Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ноябрь 2019, 00:00

Кемдәргә балл тейеш?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, Рәсәй Мәғариф министрлығының 2019 йылдың 24 июлендәге бойороғона ярашлы, Бөтә Рәсәй олимпиадалар һәм башҡа төрлө интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, Рәсәй Мәғариф министрлығының 2019 йылдың 24 июлендәге бойороғона ярашлы, Бөтә Рәсәй олимпиадалар һәм башҡа төрлө интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелде. Был тәҡдимде Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яҙғыһын Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы барышында белдергәйне.




Ошо бойороҡҡа ярашлы, республиканың юғары уҡыу йорттары 2020/2021 уҡыу йылында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәргә түбәндәгесә күләмдә өҫтәмә балдар билдәләне:




- Башҡорт дәүләт университеты: еңеүсегә – 10 балл, призерға – 7 балл;


- Өфө дәүләт нефть техник университеты: еңеүсегә – 10 балл, призерға – 7 балл;


- З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты: еңеүсегә һәм (йәки) призерға – 10 балл;


- Өфө дәүләт нефть техник университеты: еңеүсегә – 10 балл, призерға – 7 балл;


- Өфө дәүләт авиация техник университеты: еңеүсегә һәм (йәки) призерға – 7 балл;


- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты: еңеүсегә һәм (йәки) призерға – 5 балл;


- Башҡорт дәүләт медицина университеты: еңеүсегә – 3 балл, призерға – 2 балл.


Читайте нас в