Был сарала "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм яҙыусы Сәрүәр Суринаның ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныслы булды.Уҡыусыларҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары, шиғырҙарҙы тамашасы күңеленә еткерә белеүҙәре һоҡландырҙы. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығышы, балалар, коллектив менән аралашыуҙары, бүләк итеп тапшырылған китаптар, күмәк фотоға төшөү - былар бөтәһе лә күңелгә дәрт, рух өҫтәне.