Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
2 Февраль 2020, 13:00

6700 ғариза ҡабул ителгән дә инде

1 февралдә Башҡортостанда балаларҙы I класҡа уҡырға биреү буйынса махсус сайттарҙа онлайн режим аша 6700 ғариза ҡабул ителгән.

1 февралдә Башҡортостанда балаларҙы I класҡа уҡырға биреү буйынса махсус сайттарҙа онлайн режим аша 6700 ғариза ҡабул ителгән.
30 июнгә тиклем аныҡ мәктәпкә теркәлгән биләмәләрҙәге балаларҙы уҡырға алыу буйынса ғаризалар ҡабул ителһә, 1 июлдән – башҡа кескәйҙәрҙән. Мотлаҡ шарт бар: мәктәптә буш урындар булырға тейеш. Бер кем дә белемһеҙ ҡалмаясаҡ, бар балалар ҙа I класҡа уҡырға барасаҡ.
Техник көйһөҙлөктәргә килгәндә, улар яйға һалынған. Ғаризаларҙы https: //complect. edu-rb.ru “Мәктәптәрҙе электрон комплектлау” АИС-ы аша бирергә мөмкин. Әгәр ғаризаны биреүгә бәйле берәй мәсьәлә килеп сыҡһа, +7(347)266 10 96 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була. Порталдың көйлө эшләүен техник ярҙам күрһәтеү хеҙмәте контролдә тота.
Бынан тыш, ғаризаларҙы төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙыу мөмкинлеге бар: https://gosuslugi.bashkortostan.ru/service/97?sub=96. Әгәр был осраҡта проблемалар килеп сыҡһа, +7(347) 218 00 00 телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Ярҙам итеү хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Фото: ufa.kp.ru.
Читайте нас: