Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
28 Ноябрь 2019, 15:10

Пландар менән түгел, бөгөнгөм менән йәшәйем

Афарин! 12-15 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү федераль институтында туған телдәр һәм рус теле уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе буйынса Бөтә Рәсәй финалы үтте. Ә инде 15 ноябрҙә конкурстың финалистарын тантаналы бүләкләү ойошторолдо. Тантананың Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советында үтеүе был сараның бигерәк тә әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс булыуы тураһында һөйләй. Финалистар араһында беҙҙең уҡыусыбыҙ ҙа бар ине. Ул – Яңыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Гөлсибәр Ҡансурина. Абруйлы комиссия бөтә Рәсәй буйынса ҡатнашҡан 370 уҡыусы араһынан тик биш уҡыусыны һайлап алды. Шуларҙың өсәүһе Башҡортостандан, ә икәүһе Ҡазан ҡалаһынан ине. Беҙҙең уҡыусыбыҙ “А. С. Пушкиндың әҫәрен туған телдә ятлау” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Афарин!
12-15 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү федераль институтында туған телдәр һәм рус теле уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе буйынса Бөтә Рәсәй финалы үтте. Ә инде 15 ноябрҙә конкурстың финалистарын тантаналы бүләкләү ойошторолдо. Тантананың Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советында үтеүе был сараның бигерәк тә әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс булыуы тураһында һөйләй. Финалистар араһында беҙҙең уҡыусыбыҙ ҙа бар ине. Ул – Яңыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Гөлсибәр Ҡансурина. Абруйлы комиссия бөтә Рәсәй буйынса ҡатнашҡан 370 уҡыусы араһынан тик биш уҡыусыны һайлап алды. Шуларҙың өсәүһе Башҡортостандан, ә икәүһе Ҡазан ҡалаһынан ине. Беҙҙең уҡыусыбыҙ “А. С. Пушкиндың әҫәрен туған телдә ятлау” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Үҙенсәлекле, һәләтле ҡыҙ менән уның кисерештәре, уй-фекерҙәре тураһында әңгәмә ҡорғанда, уны тағы ла нығыраҡ асҡандай булдым.
– Гөлсибәр, шиғриәткә, нәфис һүҙгә ҡасан һөйөү уянды?
– Ике йыл элек, тип әйтергә була. Алина Ғәлиева башҡарыуындағы шиғырҙарҙы тыңлау, Булат Ғафаровҡа бағышланған “Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем” шиғыр һөйләү бәйгеһендә икенсе урын алыуым, миңә көс-дәрт, илһам өҫтәне.
– Шулай ҙа шиғриәт, шиғыр һинең өсөн нимә ул?
– Ҡыйын, ауыр мәлдәрҙә йыуатып дөрөҫ юл биреүсе, үҙеңде яңы образдарҙа күреү, яңы ролдәргә инеү, шулар менән яңы, икенсе тормош кисереү…
– Күңелеңә ниндәй шиғырҙар яҡын?
– Ни өсөндөр драма, трагедия кисергән геройҙар яҡын миңә.
– Ҡайһы шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйһың, башҡараһың?
– С. Есенин, Р. Рождественский, Е Евтушенко, әлбиттә, Р. Ғарипов, М. Кәрим һ.б.
– Иғтибар иткәнем бар: һинең сығышыңды тыңлағанда күптәрҙең күҙҙәренә йәш килә, хатта илағандарын күргәнем бар. Сәбәбе нимәлә тип уйлайһың?
– Тыңлаусыларымдың авторҙың уй-кисерештәрен, әйтер һүҙен дөрөҫ итеп аңлап ҡабул итә алыуҙарындалыр һәм кешеләрҙең әле йөрәктәре, тойғолары “туң” түгел икәнлегендәлер.
– Шулай ҙа оло еңеүеңдең сере нимәлә?
– Бик ҡатмарлы һорау… А. С. Пушкиндың “Татьянаның Онегинға хаты”н Р. Ғарипов тәржемәһендә уҡыным. Татьяна миен әсир итте, рухландырҙы. Ундайҙарҙы һирәк осратырға була. Ул – ғашиҡ, нескә күңелле ҡатын, үҙенең хистәрен, уй-тойғоларын тыйып йәшәй белә.
– Мәскәү ниндәй ҡала ул? Хыялың аҡландымы?
– Иҫ киткес ҙур ҡала. Беренсе тапҡыр самолетта осоуым, әҙерәк ҡурҡытты ла. Шулай ҙа мәскәүлеләр изге күңелле, мәҙәниәтле, алсаҡ халыҡ. Баш ҡала боронғолоғо һәм заманса булыуы менән хайран итте. Ошо бәйгелә еңергә ярҙам иткәндәре өсөн рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Элиза Ғәзиз ҡыҙы Байбулатоваға, мәктәп директоры Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙы Ишмөхәмәтоваға, уҡытыусыларыма, район мәғариф бүлегенә һәм, әлбиттә, ата-әсәйемә, бигерәк тә апайыма рәхмәт әйткем килә.
– Уҡыусыларға, тиҫтерҙәреңә әйтер һүҙең.
– Бер ҡасан да, бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Ышаныс менән йәшәргә. “Был донъяла барыһы ла мөмкин, асыҡ…” Мин бер ҡасан да Мәскәүгә барып, унда ярышып, еңеүсе булырмын тип уйламай торғайным.
– Ниндәй пландар бар артабан?
– Мин пландар менән йәшәмәйем. Әгәр ҙә пландар ҡорһам, күпселек осраҡта килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Бөгөнгө көн менән йәшәргә тырышам.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Үҙенең тәбиғилеге, ябайлығы менән әсир иткән Гөлсибәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың туған телен, мәҙәниәтен, тыуған ерен, халҡын баш ҡалала бөтә булмышы менән кәүҙәләндерергә өлгәшкән ҡыҙыбыҙға һаулыҡ, бәхет, уңыштар, эске рухи донъяһының байыуын теләйем.
Читайте нас: