Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
19 Декабрь 2019, 20:11

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй

Башҡорт Үргене ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар әлеге белем йортонда йөҙәрләгән уҡыусыға тыуған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләп, үҙенең тынғыһыҙ ижади һәм ғилми эше менән башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлауға ҙур көс һалған шәхес. Ул“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” бәйгеһендә финалға үтеп, грант отҡан.

Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимова – Башҡорт Үргене ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар әлеге белем йортонда йөҙәрләгән уҡыусыға тыуған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләп, үҙенең тынғыһыҙ ижади һәм ғилми эше менән башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлауға ҙур көс һалған шәхес. Ул“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” бәйгеһендә финалға үтеп, грант отҡан. Форсаттан файҙаланып, еңеүсе менән әңгәмәләшеүҙән түбәндәгеләр билдәле булды.

Ғаиләм-ҡәлғәм минең

Уҡытыусы, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы, үҙендә икеләтә яуаплылыҡ тоя. Эштә генә түгел, өйҙә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр көтә. Балаларға яҡшы әсәй, өлгөлө ҡатын булыр кәрәк. Зилә Салауат ҡыҙының тормош иптәше Салауат Мурфаяз улы һәр ваҡыт таяныс, ауыр эшендә ярҙамсы булып тора. Ике ҡыҙҙары, Лилиә, Миләүшә, тормоштарына йәм өҫтәй, мәғәнә бирә. Лилиә - медицина колледжы студенты. Миләүшә - Мөхәмәт Исҡужин исемендәге башланғыс класты тамамлап, лицейҙа 5-се класта уҡый. Тормош һынауһыҙ булмай тигән кеүек, бер туған апаһы ныҡлы ауырып киткәс, улын, Русланды, үҙҙәренә тәрбиәгә алғандар, 6 –сы кластан опекаға алып, матур тәрбиә биргәндәр. Руслан республика политехник лицейын уңышлы тамамлап, аграр университетында уҡыған, хәҙер Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй, ғаиләгә таяныс. «Бала саҡта алған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы үҙгәртә алмаҫ» тип яҙған халҡыбыҙҙың атаҡлы улы Р.Фәхретдинов. Шунлыҡтан Әбхәлимовтар балаларҙа яҡшы һыҙаттар тәрбәләй. Ҡатмарлы, ауыр тормош шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. “Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә. Балаң барыбер һиңә оҡшаясаҡ”, - тиҙәр психологтар. Шуға ла уларға бөтә яҡтан өлгөлө булырға тырышалар. Әгәр ғаиләлә бала китап, гәзит, журнал күрмәй үҫә икән, уны уҡырға өйрәтеп булмаясаҡ. Бала китап тотҡан, китап уҡыған ата-әсәне күреп үҫергә тейеш. Зилә Салауат ҡыҙының бала сағы китап уҡыған, гәзит-журнал алдырған мөхиттә үткән. Атаһы, Салауат Зәбихулла улы, “Пионер”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, “Совет Башҡортостаны”, “Известия” гәзиттәрен яҙҙырған. Әсәһе, Мәрйәм Абҡадир ҡыҙы, ауыл китапханыһының иң оло уҡыусыһы исеменә лайыҡ булған, 77 йәшенә тиклем китапханан китаптар, журналдар алып уҡыған. Китап уҡыу, гәзит-журналдар алдырыу йолаһы Зилә Әбхәлимова үҙе ғаилә ҡорғас та дауам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ҡыҙҙарға бәләкәй саҡта “Аманат” журналы алдырһалар, үҫә төшкәс “Аманат” журналына яҙылалар. Журнал иғлан иткән конкурстарҙа ҡатнашып, бер-нисә тапҡыр бүләк тә ота Миләүшә. Лицейҙа иғлан ителгән “Уҡыған ғаилә” конкурсында еңеүсе булғандар. Лилиә, Миләүшә ҡыҙҙары, Руслан улдары башҡорт телен белгән, ихтирам иткән балалар булып үҫкән. Башҡорт теле буйынса төрлө олимпиада, конкурстарҙа теләп ҡатнашалар. Ғаиләлә башҡортса һөйләшеү, башҡорт булып тыуғанға ҡыуаныу, үҙ телеңдән оялмау тойғолары тәрбиәләй әсәй-атай. «Быйылғы йыл Ғаилә йылы тип юҡҡа ғына иғлан ителмәне. Яҡшылыҡ та, насарлыҡ та ғаиләлә башлана. Шуға ла балаларҙа Тыуған илгә, телгә һөйөү, ололарға ихтирам тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғаиләлә өйрәтелергә тейеш”, - ти Әбхәлимовтар ғаиләһе.

Хеҙмәтенә күрә -хөрмәте

Зилә Салауат ҡыҙының эшенә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт телдәр һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова былай тип баһалама бирҙе:

-Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимованы уҡытыусы-эҙләнеүсе тип әйтергә була. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларға төплө белем биреү маҡсатында төрлө яңы технологиялар, алымдар ҡуллана, эҙләнә. Беҙҙең институтта уңышлы яҡлаған ике автор программаһы – ошо эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе.

2012 йылда яҡлаған ( 10-11 кластар өсөн) “Телмәр мәҙәниәте һәм стилистика” электив курс программаһы ике бүлектән тора. “Телмәр мәҙәниәте һәм стилистика” бүлегендә башҡорт теленең функциональ стилдәре, уларҙың ҡулланышы, маҡсаты, стиль һыҙаттары ҡарала. Уҡыусылар стиль төрҙәре менән генә танышып ҡалмайҙар, ә алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәнәләр. Икенсе бүлек “Инша төрҙәре”. Был бүлектә иншаның бөтә төрҙәре: хикәйәләү, тасуирлау, фекер йөрөтөү тибындағы, картина буйынса публицистик жанрҙағы ( репортаж, интервью, хәбәрләмә,мәҡәлә, һүрәтләмә, аннотация, рецензия) иншалар ҡарала. Уҡыусылар инша төрҙәре менән танышып, уларҙы яҙырға, анализларға өйрәнә.

2015 йылда яҡлаған “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа дебат технологияһы” исемле автор программаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәғәйенләнгән. Бөтәһе 15 сәғәттән торған программаның маҡсаты - уҡытыусыларҙы дебат технологияһын ҡулланырға өйрәтеү. Уҡытыусылар алған күнекмәләрҙән һуң дәрес эшкәртмәһен төҙөйҙәр, түңәрәк өҫтәл ойошторалар.

2017 йылда “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә дебат технологияһын ҡулланыу” методик кәңәштәрҙе йыйынтыҡ итеп сығарҙы. Был йыйынтыҡҡа 11-се класта өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса дәрес-дебат эшкәртмәләре бирелгән.


Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,

Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

Мостай Кәрим

Уҡытыусылыҡ эшенең тәүге йылдарында Зилә Әбхәлимова Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбендә урыҫ балаларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта, халыҡтың нескә теле, бай әҙәби мираҫы аша буласаҡ башҡорт интеллигенцияһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсаты әлеге көндә эшләп йөрөүсе Республика политехник лицей-интернатына алып килгән. 17 йыл эшләү дәүерендә остаздарынан дәрестәр алған, хеҙмәттәштәренең эш тәжрибәһен өйрәнгән, ә иң күп өйрәнеүҙе уҡыусыларҙан алған.

Ижади, рухлы тәрбиәләнгән шәхестәр генә бөгөнгө еңел булмаған тормошта юғалып ҡалмай, үҙ маҡсатын ҡуя белә һәм уға ирешеү юлдарын аныҡ билдәләй ала. Бындай шәхестәрҙе тәрбиәләүҙә әҙәбиәт һәм тел дәрестәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Кеше хатаһында өйрәнеп йәшәүме, әллә үҙ хаталарың аша алға ынтылыу еңелерәкме? Тәүгеһелер, сөнки икенсеһе күпкә ауырыраҡ, ғазаплыраҡ, язалыраҡ. Шуға ла тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә йәштәрҙе уйландырырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, үҙ фекерен яҡлай алырлыҡ, һығымталар яһай алырлыҡ эш алымдарын эҙләй башлай уҡытыусы. Хәләф Юнысбаевтың диагностика-коррекция технологияһын, В.Э. Штейнбергтың логик-мәғәнәүи модель алымдарын эш тәжрибәһенә индереү тел дәрестәрен һөҙөмтәлерәк итһә, уҡыу программаһына индерелгән Башҡортостан әҙиптәренең тормошсан әҫәрҙәрен өйрәнгәндә дебат, бәхәс-

әңгәмә кеүек формалар уҡыусыларын нигеҙле уйландырырға, эҙләнергә, төплө фекер йөрөтөргә булышлыҡ иткән.

Фәнни-тикшеренеү эшен башҡарыу балаларҙа белем алыуға тағы ла көслөрәк ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Был алым уҡыусыларҙа аналитик фекерләү, Интернет селтәрен файҙаланырға өйрәнеү, күҙәтеүҙәр алып барыу, фекерҙәрҙе тәртипкә килтереү, үҙ фекереңде нығытып, һығымталар яһау, кешеләр менән аралашырға өйрәнеү, публика алдында сығыш яһау аша үҙеңде ышаныслы тотоу, ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү мөмкинлеген биргән.

Балаларға булған һөйөүе, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре, уҡыусылары менән уртаҡ уйҙары, бер йүнәлештә эшләүе, һайланған эш ысулдары үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Предмет олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеүҙәргә өлгәшеү тағы ла ышаныслыраҡ аҙымдар яһарға булышлыҡ иткән, ә иң ҡыуаныслыһы – уҡыусыларының студент булып, башҡорт телен өйрәнеүе, һаҡлауы һәм телде үҫтереүгә йүнәлтелгән форумдарҙа, акцияларҙа ҡатнашыуы хеҙмәтенә иң юғары баһа булған. Бөгөн мәктәптәрҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ҡағылышлы проблемаларҙың булыуы Зилә Салауат ҡыҙын оло борсоуға һала. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ныҡлы иғтибарҙың кәрәклеге республикала туған телдәр өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте менән бәйле булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Туған тел дәрестәренә бәйле сетерекле мәсьәләләрҙең килеп сығыуы йөрәккә бысаҡ менән сәнсеүгә бәрәбәр. Руслаштырыу сәйәсәтенә еңел генә бирелеп, ғәмһеҙ рәүештә үҙ балаларыбыҙға үҙебеҙҙең телебеҙҙән яҙҙырырға, үҙ моңобоҙҙан биҙҙерергә, үҙ халҡыбыҙҙан кәмһендерергә беҙҙең

хоҡуғыбыҙ юҡ, шуға ла бар йөрәгемде әсә телен уҡытыуға биреп, мин телебеҙ ҡеүәтлеген, милләтебеҙ мәртәбәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерәм, тип уйлайым һәм был миңә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Урыҫ милләтенән булған бер-нисә уҡыусым башҡорт телен туған тел булараҡ һайлауы минең дәрестәремде тағын да ҡыҙыҡлыраҡ үткәреүгә дәрт өҫтәй. Мостай Кәрим әйткәнсә: “Беҙ барбыҙ, буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ”.

Мин бәхетле уҡытыусы ғына түгел, бәхетле ҡатын һәм әсәй ҙә. Ошо бәхеттән дә ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң!?

Бар ерҙә лә ут һүнгән, ҡалам тәрән йоҡоға талған. Минең йортом тәҙрәһендә ем-ем итеп ут яна… Мин киләһе дәресемде ижад итәм”, - тине уҡытыусы.

Хәтер-ул һинең күңел хазинаң, һинең донъяң.

(Ғайса Хөсәйенов)

Музей – ул хәтер. Хәтерҙән юйылһа, әҙәмдең рухы ла һүнә. Уҡыусыларҙа рухи тәрбиә, үҙ тарихыңа, үткәнеңә ихтирам тәрбиәләүҙә мәктәп музейҙарының роле бик ҙур. Үткәнеңде белмәйенсә, киләсәкте төҙөп булмай, тиҙәр беҙҙең аҡһаҡалдар.

Республика политехник лицей-интернатында музей 1997 йылда асыла. Беренсе етәксеһе, ойоштороусыһы Әмәкәсов Юлай Камил улы була. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ярҙамында бай материал туплана. Бигерәк тә “Этнография” бүлегендә йыйылған уникаль әйберҙәр һоҡланыу уята. 2016 йылда лицейҙың 20 йыллығын билдәләргә әҙерлек башланғас, музейҙы Зилә Әбхәлимоваға тапшырғандар. Эште музейҙы паспортлаштырыуҙан башлай. Бөтә документтар рәткә килтерелеп Мәскәүгә ебәрелә һәм йыл аҙағында музейға танытма алына. Музей “Башҡортостан республикаһының паспортлаштырылған мәктәп музейҙары” йыйынтығына индерелгән. Үҙе етәкләгән 7 А класы менән “Мәктәп музейы активистары” тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге ойошторола. Ике йылға программа төҙөлә. Музейҙа реконструкция үткәрелә. Уҡыусылар, ата-әсәләр менән берлектә музейҙа яңы бүлек - “Совет осоро бүлеге” асыла. Ейәнсура районынан Юланов Илвирҙың ата-әсәһе совет осорондағы парта, пионерҙар борғоһо, барабан бүләк иткән. 7-се класс уҡыусыһы Ҡужаҡаев Артемдың ҡартаһы Ҡужаҡаев Айрат Сәлмән улы патефон, телевизор килтергән. Директор Ғөбәйҙуллина Римма Айрат ҡыҙы 6-сы кластағы мәктәп көндәлеген, ручка, совет осоро китаптарын бүләк иткән. Тәрбиәсе Әбдрәхимова Миңлегөл Рәфҡәт ҡыҙы мәктәп формаһын музейға тапшырған. Стенала лицей уҡытыусыларының мәктәп, студент саҡта төшкән фотолары урын алған. Ошо бүлек сығарылыш уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең яратҡан бүлегенә әүерелгән. Советтар Союзы осоронда үткән бала саҡты, йәшлекте хәтерләтә был бүлек.

Лицейҙа “Батыр” хәрби-патриотик түңәрәге уңышлы эшләп килә. Уҡыусылар ҡала, республика кимәлендә генә түгел, Рәсәйҙә лә һөҙөмтәле сығыш яһайҙар. Уларҙың уңыштарын күрһәткән айырым бүлек булдырылған. 9 май лицейҙа хәрби парад үтә. “Үлемһеҙ полк” та уҡыусылар теләп ҡатнаша. Ҡарталарының портреттары менән парадта үтәләр. Шулай итеп музейҙа “Үлемһеҙ полк” бүлеге булдырылған. 10- сы класс уҡыусыһы Усманов Инсаф Мәскәү өлкәһенән окоп көрәген алып ҡайтҡан. Шулай уҡ бында уникаль әйбер- һалдат көндәлеге һаҡлана. Уны 10-сы класс уҡыусыһы Савина Евгения тапшырған. Көндәлек уның ҡарт ҡартаһы Ефим Егорович Резаевтыҡы. Зилә Салауат ҡыҙы Евгения менән ошо көндәлек буйынса фәнни эш яҙған һәм Уҡыусыларҙың кесе фәндәр академияһында 1 урын яулағандар.

Лицейҙа йыл һайын Шәжәрә байрамы ойошторола. Иң беренсе Шәжәрә байрамы 2001 йылда үткәрелә. “Шәжәрә – тәрбиәгә эйә” тигән бүлек ошо байрамдар сағылдырылған фотолар менән тулыландырылған. Уҡыусыларҙың Шәжәрә буйынса эшләгән фәнни эштәре лә ошо бүлектә һаҡлана.

Лицейҙың уңыштары бихисап. Ул айырым бүлек “Беҙҙең ҡаҙаныштар” тип атала. Бында лицей яулаған диплом, грамоталар урын алған. Шулай уҡ лицей асылғандан бирле алып барылған “Лицей йылъяҙмаһы” альбомдары һаҡлана. Көслө уҡытыусылар ғына көслө уҡыусылар тәрбиәләй ала. “Беҙҙең миҙалсылар” стенды ошо хаҡта һөйләй. 20 йыл эсендә 168 уҡыусы лицейҙы алтын, көмөш миҙалға тамамлаған. Артабанғы стенд директорҙар, ветеран уҡытыусыларға һәм шунда эшләп киткән, лицей тормошона ҙур өлөш индергән уҡытыусыларға арнала.

Шкаф-стендттарҙа уҡыусыларҙың ҡул, ижади эштәре урынлаштырылған. Физика предметы буйынса уҡыусылар үҙҙәре эшләгән приборҙар тора.

Шулай итеп, музей - тарих сығанағы. Уҡыусылар был музейҙа булырға яраталар, унда үткәрелгән дәрестәрҙе онотмайҙар.

Уҡытыусы профессияһына дан йырлаусы

Мәғариф өлкәһендәге яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, яңыларын туплау, ғөмүмән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының дәрәжәһен күтәреүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсаты Зилә Әбхәлимоваға күп һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға этәргес көс бирә. 2004 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡанда, тәжрибә юҡлығы үҙен һиҙҙерһә, 2014 йылда бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу үҙе бер ижади байрам булған. Оҫталыҡ кластары, инновацион проект яҡлау, дәрестәр күрһәтеү бер тында үтеп киткән. Бына көтөлгән еңеү! “Иң өлгөлө дәрес” номинацияһында еңеүсе! Уҡытыусының иң төп эше - төплө дәрес биреү. Жюри мине шундай номинация менән баһалағанға сикһеҙ шатлана сәмле уҡытыусы. Күҙәтеп йөрөй: Башҡортостан уҡытыусылары бер ҡасан да һынатмайҙар, бик уңышлы сығыш яһап ҡайталар. 2015 йыл Мәскәүҙә конкурста ҡатнашырға форсат сыға. Өс этаптан торған конкурстың һайлап алыу турын уңышлы үтә. “Минең педагогик кредо” тигән эссе, бер дәрестең эшкәртмәһен 1- се турға ебәрә. 2- се турға үҙенең эшең, уңыштарың күрһәткән портфолионы йыйып ебәрерә һәм саҡырыу көтөрә. Бына ул көн килеп еттә! Зилә Әбхәлимоваға ла финалға үтеүе тураһында саҡырыу килә! Бөтә сығымдарҙы үҙҙәре, Грант иҫәбенән ҡаплаясаҡтары тураһында еткергәс, бер аҙ шаңҡып ҡала. Дәртләнеп әҙерләнергә тотона: дәресте видеоға төшөрөү, оҫталыҡ класын әҙерләү, күргәҙмәгә материалдар туплау, милли кейем табыу.

Ниндәй башҡорт саҡырған ергә күстәнәсһеҙ йөрөһөн! Күстәнәскә бейеү алып барырға була. Хореография мәктәбенән Лилиә Рәмил ҡыҙы бик матур бейеү өйрәтә. Бына Мәскәү! Теүәл биш көн бара конкурс. Бөтәһе 40 финалсы. Мәскәү буйлап экскурсиялар, операға барыу онотмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Жюри ағзалары менән танышҡас, ҡаушауы бөтөнләй юҡҡа сыға. Беренсе көндө үҙең менән таныштырыу (визитка), икенсе көндө видеодәрескә комментариялау, зал менән оҫталыҡ класын күрһәтеү һәм үҙеңдең эшең тураһында күргәҙмә әҙерләү булһа, өсөнсө көндө түңәрәк өҫтәл ойошторола. Бына аҙаҡҡы көн. Конкурсты йомғаҡлау өлөшөнә бөтәһе лә милли кейемдәрҙә килә. Ситтән ҡараһаң, шундай матур, иҫ киткес күренеш. Еңеүселәрҙе билдәләйҙәр. Зилә Салауат ҡыҙы жюри ағзаларының махсус дипломына лайыҡ булып, тәүге 15 иң яҡшы уҡытыусылар рәтенә инә!

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән “Уҡытыусы оҫта” конкурсында уҡытыусылар үҙҙәренең методик оҫталығын камиллаштыра, яңы технологиялар үҙләштерә, уларҙы дәрестә файҙалана. 2015 йылда беҙҙең героиня был конкурста үҙ көсөмдө һынап ҡарарға була. Конкурсҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәғәйенләнгән “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа дебат технологияһы” исемле автор программаһын тәҡдим итеп, финалға үтә, унда Мәғарифты үҫтереү институтының Ғилми советы алдында шәхси программаһын яҡлай һәм Мәғариф министрлығы ҡарары менән “Уҡытыусы- оҫта” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, “Башҡортостандың педагогик элитаһы: поофессиональ конкурстар еңеүселәре һәм призерҙары” йыйынтығына инә.

Эш урыны – тәртип өсөн

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тейешле кимәлдә уҡытыу өсөн зауыҡ менән йыһазландырылған, бай йөкмәткеле башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын булдырыу төп шарт булып тора. Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын булдырыу, йыһазлау, тулыландырыу өсөн бик күп көс талап ителә. Зилә Әбхәлимованың эш кабинеты интерьеры ентекләп уйланылған, һәр планшет, стенд зауыҡ менән биҙәлгән. Стендтар тематик яҡтан үҙгәртелеп тора. “Класс мөйөшө” стендында класс тураһында белешмә, яңылыҡтар эленә. Икенсе стенд йылдың исеменә тура килтерелеп үҙгәртелә. Өсөнсө стенд уҡыусыларға фәнни-ғәмәли эш яҙғанда кәңәш формаһында бирелгән. “Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары” стенды тулыландырыла. Портреттар ваҡытында өҫтәлә. Күргәҙмә стенды ла үҙгәртелеп тора. Кабинетта булған журналдарҙан картотека төҙөлгән. Был картотека фәнни эш эшләгәндә, дәрескә әҙерләнгәндә бик уңайлы. Әҙәби китаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың исемлеге бер тәртипкә килтерелеп, китапсыҡ рәүешендә баҫтырылған. Кабинет ҡала кимәлендә үткәрелгән “Туған телдәр кабинеты” конкурсында икенсе йыл рәттән еңеүсе булып килә. Лицейға килгән күренекле ҡунаҡтар башҡорт теле кабинетын ситләп үтмәй. Кабинетта төрлө осрашыуҙар, конкурстар, конференциялар үткәрелә. Уҡытыусы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт телдәр һәм башҡа туған телдәр кафедраһы тарафынан үткәреп килгән юбилярҙарға арналған дәрес эшкәртмәләре конкурсында йыл да ҡатнаша. Уҡытыусылыҡ эшен, уҡыусыларының уҡыуҙа һәм кластан тыш сараларҙа күрһәткән уңыштарын, үҙенең төрлө конкурстарҙа еңеүен Мәғариф министрлығы юғары баһалаған: “Башҡортостандың Мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырған. 2015 йылда “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсында еңеп, Башҡортостан хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ була.

Шулай итеп, һәр конкурс, бәйге уҡытыусыны ижади яҡтан үҫтерә, уға дәрт бирә.

Намыҫлы хеҙмәт ниндәй генә булмаһын,

аҙаҡ килеп кешегә ҡыуаныс килтерегә тейеш.

(Динис Исламов)

Зилә Салауат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙы уйландырырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, үҙ фекерен яҡлай алырлыҡ, һығымталар яһай алырлыҡ эш алымдарын ентекләп өйрәнә һәм дәрестәрҙә ҡуллана. Хәләф Юнысбаевтың диагностика-коррекция технологияһы уҡыусыларҙың алған белемен тестар ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшерергә мөмкинлек бирһә, В.Э. Штейнбергтың логик-мәғәнәүи модель йомғаҡлау дәресендә ҙур ярҙамсы булып тора. Методик тема булараҡ, дебат технологияһын төрлө сығанаҡтарҙан өйрәнеп, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә ҡуллана башлай. Уҡыу программаһына индерелгән Башҡортостан әҙиптәренең тормошсан әҫәрҙәрен өйрәнгәндә, дебат, бәхәс-әңгәмә кеүек формалар уҡыусыларҙы нигеҙле уйландырырға, эҙләнергә, төплө фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә. Республика политехник лицей-интернатына Бөтә Рәсәй гимназия берләшмәһенән бүләк ителгән видеоконференция ҡоролмаһы бик күп мөмкинлектәргә юл аса. Иң тәүге дебат-дәресен видеоконференция аша Ишембай ҡалаһы Башҡорт гимназияһы менән үткәрә. Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” әҫәре буйынса “Ғәйепләргә ярамай, аҡларға” дебат-дәрес берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Уҡыусылар үҙ позицияларын яҡлар өсөн бик күп аргументтар, факттар таба. Иң мөһиме: әҫәрҙе тулыһынса уҡып сығалар. Бәхәс уйын аҙағынан һуң да дауам итә. Артабан Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы буйынса “Урман мәңгелек булырға тейеш” дәрес-дебаты уҙғарыла. “Электрон китап уңайлымы?”, Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса төҙөлгән “Донъяны мөхәббәт ҡотҡарыр” исемле дәрес-дебаттар, оҫталыҡ кластар видеоконференция аша Рәсәй кимәлендә күрһәтелә.

Зилә Әбхәлимова “Уҡытыусы-оҫта” республика конкурсында еңеү яулағандан һуң Күмертау ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн 15 сәғәттән торған курстар үткәрә. Курс аҙағында түңәрәк өҫтәл ойошторола. Республика кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен үҫтереү курстарында оҫталыҡ кластары менән сығыш яһай. Темаға ҡағылышлы мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында һәм бик күп йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға. Бөтә йыйылған эш тәжрибәһен туплап, 2017 йылда йыйынтыҡ итеп сығара.

Ҡыуаҡтағы йәш сыбыҡты еңел бөгөп булған шикелле,

баланы йәшләй тәрбиәләү ҙә еңелерәк бирелә.

(Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев)

Уҡытыусы үҙ предметы буйынса белем генә бирмәй, тәрбиәләй ҙә. Зилә Салауат ҡыҙы үҙ туған телен яратҡан, башҡа телдәрҙе, милләтте ихтирам иткән, тыуған иленә тоғро ҡалған, ата-әсәһен, үткәнен ихтирам иткән кеше тәрбиәләргә тырыша. Бының өсөн төрлө кимәлдә, төрлө юҫыҡта үткәрелгән бәйгеләр, кластан тыш саралар, конкурстар ярҙамсы булып тора. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән, уның эстәлеген яҡшы белгән уҡыусылар бер ҡасан да насар юлға баҫмаясаҡ. Урал батыр кеүек үҙ илен яҡлаясаҡ, һаҡлаясаҡ. Шәжәрәһен белмәгән кешенең киләсәген күҙаллауы ауыр. Уҡыусылары ата-әсәһе, олатай-өләсәһе ярҙамында үҙ быуынын тергеҙәләр һәм лицейҙа үткәрелгән “Шәжәрә” байрамында әүҙем ҡатнаша. Ата-әсәләренең, туғандарының килеп рәхмәт әйтеүҙәре ҙур мәғәнәгә эйә. Уҡыусылар теләп үҙ туған телен-башҡорт телен өйрәнә һәм лицейҙа үткәрелгән “Мин башҡортса һөйләшәм” акцияһында ҡатнаша. Башҡорт телен пропагандалауҙың бер сараһы булып “Шаяниум” конкурсы тора. Лицейҙа ул 5- се йыл рәттән уҙғарыла һәм “Шаҡмаҡ” командаһы бер-нисә тапҡыр зона һәм республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа еңеү яулай. Хәҙер ул командалағы егеттәр Өфөнөң төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыһалар ҙа “КВН асыҡ лигаһында” ҡатнашып йөрөйҙәр, уңыштарға өлгәшә. “Башҡорт халыҡ уйындары” бәйгеһендә һәм “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижади фольклор фестивалендә ҡатнашыу халҡыбыҙҙың матур йолаларын һәм уйындарын яҡшы белеүгә этәргес көс бирә. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып халыҡ уйындарын уйнай. Класс менән эшләү уҡытыусыға айырым көс талап итә. Интернат системаһы булғас, ҡырҙан килгән уҡыусыларға икенсе әсәй ҙә, әхирәт тә, дуҫ та булырға тура килә. Баланың ышанысын яуламаһаң, тәрбиәләүе бик ауыр. 17 йыл эшләү дәүерендә Зилә Әбхәлимова класы менән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа йыш ҡатнаша. Музейҙарға, тәбиғәткә экскурсияларға ғына сығып ҡалмай, ололарға ла ярҙам итәләр. Шулай итеп уҡытыусының эше күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы.
Читайте нас: