Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Декабрь 2019, 17:50

Ғүмерлеккә етерлек хәтирәләр менән

Мәскәү тиклем Мәскәүҙе күреү бәхете беҙҙең райондан Ишемғол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Розалия Мусина өлөшөнә тейҙе. Ул үҙенең фекерҙәрен беҙҙең менән дә уртаҡлашты.Илебеҙҙең иң матур шыршыһы янына байрамға барырға мөмкинлек биргәндәре өсөн үҙемдең мәктәбемә, уҡытыусыларыма, район хакимиәтенә һәм мәғариф бүлегенә ҙур рәхмәтлемен. Баш ҡалабыҙҙағы Яңы йыл күренештәре, Шыршы байрамы үткән бөйөк Кремль һарайы – былар бөтәһе лә минең өсөн яңы һәм беренсе тапҡыр. Улар тураһында хәтирәләр ғүмерем буйына һаҡланасаҡ. Байрамдан тик ыңғай тәьҫораттар менән, һәм күп-күп яңы дуҫтар табып ҡайттым. Бөтәһен дә Яңы йыл менән ҡотлайым!

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә балаларҙың Яңы йыл байрамына – Кремль шыршыһына барып ҡайтты.
Был байрамға хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, бәйге еңеүселәре һәм герой-балалар саҡырылған. 25 декабрҙә, улар өсөн Кремль һарайы фойеһында уйындар һәм конкурстар менән байрам уҙғарылды, Мәскәү, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторолдо.
Мәскәү тиклем Мәскәүҙе күреү бәхете беҙҙең райондан Ишемғол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Розалия Мусина өлөшөнә тейҙе. Ул үҙенең фекерҙәрен беҙҙең менән дә уртаҡлашты.
  • Илебеҙҙең иң матур шыршыһы янына байрамға барырға мөмкинлек биргәндәре өсөн үҙемдең мәктәбемә, уҡытыусыларыма, район хакимиәтенә һәм мәғариф бүлегенә ҙур рәхмәтлемен. Баш ҡалабыҙҙағы Яңы йыл күренештәре, Шыршы байрамы үткән бөйөк Кремль һарайы – былар бөтәһе лә минең өсөн яңы һәм беренсе тапҡыр. Улар тураһында хәтирәләр ғүмерем буйына һаҡланасаҡ. Байрамдан тик ыңғай тәьҫораттар менән, һәм күп-күп яңы дуҫтар табып ҡайттым. Бөтәһен дә Яңы йыл менән ҡотлайым!
  • Белеүебеҙсә, бындай ҙур Шыршы байрамдарына бар яҡтан да өлгөр, яҡшы уҡыған һәм уңыштары менән һөйөндөргән, ижади яҡтан һәләтле балалар лайыҡ була. Розалия ла Республика кимәлендә ғилми-тикшеренеү эштәрендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған, рус теле буйынса олимпиадала призлы урындар алған, художестволы үҙешмәкәрлек буйынса бихисап грамоталары бар, шулай уҡ районда һүрәттәр һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәр бәйгеләрендә күп тапҡырҙар еңеүсе булған. Илдең төп шыршы байрамына ул моңло күстәнәс әҙерләп алып барған, уҡытыусыһы Фәтих Фәтхрахман улы Әминев өйрәткән “Сыбай ҡашҡа” йырын башҡарған, бейеүҙе Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы Мусина һалған. Бына ниндәй һәләтле ҡыҙ ул!
    Читайте нас: