Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
25 Октябрь 2019, 20:14

Гөрләп үтте этношәмбе

#мыединыБыл сара юҡҡа ғына үткәрелмәй, сөнки матур байрам – халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡынлаша. Беҙҙең Рәсәй, Башҡортостан үҙенең милләт-ара татыулығы менән башҡа илдәргә өлгө булып тора.Татыу булһаҡ, илебеҙ ҙә тыныс була, тормош та алға китә...

Район үҙәгенең Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбендә Мәғариф министрлығының тематик шәмбеләр моделенә ярашлы «Этношәмбе» проекты сиктәрендә бик матур сара үтте. Ул районыбыҙҙың бренды булған башҡорт шәленә арналды.
Сағыу биҙәкле милли күлдәктә, баштарына ҡашмауҙар кейгән, көмөш тәңкәле һаҡалдар кейгән, районыбыҙҙың йөҙөн данлап йөрөүсе «Йырау» халыҡ фольклор ансамбле, уның етәксеһе Гөлзиә Сафиулла ҡыҙы Татлыбаева, ансамблдең баянсыһы Ринат Бикташев мәктәпкә йәм өҫтәп, гөрләп килеп ингәс, уҡыусылар ҡыҙыҡһынып, тамаша залына йыйылды. Зал да шартына килтереп биҙәлгән – һуғылған балаҫ эленгән, ҡорамалы япмалы урындыҡ, уның эргәһендәге өҫтәлдә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күҙҙең яуын алып торған биҙәүестәр...
9-сы а һәм в,10-сы а класс уҡыусылары, уҡытыусылар, Бикбау башланғыс мәктәбенән уҡыусылар, уларҙың класс етәкселәре, китапханасылары килгән ине.
Сараны ойоштороусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хәйруллина ихласлыҡ менән бөтәһен дә сәләмләне:
– Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә этношәмбе көнө үткәрелә. Ә нимәне аңлата һуң “этно” һүҙе? Эйе, этно – ул ҡәбилә,халыҡ тигән мәғәнәгә эйә. Һәр милләт – ул ҡабатланмаҫ бер күренеш. Уларҙың үҙ мәҙәниәте, йолаһы, ғөрөф-ғәҙәттәре, ауыҙ-тел ижады, биҙәк-нағышы, йыр-моңо бар. Был сара юҡҡа ғына үткәрелмәй, сөнки матур байрам – халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡынлаша. Беҙҙең Рәсәй, Башҡортостан үҙенең милләт-ара татыулығы менән башҡа илдәргә өлгө булып тора.Татыу булһаҡ, илебеҙ ҙә тыныс була, тормош та алға китә.
Зилә Урал ҡыҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен күрһәтеүсе «Йырау» халыҡ фольклор ансамбле менән таныштырҙы. Улар, үҙ сиратында, уҡыусыларға «Шәл өмәһе» йолаһы аша, үҙенең йылылығы, йомшаҡлығы менән дауалаусы ла, уны һатып алған аҡса менән доньябыҙҙы бөтәйткән, барлыҡ-муллыҡ сығанағы булған Ейәнсура шәленә дан йырланы. Кәзә дебетенең күпереп торған, матур биҙәкле шәлгә әйләнгәнсе, нисә төрлө ҡорамалдар менән нисек итеп эшкәртелеүен, уларҙың исемдәрен әйтеп, күрһәтеп , таҡмаҡтар, йыр һәм бейеү аша таныштырҙы.
Иң оҫталарҙың береһе, сығышы Серекәй ауылынан булған Клара Ғәфүр ҡыҙы үҙенең бәләкәс саҡтан ошо көнгә тиклем яратҡан шөғөлөн ташламауы, шәлдең ғаиләһенә матди яҡтан ныҡ ярҙам итеүе, үҙенең ҡыҙына шәл бәйләү серҙәрен өйрәтеүе, был шөғөлдөң быуындан-быуынға мотлаҡ тапшырылып, аманат итеп һаҡларға тейешлегебеҙҙе әйтте.
Ошонда уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү буйынса Фәимә Хәлим ҡыҙы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был бигерәк тә ҡыҙҙарға оҡшаны.
Сара шундай йылы, ихлас кимәлдә үтте. Уҡыусылар һуңынан милли биҙәүестәрҙе кейеп фотоға төштөләр, нисек эшләнеүен яңынан ҡыҙыҡһынып һораштылар.
Этношәмбене ойоштороусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зилә Хәйруллина һәм Ғәлиә Абдуллина үҙ маҡсатына иреште һәм уҡыусыларҙа үҙ халҡының мәҙәниәтенә һөйөү,ихтирам тәрбиәләүгә ҙур өлөш һалды. Был сара уҡыусыларға рухи тәрбиә биреүҙең яҡшы өлгөһө булды.
Читайте нас: