренконың ошо һүҙҙәрен үҙенең эш практикаһында девиз итеп алған Лениза Ишмулла ҡыҙы Уразова туғыҙ йыл Ейәнсура башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Эйе, интернат балаларына уҡытыусы ғына түгел, ә уларҙың икенсе әсәләре лә булырға тура килә.
Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Сурай ауылында тыуып үҫкән Лениза үҙен ҡайҙалыр сит өлкәлә уҡытырын күҙ алдына килтермәй ҙә. Яҙмышмы, әллә рус әҙәбиәтенә булған һөйөүеме – уны 1996 йылда Ырымбур дәүләт педагогия университетына илтә һәм ул унда буласаҡ тормош иптәше Илдар менән осраша.
2001 йылда филология белгеслеге дипломын ҡулына алған Лениза Ишмулла ҡыҙы хәләленең тыуған ауылы Иҙелбәктә хеҙмәт юлын башлай. Әҙме-күпме тәжрибә туплағас, йәш ғаилә Иҫәнғол ауылына күсергә ҡарар итә. Лениза Иҫәнғол беренсе һанлы мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүен дауам итә. 2010 йылда башҡорт гимназия-интернатына күсә, һәм юғары категориялы уҡытыусы бөгөнгәсә башҡорт балаларында икенсе туған тел – бөйөк Пушкин, Толстой, Есенин, Блок теленә һөйөү уята.
Лениза Ишмулла ҡыҙы дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, йөкмәткеле, юғары кимәлдә үткәрергә тырыша. Уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүҙә, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының яңы технологияларҙы өйрәнеүе һәм дәрестә уңышлы файҙаланыуы ҙур роль уйнай. Уның уҡыусылары район үткәрелгән олимпиадаларында, республика кимәлендә үткәрелгән ижади конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Һуңғы йылдарҙағы уңыштарын ғына телгә алып үтәйек. 2018-2019 уҡыу йылында Айзидә Йылҡыбаева, Айгүзәл Мөхәмәтйәнова уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабында, ә Айгүзәл Ю. Гагарин кубогына уҙған олимпиаданың район этабында еңеүсе булғандар. Ошо уҡ йылы Айгүзәл республика фәнни-практик конференцияла призер булған. Һаналып кителгәндәр уның уҡыусылары менән яулаған еңеүҙәренең бер тамсыһы ғына.
“Үҙемдең эшемде, балаларҙы яратам, – ти алдынғы ҡарашлы уҡытыусы. – Төрлө инновацион технологиялар ҡулланырға тырышам, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, үҙемдең белемемде камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем. Уҡыусыларымдың дәрестә алған белемдәре тормош юлында файҙа килтерһен тип, биргән һабаҡтарым ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн тырышам”.
Лениза Ишмулла ҡыҙы һөйкөмлө ҡатын, хәстәрлекле әсәй ҙә: тормош иптәше Илдар (ул һунарсылыҡ буйынса белгес булып эшләй) менән ике бала үҫтерәләр, уларға һәйбәт тәрбиә бирәләр. Улдары Арыҫлан 7-се класта уҡый, ә ҡыҙҙары Гүзәл 11-се класты тамамлау алдында. Балалары уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора: икеһе лә бейеү менән етди шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар. Арыҫлан тағы ла еңел атлетика, милли уйын – көрәш менән мауыға. Уразовтарҙың ғаиләһе 2018 йылда Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә уҙған “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, призлы урын алған.
Тел уҡытыусыһының шәхси еңеүҙәре лә күп: Лениза Ишмулла ҡыҙы быйыл “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән. Тағы ла республикала уҙған “Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары” конкурсында еңеп, аҡсалата дәртләндереүгә лайыҡ булған, дипломды ул премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова ҡулынан алған. Ошолай районды республика кимәлендә күрһәткән уҡытыусыға “афарин!” тиергә генә ҡала.
Ғәҙел, һиҙгер, тәртипле – уға ысын педагогҡа хас бөтә һыҙаттар ҙа тупланған, уға өҫтәп талант, аҡыл һәм сибәрлегендә Хоҙай йәлләмәй биргән. Тормошомда һәйбәт кешеләр күп осраны, тип иҫәпләй Лениза Ишмулла ҡыҙы. Иренең туғандары менән еңел һәм бик тиҙ уртаҡ тел таба, хеҙмәттәштәре уға кәрәк саҡта һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, уҡыусылары, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре һәр саҡ ихтирамлы һәм рәхмәтле. Лениза Ишмулла ҡыҙы уларҙың барыһы менән дә йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттә.
Мөғәллимәнең киләсәккә пландарына килгәндә: йәмғиәткә файҙа килтереп, уҡыусыларға алда торған имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итеү. Быйыл ул 5, 8, 10, 11-се кластарҙа уҡыта, әле ун берҙәр менән 2 декабрҙә рус әҙәбиәтенән уҙасаҡ йомғаҡлау иншаһына һәм алда торған БДИ-ға әҙерләнәләр. Иң мөһиме – балаларҙа күңел таҙалығын, мөхәббәткә ышаныстарын һаҡлап ҡалырға, ти ул.