Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Октябрь 2019, 12:01

Республикала «Географик диктант» 700-ҙән ашыу майҙансыҡта ойошторола

Башҡортостанда йәшәүселәр «Географик диктант»ты 700-ҙән ашыу майҙансыҡта яҙасаҡ. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙа. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уларҙың дөйөм һаны 5,5 меңдән ашып китте. Был — акция үткәрелгән осорҙа рекордлы һан. Былтыр диктант 3532 майҙансыҡта уҙҙы.

Башҡортостанда йәшәүселәр «Географик диктант»ты 700-ҙән ашыу майҙансыҡта яҙасаҡ. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙа. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уларҙың дөйөм һаны 5,5 меңдән ашып китте. Был — акция үткәрелгән осорҙа рекордлы һан. Былтыр диктант 3532 майҙансыҡта уҙҙы.
«Географик диктант-2019» 27 октябрҙә ойошторола. Күләмле халыҡ-ара акцияның инициаторы – Рәсәй президенты Владимир Путин. Рус география йәмғиәте уны бишенсе тапҡыр үткәрә. Беренсе Географик диктант 2015 йылда булды, ошо ваҡыт эсендә унда 900 меңдән күберәк кеше ҡатнашты.
Быйыл диктант, ғәҙәттәгесә, юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, ғилми институттарҙа, китапханаларҙа ойошторола. География буйынса белемде поездарҙа һәм вокзалдарҙа, ҡурсаулыҡтарҙа һәм «Варяг» ракета крейсерында, Санкт-Петербургта Рус география йәмғиәтенең Штаб-фатирында, «Күскенсе» этнопаркында һәм «Рәсәй — минең тарихым» тарихи парктарында ла тикшереп ҡарарға мөмкин.
Диктант-2019 дүрт вариантта төҙөлгән: Рәсәй һәм сит илдәр биләмәһендәге майҙансыҡтарҙа, онлайн Диктант уҙғарыу, күреү буйынса инвалидтар өсөн һәм күрһәтеү варианты. Барлыҡ варианттар ҙа рус һәм инглиз телдәрендә әҙерләнгән. Һәр вариант ике өлөшкә бүленгән 40 һорауҙан тора.
Бөтә илдәрҙә лә акция 27 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Онлайн Диктант акцияның сайтында dictant.rgo.ru Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 2-лә асыла. Уны биш көн дауамында – 31 октябргә көндөҙгә сәғәт 2-гә тиклем яҙырға мөмкин.