Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
6 Ғинуар 2020, 22:15

Гимназистар - саңғыла

Бөгөн Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатында 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн саңғыла әүҙем ял ойошторолдо.Тулыраҡ - сайтта

Бөгөн Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатында 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн саңғыла әүҙем ял ойошторолдо.
Уҡытыусылары Лениза Уразова һәм Райхан Иҙрисова етәкселегендәге ике команда өсөн физкультура уҡытыусыһы Йәғәфәр Хәсәнов күңелле эстафета ойошторҙо. Балалар ҙа, ата-әсәйҙәр ҙә ҙур тырышлыҡ һалыуы дуҫлыҡтың еңеүенә килтерҙе. Ә Бакировтар - "Иң татыу ғаилә", Ғәниевтар - "Иң әүҙем ғаилә", Аҡҡөбәковтар - "Спорт һөйөүсе ғаилә", Сырлыбаевтар - "Еңеүгә ынтылыш" һәм Йөҙөкәевтар "Спортсы ғаилә" номинацияһында билдәләнде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға Грамоталар һәм татлы бүләктәр тапшырылды. Әммә быныһы бигүк мөһим дә түгел, сөнки иң мөһиме - барыһы ла күңелле ял итте, ойошторолған саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: