Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
12 Февраль 2020, 18:10

Ғүмерем – оҙон юл...

Ғүмерем –оҙон юл,Юлымда- кәртәләр.Ә мине оҙатаТоманлы иртәләр.Томанлы юлдарымҠайҙарға илтәләр?Бәхеттәр, шатлыҡтарҠайҙарҙа көтәләр? (М.Кәримов.)Күгәрсен ауылы күп кенә күренекле яҡташтарыбыҙҙың тыуған яғы. Матур тәбиғәтле, йыр-моңға, шиғриәткә, хуш еҫле болондарға, сылтырап аҡҡан шишмәләргә бай булған Күгәрсенебеҙ, бик күп һәләтле ул-ҡыҙҙар үҫтереп, бөгөн улар менән ғорурланып йәшәй. Шуларҙың береһе, бихисап әҫәрҙәр авторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы, яҡташыбыҙ- Марат ағай Кәримов. Ул 9 ғинуарҙа 90 йәшен тултырҙы. Ошо уңайҙан Н. Кәримов исемендәге Күгәрсен мәктәбендә “Ғүмерем – оҙон юл” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте.Сара ҡыҙыҡлы, бай һәм эстәлекле булды. Был байрамға оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытып, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусыбыҙ, шағирҙың бер туған һылыуы Гөлләрә Нәби ҡыҙы менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Мөхәммәтдин ҡыҙы Түләбаеваны ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.Күгәрсендәр күктә оса,Оҙата аналары.Беҙҙең ауыл да Күгәрсен,Беҙ – уның балалары! Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән мәктәп китапханасыһы Әлиә Әмир ҡыҙы Садиҡова таныштырҙы һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, М.Кәримовтың “Әрем”исемле шиғырын да һөйләп ишеттерҙе.Ата-әсәһе уҡытыусы булғанғамылыр, Марат Кәримов бик иртә уҡырға өйрәнә. Мәктәпкә барғанға тиклем үк китапханаға йөрөй башлай. Тәүге – “Көҙ” исемле шиғырын шул осорҙа ижад итә:Урманда ағасСәпсим яланғас. Үлән булмағас, Сусҡалар ҙа ас.Шағирҙың бала-саҡта яҙған шиғырҙарын уҡыусылар Ғәҙел Ҡолмөхәмәтов, Иҙел Дәминев , Алина Йөҙкәева һөйләне.Марат Кәримовтың беренсе әҫәрҙәренән үк уның лирик геройы асыҡ күренә. Ул тормошҡа йәне-тәне менән ғашиҡ шәхес, заманының ҡаршылыҡтарын еңеп сығырға барлыҡ рухи һәм ихтияр көсөн һалған. Сабый сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән быуын вәкиле булараҡ донъяның әсеһен-сөсөһөн дә күп татыған. Шулай ҙа тойғолары тоноҡланмаған, киреһенсә, кешеләргә иғтибары арта ғына барған ысын гуманист, хеҙмәтенең еңел түгеллеген дә, ысын тәмен дә белеп үҫкән кеше, ҡайнар мөхәббәт хистәрендә янған һәм шул хистәрҙе йәшлегенән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һүрелтмәй- һүндермәй һаҡлап килгән ир азаматы. Шул уҡ ваҡытта ул киң интернациональ ҡарашлы шәхес.Артабан кисәне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Фәнис ҡыҙы “Беҙ бер бөтөн”, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Риф ҡыҙы “Ямашлы буйзарында” шиғырҙары менән дауам итте.– Кем ул – шағир? – тигән һорау менән һүҙен башланы мәктәп директоры Фәнил Юлдашбаев. – Кемдер уны пәйғәмбәр, ә кемдер иһә әүлиә, ти. Ә миңә ҡалһа, шағир ул – үҙенең аҡылын, донъяға ҡарашын туплап, образдар аша башҡаларға еткереүсе талант. Ни тиклемен халыҡҡа еткерә ала, халыҡуны ни тиклем ҡабул итә ала, ул шул тиклем талантлыраҡ. Марат Кәримов үҙебеҙҙең Күгәрсен ерлегендә үҫеп, йәшәп, үҙ халҡының бөтә булған ынйыларын үҙендә йыйып, бөтә булған халыҡҡа тарата. Уның ниндәй генә шиғырын тотоп уҡыһаң да, уҡый башлау менән Һүрәм ағышын ишетәһең, тауҙарҙы күрәһең, үҙеңдең бәләкәй саҡтарың, урам буйлап йүгереүҙәрең, балыҡ ҡармаҡлауҙарың, һыу инеүҙәрең, эшкә йөрөүҙәрең күңелгә килә, иҫкә төшә. Марат Кәримов – тәрән тамырлы һәм тәрән фекерле, киң ҡарашлы һәм киң ҡоласлы, юғары зауыҡлы һәм юғары әхлаҡлы шағир. Уның шиғырҙары үтә лә халыҡсан, тормошсан һәм уҡыусының күңел ихтыяждарын яҡындан белеп, тәрәндән аңлап, үҙ күңеле аша кисереп яҙылған. Уның әҫәрҙәрен башҡа бер кемдеке менән дә бутап булмай. Ул шиғыр оҫтаһы, телдең тәмен тойоп яҙыусы һүҙҙең ҡәҙерен, баһаһын белеүсе шағирыбыҙ, –тип Фәнил Яхъя улы уҡыусыларға үҙенең фәһемле һүҙҙәрен әйтте.Гөлләрә Нәби ҡыҙының уҡыусыларға шағир ағаһы тураһында, мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы һөйләүе тулҡынландырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ татлы миҙгел булды. Гөлләрә апай уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Марат Кәримовтың байтаҡ лирик шиғырҙарына композиторҙар тарафынан көйҙәр яҙылған. Халыҡ араһында киң таралған, йыр-моң һөйөүселәр үҙ иткән “Ейәнсура”, “Яратам”, “Аҡ сәскә”, “Күгәрсен балалары”, “Кисәге һалдат”, “Һаташыу” һәм башҡа бик күп йырҙар уның ижадының үзенсәлекле бер тармағын тәшҡил итә.ашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Миңзәлә Түләбаева Марат Кәримов һүҙҙәренә ижад иткән “Аҡ сәскә” йырын йырлап ишеттерҙе. Миңзәлә Мөхәммәтдин ҡыҙының сығышын барыбыҙ ҙа шатланып, йылы ҡаршыланыҡ. Шулай уҡ шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған “Яратам” (С. Хөсәйенова башҡарҙы) һәм “Дуҫтарымдан айырма” (уҡыусылар башҡарҙы) йырҙары яңғыраны.Марат Кәримовтың шиғырҙарында ғына түгел, күп һанлы хикәйәләрендә лә ул кире күренештәрҙе үткер сатира уты менән ҡамсылай. Уның ике тиҫтәнән ашыу китаптарының нәҡ яртыһы сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрҙән тора. Мәҫәлән, 7-се класс уҡыусылары сәхнәләштергән “Бер айлыҡ отличниктар” хикәйәһенән өҙөктә лә автор уҡыуға еңел ҡараған, киләсәктә яҡшы уҡырға кәрәклеген аңлаған малайҙар тураһында көлөп яҙа.Мәктәптең тәрбиә эштәре урынбаҫары Линиза Төхвәтуллина шағирҙың китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Музейҙа һаҡланған, 1948 йылда газетала баҫылып сыҡҡан шиғырҙарын уҡыны. Уҡыусылар Гөлзирә Янбаева, Нәркизә Ғөмәрова, Эльвира Ғәлиуллина, Әнзинә Абдрахманова Марат Кәримовтың шиғырҙарын яттан һөйләне.Хоҙай Марат Кәримовҡа шағирлыҡ таланты менән бергә талантлы оҙон ғүмер ҙә бирҙе. Алтмыш биш йылдан артыҡ әҙәбиәтебеҙгә дәрт-дәрманын биреп, хеҙмәт иткән әҙибебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, һаман да шулай дәртләнеп ижад итеүен, ижади уңыштар, ғаилә бәхете, донъя именлеге теләйбеҙ.Башҡортостан халҡы, яҡташтары, ауылдаштары – оло әҙип менән сикһеҙ ғорурлана. Йәш быуын Марат Кәримовтың ижад ҡаҙанында ҡайнап йәшәй һәм йәшәр, оло фәһем, тәрбиә алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Ғүмерем –оҙон юл,
Юлымда- кәртәләр.
Ә мине оҙата
Томанлы иртәләр.
Томанлы юлдарым
Ҡайҙарға илтәләр?
Бәхеттәр, шатлыҡтар
Ҡайҙарҙа көтәләр?
(М.Кәримов.)
Күгәрсен ауылы күп кенә күренекле яҡташтарыбыҙҙың тыуған яғы. Матур тәбиғәтле, йыр-моңға, шиғриәткә, хуш еҫле болондарға, сылтырап аҡҡан шишмәләргә бай булған Күгәрсенебеҙ, бик күп һәләтле ул-ҡыҙҙар үҫтереп, бөгөн улар менән ғорурланып йәшәй. Шуларҙың береһе, бихисап әҫәрҙәр авторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы, яҡташыбыҙ- Марат ағай Кәримов. Ул 9 ғинуарҙа 90 йәшен тултырҙы. Ошо уңайҙан Н. Кәримов исемендәге Күгәрсен мәктәбендә “Ғүмерем – оҙон юл” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Сара ҡыҙыҡлы, бай һәм эстәлекле булды. Был байрамға оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытып, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусыбыҙ, шағирҙың бер туған һылыуы Гөлләрә Нәби ҡыҙы менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Мөхәммәтдин ҡыҙы Түләбаеваны ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
Күгәрсендәр күктә оса,
Оҙата аналары.
Беҙҙең ауыл да Күгәрсен,
Беҙ – уның балалары!
Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән мәктәп китапханасыһы Әлиә Әмир ҡыҙы Садиҡова таныштырҙы һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, М.Кәримовтың “Әрем”исемле шиғырын да һөйләп ишеттерҙе.
Ата-әсәһе уҡытыусы булғанғамылыр, Марат Кәримов бик иртә уҡырға өйрәнә. Мәктәпкә барғанға тиклем үк китапханаға йөрөй башлай. Тәүге – “Көҙ” исемле шиғырын шул осорҙа ижад итә:
Урманда ағас
Сәпсим яланғас.
Үлән булмағас,
Сусҡалар ҙа ас.
Шағирҙың бала-саҡта яҙған шиғырҙарын уҡыусылар Ғәҙел Ҡолмөхәмәтов, Иҙел Дәминев , Алина Йөҙкәева һөйләне.
Марат Кәримовтың беренсе әҫәрҙәренән үк уның лирик геройы асыҡ күренә. Ул тормошҡа йәне-тәне менән ғашиҡ шәхес, заманының ҡаршылыҡтарын еңеп сығырға барлыҡ рухи һәм ихтияр көсөн һалған. Сабый сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән быуын вәкиле булараҡ донъяның әсеһен-сөсөһөн дә күп татыған. Шулай ҙа тойғолары тоноҡланмаған, киреһенсә, кешеләргә иғтибары арта ғына барған ысын гуманист, хеҙмәтенең еңел түгеллеген дә, ысын тәмен дә белеп үҫкән кеше, ҡайнар мөхәббәт хистәрендә янған һәм шул хистәрҙе йәшлегенән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һүрелтмәй- һүндермәй һаҡлап килгән ир азаматы. Шул уҡ ваҡытта ул киң интернациональ ҡарашлы шәхес.
Артабан кисәне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Фәнис ҡыҙы “Беҙ бер бөтөн”, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Риф ҡыҙы “Ямашлы буйзарында” шиғырҙары менән дауам итте.
– Кем ул – шағир? – тигән һорау менән һүҙен башланы мәктәп директоры Фәнил Юлдашбаев. – Кемдер уны пәйғәмбәр, ә кемдер иһә әүлиә, ти. Ә миңә ҡалһа, шағир ул – үҙенең аҡылын, донъяға ҡарашын туплап, образдар аша башҡаларға еткереүсе талант. Ни тиклемен халыҡҡа еткерә ала, халыҡуны ни тиклем ҡабул итә ала, ул шул тиклем талантлыраҡ. Марат Кәримов үҙебеҙҙең Күгәрсен ерлегендә үҫеп, йәшәп, үҙ халҡының бөтә булған ынйыларын үҙендә йыйып, бөтә булған халыҡҡа тарата. Уның ниндәй генә шиғырын тотоп уҡыһаң да, уҡый башлау менән Һүрәм ағышын ишетәһең, тауҙарҙы күрәһең, үҙеңдең бәләкәй саҡтарың, урам буйлап йүгереүҙәрең, балыҡ ҡармаҡлауҙарың, һыу инеүҙәрең, эшкә йөрөүҙәрең күңелгә килә, иҫкә төшә. Марат Кәримов – тәрән тамырлы һәм тәрән фекерле, киң ҡарашлы һәм киң ҡоласлы, юғары зауыҡлы һәм юғары әхлаҡлы шағир. Уның шиғырҙары үтә лә халыҡсан, тормошсан һәм уҡыусының күңел ихтыяждарын яҡындан белеп, тәрәндән аңлап, үҙ күңеле аша кисереп яҙылған. Уның әҫәрҙәрен башҡа бер кемдеке менән дә бутап булмай. Ул шиғыр оҫтаһы, телдең тәмен тойоп яҙыусы һүҙҙең ҡәҙерен, баһаһын белеүсе шағирыбыҙ, –тип Фәнил Яхъя улы уҡыусыларға үҙенең фәһемле һүҙҙәрен әйтте.
Гөлләрә Нәби ҡыҙының уҡыусыларға шағир ағаһы тураһында, мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы һөйләүе тулҡынландырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ татлы миҙгел булды. Гөлләрә апай уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Марат Кәримовтың байтаҡ лирик шиғырҙарына композиторҙар тарафынан көйҙәр яҙылған. Халыҡ араһында киң таралған, йыр-моң һөйөүселәр үҙ иткән “Ейәнсура”, “Яратам”, “Аҡ сәскә”, “Күгәрсен балалары”, “Кисәге һалдат”, “Һаташыу” һәм башҡа бик күп йырҙар уның ижадының үзенсәлекле бер тармағын тәшҡил итә.
ашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Миңзәлә Түләбаева Марат Кәримов һүҙҙәренә ижад иткән “Аҡ сәскә” йырын йырлап ишеттерҙе. Миңзәлә Мөхәммәтдин ҡыҙының сығышын барыбыҙ ҙа шатланып, йылы ҡаршыланыҡ. Шулай уҡ шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған “Яратам” (С. Хөсәйенова башҡарҙы) һәм “Дуҫтарымдан айырма” (уҡыусылар башҡарҙы) йырҙары яңғыраны.
Марат Кәримовтың шиғырҙарында ғына түгел, күп һанлы хикәйәләрендә лә ул кире күренештәрҙе үткер сатира уты менән ҡамсылай. Уның ике тиҫтәнән ашыу китаптарының нәҡ яртыһы сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрҙән тора. Мәҫәлән, 7-се класс уҡыусылары сәхнәләштергән “Бер айлыҡ отличниктар” хикәйәһенән өҙөктә лә автор уҡыуға еңел ҡараған, киләсәктә яҡшы уҡырға кәрәклеген аңлаған малайҙар тураһында көлөп яҙа.
Мәктәптең тәрбиә эштәре урынбаҫары Линиза Төхвәтуллина шағирҙың китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Музейҙа һаҡланған, 1948 йылда газетала баҫылып сыҡҡан шиғырҙарын уҡыны. Уҡыусылар Гөлзирә Янбаева, Нәркизә Ғөмәрова, Эльвира Ғәлиуллина, Әнзинә Абдрахманова Марат Кәримовтың шиғырҙарын яттан һөйләне.
Хоҙай Марат Кәримовҡа шағирлыҡ таланты менән бергә талантлы оҙон ғүмер ҙә бирҙе. Алтмыш биш йылдан артыҡ әҙәбиәтебеҙгә дәрт-дәрманын биреп, хеҙмәт иткән әҙибебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, һаман да шулай дәртләнеп ижад итеүен, ижади уңыштар, ғаилә бәхете, донъя именлеге теләйбеҙ.
Башҡортостан халҡы, яҡташтары, ауылдаштары – оло әҙип менән сикһеҙ ғорурлана. Йәш быуын Марат Кәримовтың ижад ҡаҙанында ҡайнап йәшәй һәм йәшәр, оло фәһем, тәрбиә алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: