"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
22 Февраль 2020, 14:00

Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә

#спортФ. Солтанов исемендәге мәктәптең 2-се б класында “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип аталған спорт бәйгеһе уҙҙы. Һәр ғаиләлә сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған сара балаларҙың Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шиғыр, йырҙары менән башланып китте.

Әсәйҙәрҙе иң ҡәҙерле тибеҙ,
Атайҙарһыҙ йәшәп буламы?!
Таба алмам алыштырыр кеше –
Әйләнһәм дә бөтә донъяны.
“Балам” тиеп бер әйтеүелә
Йылы һала йәнгә, күңелгә
Ҡайғыртыуың өсөн рәхмәт, атай,
Шулай булһын инде ғүмергә.
Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән илдең терәге – ир-егет, ғаилә терәге атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә ир-егеткә оло, яуаплы бурыс йөкмәтелгән.
Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 2-се б класында “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип аталған спорт бәйгеһе уҙҙы. Һәр ғаиләлә сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған сара балаларҙың Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шиғыр, йырҙары менән башланып китте.
Класс етәксеһе Ләйсән Кәбир ҡыҙы жюри менән таныштырып, командаларға һүҙ бирҙе. Мөхәмәтйәновтар, Арыҫланбаевтар, Буриевтар, Аҙнабаевтар, Искәнйәровтар, әхмәтовтар, Абдрахмановтар, Мозафаровтар ғаилә командалары менән таныштырып, девиздарын әйтеп, ярышҡа әҙер икәнлектәрен белдерҙе. Ярыш төрҙәрен физкультура уҡытыусыһы Фәнис Сөләймәнов әҙерләне һәм ярышҡа старт бирҙе. Балалар ата-әсәләре менән бергә үҙҙәренең көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Сарала ҡатнашыусы һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Еңеүсе ғаиләләр иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Шулай берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп, һау сәләмәт, тәрбиәле, эшһөйәр балалар үҫтерәйек, киләсәгебеҙҙе бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ.
Читайте нас: