Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
31 Октябрь 2019, 12:38

“Көҙгө урманға” сәйәхәт

Һәр йыл һайын октябрь айында беҙҙең “Ләйсән” балалар баҡсаһында көҙ байрамы билдәләнә. Беҙҙең “Бал ҡорттары” кескәй башҡорт төркөмөндә лә беренсе тапҡыр Сөмбөлә - көҙ байрамы үткәрелде.

Алтын һибелгәндәй гүйә,

Һап-һары ерҙең өҫтө

Ағастарҙың да япрағы

Алтынға манған төҫлө

Һары япраҡтар ҡыштырлап

Һибеләләр туң ергә.

Балалар баҡсаһында – байрам ул һәр ваҡыттағыса мөғжизәләргә бай, тылсымлы төҫтәр, балаларҙың шат көлөүҙәре, ул ҡыуаныуҙары.
Һәр йыл һайын октябрь айында беҙҙең “Ләйсән” балалар баҡсаһында көҙ байрамы билдәләнә. Беҙҙең “Бал ҡорттары” кескәй башҡорт төркөмөндә беренсе тапҡыр Сөмбөлә - көҙ байрамы үткәрелде. Тышта һалҡынса, йәмле йәйҙең ҡояш нурҙары етмәй, әммә ләкин баҡсабыҙҙың матур итеп биҙәлгән музыкаль залында шундай йылылыҡ, изгелекле солғаныш бөркөлөп торҙо. Бик матур итеп кейенган ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәсе Рәсилә Минислам ҡыҙы һәм баҡсабыҙҙың музыкаль етәксеһе Алёна Филюз ҡыҙы менән "көҙгө урманға" сәйәхәткә юлландылар. Кескәйҙәрҙе “урманда” мөғжизәле осрашыуҙар көтә ине. Ә иң мөһиме Көҙ-Сөмбөлә менән осрашыу. Балаларҙың юлында терпекәй осрай. Терпе ролен мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнөң тәрбиәләнеүсеһе Алтынчурин Реналь бик оҫта уйнаны. Кескәйҙәр терпекәйҙең йомаҡтарын систеләр. Терпекәй малайҙарҙың “ Бәшмәк» бейеүҙәрен, шиғырҙарын бик хуш итте. Күп тә үтмәй Сөмбөлә – көҙ (алмаш тәрбиәсе Гүзәл вадим ҡыҙы) килеп керә кескәйҙәр янына. Ҡыҙҙарҙың “Япраҡтар» бейеүҙәре, “Көҙ килгән “ йыры байрамыбыҙға тағында йәм өҫтәне. Сәйәхәттең бик иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу эпизоды , сюрпризы кескәйҙәргә Сөмбөләнең – ҙур кәрзиндәге эре-ҡыҙыл алмалары булды.
Көҙ миҙгелен моңһоу көҙ тиһәләр ҙә, балаларға көҙ үҙенең һары-алтын япраҡтары, шул япраҡтарҙы ҡыштырлатып йүгереүҙе, күңелле ямғырҙары аҫтында эрзинкә итек кейеп ҡулдарына зонт тотоп йөрөүҙе әллә ни күрә бит улар. Бына шуға ла инде көҙ ҡаршылау байрамы балалар баҡсаһында һәр баланың да яратҡан байрамы булып торалыр моғайын. Сәйәхәт йыр һәм бейеү менән генә үтмәне, шулай уҡ күңелле тематикағы ярашлы уйындары менән аралаштырылды. Терпекәйгә күстәнәскә «Бәшмәк йыйыу”, Сөмбөлә менән «Ямғыр һәм ҡояш” уйындары кескәйҙәрҙең кес кенә йөрәктәрендә ҙур сағыу урын ҡалдырҙы. Беҙҙең сәйәхәт бик күңелле, мауыҡтырғыс, сағыу, әһәмиәтле үтте.

“Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Күҙәшева Рәсилә Минислам ҡыҙы.
Читайте нас: