Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Февраль 2020, 13:42

Уҡыусыға мәктәптә смартфон кәрәкме?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уҡыусыларҙың ата-әсәләрен дәрестә кеҫә телефондарын ҡулланыу темаһына фекер алышырға саҡыра. "Тәҡдим – иртән, уҡыусылар мәктәпкә килгәс, улар телефондарын класс етәксеһенә тапшыра...

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уҡыусыларҙың ата-әсәләрен дәрестә кеҫә телефондарын ҡулланыу темаһына фекер алышырға саҡыра. «Әйҙәгеҙ кәңәшләшәйек. Ҡасандыр балаларыбыҙҙың йыш ҡына смартфонға текәлеп ултырыуын әйткәйнем. Дәрес ваҡытында булһа ла уларға уҡыуға иғтибар итергә мөмкинлек бирергә кәрәк. Тәҡдим – иртән, уҡыусылар мәктәпкә килгәс, улар телефондарын класс етәксеһенә тапшыра. Әгәр кәрәк икән, тәнәфестә уларға шылтыратырға йәки смс-хәбәр яҙырға рөхсәт ителә, беҙгә балалар донъяһына смартфондарҙың тәьҫирен сикләргә, белем алыу мөмкинлеге бирергә кәрәктер, бәлки... ».
Республика етәксеһе ата-әсәләрҙән «Мәктәптә уҡыусыларға телефондар кәрәкме, юҡмы?» тигән һорауға үҙ фекерҙәрен белдерергә һәм тауыш бирергә саҡыра. «Тәжрибәм менән уртаҡлашайым әле: Чиновниктарҙың телефондарын тартып алдым, уларҙың эш һөҙөмтәлегеге артты», — тип өҫтәне ул.