Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
20 Декабрь 2019, 09:27

Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта

Бөгөн Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика шыршы байрамы бара.Төп шыршыға республиканың һәр район-ҡалаһынан уҡыуҙа һәм кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, төрлө бәйге-олимпиадаларҙа урындар яулаған, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән 780 уҡыусы саҡырылған. Беҙҙең райондан иһә

Бөгөн Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика шыршы байрамы бара.
Төп шыршыға республиканың һәр район-ҡалаһынан уҡыуҙа һәм кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, төрлө бәйге-олимпиадаларҙа урындар яулаған, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән 780 уҡыусы саҡырылған. Беҙҙең райондан иһә унда Фидан Әбсәләмов (Яңыбай), Тимур Абрамов (Үтәғол), Айзидә Йылҡыбаева (гимназия), Эльвина Йәғәфәрова (Ф. Солтанов исемендәге) һәм Виолетта Емелина (2-се мәктәп) ҡатнаша.
Уҡыусылар кисә Яңыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы Зәлиә Сулпан ҡыҙы етәкселегендә Өфөгә барып етеп, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына урынлашып, төрлө яҡтан килгән тиҫтерҙәре менән аралашты, танышты. Ә бөгөн иһә улар күңелле тамашала – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй әйләнә, күңелле тамаша ҡарай.
Уҡыусыларға күңелле ял сәғәттәре теләйбеҙ. Ә бөгөнгө байрам тәьҫораттары менән улар ҡайтып еткәс, үҙҙәре уртаҡлашыр.
Читайте нас: