Гөрләп-шаулап “Йыл уҡытыусыһы – 2020” үтеп тә китте. Ул 2-се һанлы Иҫәнғол урта мәктәбендә уҙҙы. Унда районыбыҙҙың башланғыс класс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, физкультура, химия, математика, физика уҡытыусылары ҡатнашты. Әлбиттә, жюри ағзаларына 30 бәйгесе араһынан республика кимәлендә уҙғарыласаҡ “Йыл уҡытыусыһы – 2020” бәйгеһендә көс һынашасаҡ, районды күрһәтәсәк иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңел булмағандыр.
Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнде. Конкурс һынауҙары буйынса райондың иң яҡшы уҡытыусыһы тип 2-се һанлы Иҫәнғол урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Салауат Күсәбаев танылды.
Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Үтәғол урта мәктәбенән Дилбәр Фазлыева.
Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте исемен Таҙлар урта мәктәбенән Оксана Пирогова алды.
Райондың йәш йыл уҡытыусыһы тип Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Вера Воробьева танылды.
«Йыл уҡытыусыһы – 2020» республика конкурсында район данын яҡлаясаҡ педагогтарға уңыштар теләйбеҙ!!!