Бөтә яңылыҡтар

Физик, рухи һәм психологик сәләмәтлек беренсе урынға сыға

Уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, берҙәм мәктәп формаһын индереү, хәүефһеҙ интернет, балалар туҡланыуы. Белем биреү менән бер рәттән уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре Өфөлә икенсе тапҡыр үткән «Ҡанатлан» форумында күтәрелде.

Уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, берҙәм мәктәп формаһын индереү, хәүефһеҙ интернет, балалар туҡланыуы. Белем биреү менән бер рәттән уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре Өфөлә икенсе тапҡыр үткән «Ҡанатлан» форумында күтәрелде.
Был хаҡта Башҡортостан ДТРК-һы хәбәр итте.
Физик, рухи һәм психологик сәләмәтлек – хәҙерге мәктәптә был төшөнсәләр беренсе урынға сыға. Мәктәп мәғарифының икенсе форумы сиктәрендәге күргәҙмә лә ошо маҡсаттарға бағышланды, уҡытыусылар, муниципалитет етәкселәре һәм ата-әсә берләшмәләре вәкилдәренең дискуссия майҙансыҡтарындағы фекер алышыуҙар ҙа уҡыусыларҙың һаулығы һәм именлегенә арналды. Бөгөн балалар төрлө яҡлап хәүефкә дусар. Психологтар был хәлгә белдекле аңлатма бирә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә мәктәп медицина һәм стоматология кабинеттарының берҙәм цифра контурын ойоштороп “Уҡыусы сәләмәтлеге паспортын” төҙөргә, ашханаларҙа сәләмәтлеген иҫәпкә алып балалар өсөн шәхси меню эшләп аҙыҡ сифатын күҙәтеү буйынса ата-әсә контроле булдырырға. Балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә сәләмәтлек нығытыу саралары, уҡыу планын иһә өсөнсө физкультура дәресе менән байытырға. Берҙәм мәктәп формаһы тураһында айырым фекер алышыу булды. Мәктәп формаһы матур, уңайлы, талымһыҙ булырға тейеш. Ул бөхтәлеккә өндәй, зауыҡ тәрбиәләй һәм тәртип өлгөһөн таныта. Форумда Башҡортостандың биш предприятиеһы мәктәп формаһы тегеү мөмкинлектәрен күрһәтте. Берҙәм форманы раҫлау киҫкен хәл ителмәй. Мәктәп, ата-әсә һәм балаларҙың уртаҡ теләге юҡ. Шуға киләһе уҡыу йылынан форманы муниципалитеттар кимәлендә пилот проекты булараҡ индерергә саҡырҙы. Мәктәптә смартфон тыйыу ҡарары ла ҡапыл ҡабул ителмәй.
Радий Хәбиров педагогтарҙы балиғ йәшенә етмәгәндәрҙең үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының йышайыуына йәлеп итте. Республика етәксеһе уҡытыусыларҙы бала ғүмеренә хәүеф менән янаған хәлдәрҙе иҫкәртеү эшенә ҡушылырға саҡырҙы. Үҫмер күңелендә бушлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн мәктәптәрҙә әхләҡ дәрестәрен индереү мәсьәләһе көнүҙәк. Радий Хәбиров педагогтарға был эште традицион дин әһелдәре менән кәңәшләшеп башҡарырға тәҡдим итте. Урта белем биреү барышында ҡатнашҡан һәр кем мәктәп мәғарифы форумында ҡабул ителгән ҡарарҙарға етди мөнәсәбәттә. Бындай сараның урынлы һәм мөһим икәнлеген ваҡыт үҙе дәлилләй. “Ҡанатлан” проекты теркәгән ҡарарҙар уңышлы бойомға ашырыла. Төбәктәрҙәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында тәьҫораттарын ата-әсә лә, уҡытыусылар ҙа ихлас уртаҡлаша.
Киләһе йылда, мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында иһә уҡытыу сифаты тураһында фекер алышырға килешелде. Йәмғиәткә бөгөн белемле һәм уңышлы шәхес талап ителә.
Читайте нас: