Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
23 Ғинуар 2020, 18:22

Бындай фестивалгә эләгеү – үҙе үк еңеү ине

"“Ейәнсура таңдары” гәзитенең (https://vk.com/tandari?w=wall-107891741_16588) төркөмөндә Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығындағы “Беренсе мөхөббәт” исемле видеоны күргәс, күңелемде хәтирәләр биләп алды. 2017 йыл..." Роза Әхмәт ҡыҙы Квасованың мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ.

“Ейәнсура таңдары” гәзитенең (https://vk.com/tandari?w=wall-107891741_16588) төркөмөндә Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығындағы “Беренсе мөхөббәт” исемле видеоны күргәс, күңелемде хәтирәләр биләп алды.
2017 йыл... Информатика уҡытыусыһы Азамат Мансур улы Яҡшымбәтов кино төшөрөргә сценарий эҙләй. Сценарий юҡ, ә беҙҙең класс экранда шул тиклем матур күренер ине. Мин сценарийға тотонорға булдым һәм, образдар эргәлә йөрөгәс, уны бик тиҙ яҙҙым.
Фильмды тиҙ генә төшөрҙөк тә, “Етегән” конкурсына ебәрҙек. Тәүге еңеү! Унан фильмды“Ожмах – әсәйҙәрҙең аяғы аҫтында” тигән исем менән(сөнки авторҙың идеяһы буйынса ул шулай тип аталырға тейеш ине лә) бығаса Францияның Канны ҡалаһында үтеп, һуңғы ике йыл Рәсәйҙә барған"LimonFilms" халыҡ-ара балалар ижады фестиваленә тәҡдим иттек. Ҡазан ҡалаһында үткән сарағасаҡырыу алдыҡ. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙан режиссерҙар, балалар киностудиялары вәкилдәре йыйылғайны. Фестивалгә төрлө илдән ебәрелгән 150 фильмдың 60-ы финалға үткән һәм беҙ – улар араһында...
Беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, фестивалде асыу тантанаһы ла иҫ киткес булды! Конкурсанттарҙың тәүге фильмын ҡараныҡ һәм... сараның етдилеген аңлап, баҙап ҡалдыҡ... Беҙҙең фильм ВГИК тамамлаған сценаристарҙың, режиссерҙарҙың фильмдары менән бер рәттә... Уларҙың, әлбиттә, тейешенсә кастинг, профессионал актерҙар, реквизиттар һ.б. Беҙ балаларҙы бындай фестивалгә эләгеү – үҙе үк еңеү икәнлеген аңлатып, тынысландырҙыҡ.
Тантананың кисендә беҙҙе киске усаҡҡа саҡырҙылар. Ойоштороусылар классик фестивалдән ситкә тайпылып, уға милли колорит өҫтәп, кесе һабантуй итеп үткәрҙе. Милли уйындар, йыр-бейеүҙәр фестивалдә ҡатнашыусыларға тиҙ арала танышып, аралашып китергә ярҙам итте. Бында беҙҙең балалар Рәфил Әйүпов, Гүзәл Уразова, Айгүзәл Хәйруллина, Сәфинә Шашкина барыһын да хайран итте: һәр уйында ҡатнашалар,рәхәтләнеп татарса бейергә лә төшөп китәләр. Ә гитараға ҡушылып, рәхәтләнеп башҡортса йырлауҙары барыһының да, хатта ТатМедиаТВ өсөн “Яңылыҡтар” төшөргән операторҙың да иғтибарын йәлеп итте – беҙ кадрға эләктек.
Сара тамланыуға беҙҙең балаларҙы яңы дуҫтар уратып алғайны инде. Фестивалдә еңеүсе булған Мәскәү режиссеры балаларҙың ҡайҙан булыуҙары, ниндәй мәктәптә уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынды.
- Беҙ – Башҡортостандан! Беҙҙә тәбиғәт иҫ киткес! Килегеҙ беҙгә!
- Ә һеҙҙә бөтәһе ла шундаймы?
- Ниндәй?
- Яҡшы.
- Эйе, беҙҙең мәктәбебеҙ ҙә яҡшы, унда тик яҡшы ҡыҙҙар-малайҙар уҡый! Хатта беҙҙең мәктәптә тәмәке тартыусы ла юҡ! – Быны ишеткәс, уратып алыусылар араһында көлөп ебәрҙеләр. Миңә, класс етәксеһе булараҡ, уҡыусыларымдың һүҙен раҫларға тура килде. Һәм беҙ яңы дуҫтарыбыҙ күҙендә тағы ла үҫеп киткәндәй булдыҡ.
Беҙҙең ҡыҙҙар-егеттәр башҡалар менән еңел аралашты, бәлки телмәрҙә акцент, ниндәйҙер хаталар ҙа булғандыр, әммә улар һәр ҡайһыһы үҙҙәрен ябай, шул уҡ ваҡытта бәҫен төшөрмәй, бик лайыҡлы тотто. Мин уларҙы ситтән күҙәттем һәм ғорурландым.Уҡыусыларымдың үҙҙәрен тотошо миңә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй ине.
Осрашыу һуңында ТатМедиаТВ директоры Эльвира Мостафина беҙҙең уҡыусыларҙы һәр ҡайһыһын ҡосаҡлап, ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Ә фестивалде ябыу тантанаһында инде 12 номинация буйынса еңеүселәрҙе бүләкләгәндә: “Ожмах –әсәйҙәрҙең аяғы аҫтында” фильмы менән Башҡортостан Республикаһынан Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп “Уңышлы дебют” номинацияһында билдәләнә!” тигәнде ишеткәс, ышанырға ла-ышанмаҫҡа ла белмәнек... Был осор беҙҙең иң бәхетле мәлдәрҙең береһе ине...
Читайте нас: