"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
6 Апрель 2020, 19:00

Белем кимәле нисек булыр – ваҡыт һәм сирек аҙағындағы билдәләр күрһәтер

6 апрелдә оҙайлы каникулдан һуң тәүге дәрестәр башланды.Нимәһе менән үҙенсәлекле ул?Яҙғы каникулдарҙан һуң бөтә мәктәптәр ҙә дистанцион уҡыуға күсте. Әлбиттә, быға тиклем уҡытыусылар уҡыусылар менән бик ныҡ эш алып барҙылар. Юҡ, улар менән генә түгел, беҙ ҙә, ата-әсәләр ҙә бының уртаһында ҡайнаныҡ. Һәр яңылыҡ, әйтергә кәрәк, был тормош талабы, һәр ваҡытта штыкка ҡабул ителә. Бындай дистанцион уҡыуҙар тәүгә булғанға, һорауҙар ҙа күп кенә ине. Уларҙың иң ҡыҙыуҙарына туҡтап китмәй булмай. Беренсенән, күп ғаиләләрҙә бер нисә бала, ә компьютер, йә иһә ноутбук берәү генә. 4-5 балаһы уҡыусы булған ата-әсәләргә ни эшләргә? Икенсенән, төпкөл ауылдарҙа интернет тиҙлеге яй, ә ҡайһыларында ул бөтөнләй юҡ.

6 апрелдә оҙайлы каникулдан һуң тәүге дәрестәр башланды.
Нимәһе менән үҙенсәлекле ул?
Яҙғы каникулдарҙан һуң бөтә мәктәптәр ҙә дистанцион уҡыуға күсте. Әлбиттә, быға тиклем уҡытыусылар уҡыусылар менән бик ныҡ эш алып барҙылар. Юҡ, улар менән генә түгел, беҙ ҙә, ата-әсәләр ҙә бының уртаһында ҡайнаныҡ. Һәр яңылыҡ, әйтергә кәрәк, был тормош талабы, һәр ваҡытта штыкка ҡабул ителә. Бындай дистанцион уҡыуҙар тәүгә булғанға, һорауҙар ҙа күп кенә ине. Уларҙың иң ҡыҙыуҙарына туҡтап китмәй булмай. Беренсенән, күп ғаиләләрҙә бер нисә бала, ә компьютер, йә иһә ноутбук берәү генә. 4-5 балаһы уҡыусы булған ата-әсәләргә ни эшләргә? Икенсенән, төпкөл ауылдарҙа интернет тиҙлеге яй, ә ҡайһыларында ул бөтөнләй юҡ. Район мәғариф бүлеге был хәл-тороштан сығыу юлын эҙләй, табырға тырыша. Моғайындыр ҙа, уларға мөрәжәғәт итеп, һәр кем үҙ һорауына яуап тапҡандыр тип ышанғы килә.
Һабаҡтарҙың тәүгеһен республика Башлығы Радий Хәбировтың онлайн-дәрес менән башлап ебәреүе лә – яңылыҡ. Уның сығышы “Ютуб”та, БСТ, Рәсәй 2, Башкортостан 24, Вся Уфа, UTV каналдарында ҡарарға булды. Нимә тураһында һөйләне уҡыусыларға Башлыҡ? Ҡолаҡ һалайыҡ әле: “Беҙ бөгөндән дистанцион уҡый башлаясаҡбыҙ. Бының өсөн мөмкин тиклем яҡшы шарттар булдырырға тырыштыҡ. Аңлап торабыҙ, ҡайһы бер райондарҙа ауылдарҙа интернет юҡ, күп балалы ғаиләләрҙә 1-2 гаджет бар, балалар араһында кем беренсе уҡыясаҡ тигән һорау тыуа, бындай проблемаларҙы бергәләп сисербеҙ.
Былай уҡыу бөтә донъяны ялмарға ынтылған ауыр сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн эшләнелә. Был бик мөһим. Әле апрель, тиҙҙән май. Күптәргә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү алдында тора. Хәҙер бер көндө лә әрәм итмәй, һеҙ белем алһын тырышырға кәрәк.
Бөгөн мин уҡытыусы. Ниндәй һабаҡ бирер инем һеҙгә. Беренсенән, бөтәһе лә һеҙҙән тора. Һеҙ өйҙән ултырып үҙаллы белем аласаҡһығыҙ. Һеҙҙе берәү ҙә ҡарауыллап тороп уҡытмаясаҡ. Аңларға кәрәк, вирустар килә лә китә. Беҙ бер нисек тә әйтә алмайбыҙ, күпме барыр был көрәш. Бөгөн һеҙҙең уҡыуығыҙ бик үҙенсәлекле һәм 98 процент һеҙҙең яуаплылыҡтан һәм ултыра алыуҙан тора. Икенсенән, әле геройҙар заманы. Был ситуацияла кешеләрҙең иң яҡшы һәм иң насар сифаттары асыла. Күреп тораһығыҙ, республикала һәм, дөйөм алғанда, илдә нимә бара. Кемдер үҙенең яҡындарына, ярҙам итеп, аҡсалары менән бүлешә, мохтаждарға аҙыҡ-түлек алып бара. Ә кемдер, осраҡтан файҙаланып, битлектәрҙең хаҡын арттырып һата. Мутлашыусылар ҙа килеп сыға: ололарҙы отоу яғын ғына ҡарайҙар. Геройҙар шунда ла күренә: бына һеҙҙең урамға йә иһә һатыу үҙәктәрендә сыҡҡығыҙ килһә лә, сыҡманығыҙ, һәм шуның менән туғандарығыҙҙы зарарланыуҙан ҡотҡарҙығыҙ. Ваҡыт үтер һәм был турала иҫләрһегеҙ. Һәм мин, һеҙҙең был осорҙо иҫләгәндә, үҙегеҙ өсөн оялыу тойғоһо кисермәүегеҙҙе теләйем.
Бөгөн һеҙҙең ата-әсәйҙәрегеҙгә лә ҡыйын. Уларҙы яҡлағыҙ, улар алдында яуаплы булығыҙ. Ата-әсәләрегеҙ был мәсьәләне тәрәнерәк һәм нығыраҡ аңлайҙар, уларҙа һеҙҙең өсөн яуаплылыҡ ята. Ярҙам итегеҙ уларға. Уҡытыусыларҙы ла аңлағыҙ, уларға ситтән тороп белем биреүе рәхәт түгел. Уларға ла һеҙҙең аңлауығыҙ, ярҙамығыҙ мөһим”.
Уҡыусылар менән бергә күп ата-әсәләр ҡараны был сығышты. “Бик оҡшаны. Балалар өсөн аңлайышлы, барып етерлек итеп һөйләне, – тиҙәр күптәр. – Предмет дәрестәрен ҡарап, күп нимә белеп ҡалдыҡ. Күптән онотолған белемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк”.
Дәрестәр башланды. Алған белем нисек булыр, ваҡыт һәм сирек аҙағындағы билдәләр күрһәтер.
Читайте нас: