Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Декабрь 2019, 07:27

Яңы төҫтәр менән балҡыны “Йәйғор”

Таҙлар ауылында күптән көтөлгән һөйөнөслө ваҡиға булды – “Йәйғор” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды! “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын асыу тантанаһын хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр ҙә һәм, әлбиттә, иң нығы – кескәйҙәр түҙемһеҙләнеп көттө.

Таҙлар ауылында күптән көтөлгән һөйөнөслө ваҡиға булды – “Йәйғор” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды! “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын асыу тантанаһын хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр ҙә һәм, әлбиттә, иң нығы – кескәйҙәр түҙемһеҙләнеп көттө.
Исеменә – есеме, тигәндәй, йәйғор төҫтәре менән балҡып, Таҙлар ауылына йәм биреп, үҙенә әйҙәп ултырған балалар баҡсаһына тәғәйен ваҡытҡа кескәйҙәре менән ата-әсәләр, ауыл халҡы, ҡунаҡтар – райондағы барлыҡ балалар баҡсаларының мөдирҙәре йыйылды. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева оҙатыуында мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Роза Абдуллина һәм подрядсы ойошма – “М Төҙөлөш-монтажлау компанияһы” ЯСЙ-һы директоры Рафаэль Сырлыбаев килеп етеү менән, тантана башланды. Ҡунаҡтар һәр ҡайһыһы таҙларҙарҙы сафҡа ингән яңы объект менән тәрбикләһә, район хакимиәте башлығы йылдан-йыл ҙурайған, өйҙәр һалып, төпләнгән йәштәр күп булған ауыл өсөн был балалар баҡсаһының ни тиклем мөһим булыуына баҫым яһаны. Дәмин Марат улы төҙөлөш эштәрен юғары кимәлдә башҡарған өсөн ойошма етәксеһе Р. Сырлыбаевҡа һәм хеҙмәткәрҙәргә район хакимиәте исеменән Хөрмәт грамоталары тапшырҙы.
Рафаэль Рим улы символик асҡысты “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире Альвира Сарбаеваға тапшырғас, мәртәбәле ҡунаҡтар ал таҫмаларҙы ҡырҡты – балалар баҡсаһы асылды! Ошо мәлде түҙемһеҙләнеп көткән һәр кем өр-яңы бинаның тупһаһы аша атланы. Ә эстә уларҙы ҡурсаҡ кеүек кейенгән ҡыҙҙар-малайҙар ҡаршыланы. Кескәйҙәр һөйөнөстәрен йыр-моң аша сағылдырҙы. Уларҙың сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Матур, сағыу биҙәктәр менән биҙәлгән балалар баҡсаһы матди-техник яҡтан да, хәүефһеҙлек йәһәтенән дәзаманса йыһазландырылыуы менән айырылып тора –бындай балалар баҡсаһы районда тәүгеһе! Быға төркөмдәр, аҙыҡ блогы, медицина, кер йыуыу бүлмәләре буйлап йөрөп ҡарап сыҡҡан һәр кем инанды. Бындай балалар баҡсаһында эшләү хеҙмәткәрҙәргә кинәнес, ә унда йөрөгән кескәйҙәргә ҙур һөйөнөс – уларҙың бәхетле бала саҡтарының онотолмаҫ “йәйғор”ло бер мәле булһын!